Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
19 Август 2025, 22:00

Кем ишеткәне бар был турала?

Бер ваҡыт, төн уртаһында егет, Баймаҡтан Сибайға, йә Сибайҙан Баймаҡҡа ҡайтырға булған. Шунан машинаһында ҡайтып барғанда, юл ситендә бер сибәр генә ҡыҙ ҡул болғай икән. Егет ни эшләһен инде, аптыраған, ултыртҡан. Һөйләшә башлағандар, музыка тыңлап һәм кассетаны магнитолаға алмаштырып ҡуям тигәндә кассетаһы машинаның иҙәненә төшә. Егет эйелеп кассетаны алайым тиһә, ҡыҙҙың аяғы урынына һыйыр бото икәнен күреп ҡалған.

Кем ишеткәне бар был турала?
Кем ишеткәне бар был турала?

Иҫемә бер ҡурҡыныс хәл иҫкә төштө. Белмәйем, бәлки бында яҙғандарҙыр, мин күрмәнем. 90-сы йылдарҙа гәзиттәлә баҫылып сыҡты, кешеләрҙә күп һөйләне. Бер ваҡыт, төн уртаһында егет, Баймаҡтан Сибайға, йә Сибайҙан Баймаҡҡа ҡайтырға булған. Шунан машинаһында ҡайтып барғанда, юл ситендә бер сибәр генә ҡыҙ ҡул болғай икән. Егет ни эшләһен инде, аптыраған, ултыртҡан. Һөйләшә башлағандар, музыка тыңлап һәм кассетаны магнитолаға алмаштырып ҡуям тигәндә кассетаһы машинаның иҙәненә төшә. Егет эйелеп кассетаны алайым тиһә, ҡыҙҙың аяғы урынына һыйыр бото икәнен күреп ҡалған. Ҡурҡҡан әммә һиҙгертмәгән. Бара биргәс, машинаһын туҡтатҡанда, машина боҙолодо, этергә кәрәк тип теге «ен-ҡыҙға» өндәшкән. Теге сыҡҡан, этә башлаған арала, был газға баҫып тиҙлеген ҙурайтып ҡаса башлаған, ә теге «ен-ҡыҙ» ҡалышмай йүгерә икән. Шулайҙа егет ҡасып ҡотолған. Ысынмы, юҡмы был хәл, әйтә алмайым. Кем ишеткәне бар был турала?

ФОТО, МӘҒЛҮМӘТ ИНТЕРНЕТТАН

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас