Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
26 Май 2025, 11:00

Ысыҡ һыуы

Нервы ауырыуҙарынан, һалҡынға тиҙ бирешеүсән кешеләргә элек-электән табиптар ялан аяҡ йөрөргә ҡушҡан. Иртәнге дымлылыҡ, ысыҡ кеше организмына ыңғай тәьҫир итә.

Нимә һуң ул ысыҡ? Үләндәр көнө буйы ҡояш энергияһын туплай, ерҙән минераль матдәләр ала. Төндә иһә уларға Ай энергияһы һеңә. Шулай итеп, тәүлек буйынса үҫемлектәрҙә йыһан энергияһы туплана. Бына шул энергия, үҫемлектәрҙәге шифалы матдәләр һыу менән үҫемлектәр өҫтөнә бүленеп сыға. Ысыҡ тамсылары – торғаны дарыу. Ысыҡлы үләндә иртәнге сәғәт 4-тән 8-гә ҡәҙәр йөрөргә була. Ялан аяҡ йөрөү, үәлнгә ятып бит-ҡулдарҙы сылатыу бик файҙалы. Быға бала саҡтан уҡ күнегергә кәрәк.
Йөрөй алмаған кешене дауалау өсөн иҫке етен таҫтамал йәки сепрәкте үлән өҫтөнә йәйеп ҡуйығыҙ, сепрәк һыуын һеңдергәс, ауырыуҙы шул сепрәккә урағыҙ ҙа полиэтилен пленка һәм сепрәк менән төрөп, өҫтөнә йылы юрған ябып, 30-40 минут тотоғоҙ. Һуңынан ауырыуға ҡоро кейем кейҙерергә онотмағыҙ.
Аяҡ-ҡалдар ауылтҡанда шул ағзаларҙы ғына ысыҡ һыуы һеңдерелгән әйбергә төрөргә мөмкин. ысыҡ һыуы үлән төнәтмәһенә ҡарағанда күпкә көслө.

Автор:
Читайте нас