Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
18 Август 2025, 23:15

Ҡәнәферҙәр асылғандыр инде...

Ирем менән 10 йыл йәшәйбеҙ. Минең тыуған көнөм февраль айында. Бер ете һигеҙ йыл элек булды был хәл. Бер көн эштән ҡайтып, ишекте асһам, ишек төбөндә өс литрлыҡ банка менән гвоздика сәскәһе ултыра. Иптәшем өйҙә, үҙе эскән. Йән көйөп банканы өҫтәлгә алып ултырттым да, ҡараһам, сәскәгә бәләкәй генә сумочка бәйләнгән...

 Асып ҡараһам, алтын цыпочка.

Иптәшем һөйләй: магазинға барҙым да, дайте мне самый дешевый цветок, ти. Һатыусылар так себе, гвоздику берите тип әйтәләр ти. Че так вы свою женщину не любите тиҙәр ти. Сумочканы килтереп сығарҙым да, ошоно сәскәгә бәйләгеҙ тип эре генә торам, һатыусылар көлә тиҙәр, ғәфү итегеҙ тип. (Хәҙер, Аллаға шөкөр, эсмәй. Эсеүен ташлаттырҙым юхалап юмалап тигәндәй). Бер 8 мартҡа мә сәскә һиңә тип, күп итеп сәскә орлоғо алып ҡайтҡан. Ҡайҙа бараһың инде, яҙ сәстем ергә. Булғанына шөкөр итеп, йәшәп тик ятабыҙ.

фото интернеттан

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас