Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
23 Май 2025, 11:25

Самауырлы сәй

Бөгөн эштән ҡайтырға тип сыҡһам , радиола самауырлы сәй тураһында һөйләшеү бара. Мин дә иҫләп шул саҡтарҙы, күңелем тулып алды.

Бөгөн эштән ҡайтырға тип сыҡһам , радиола самауырлы сәй тураһында һөйләшеү бара. Мин дә иҫләп шул саҡтарҙы, күңелем тулып алды.
Өләсемдең ҙур самауыры иртәнән кискә саҡлы урындыҡта "йырлап ултырҙы. Ул самауырҙан кемдәр генә сәй эсмәй бер көн эсендә, балалар, хәл белә килеүселәр, ауырып ҡарала килгәндәр, күрше-тирә.... Барына ла һыуы етә, самауыр ситендэ теҙелеп ,парҙа йомортҡалар бешеп тора...
Их, шул саҡтар!.. Кире ҡайтарып булһа ине лә ул...
Мәктәптән күмәкләп ҡайтабыҙ. Урындыҡҡа теҙелеп ултырып, сәй эсергә әҙерләнәбеҙ . Беҙҙе тымып ҡалған самауыр көтә. Гөлнур апай:
- Хәҙер мин эргәһенә ултырһам, самауыр шыжлай башлаясаҡ,- ти. Ысынлап та, ул ултырһа, самауыр шыжлай башлай. Беҙ аптырайбыҙ, нисек инде улай?!
- Был самауыр мине генә тыңлай, - тип көлә. Баҡтиһәң, самауыр өҫтөндә ултырған сәйнүкте теүәсәйе менән ала ла, самауыр шыжлауға ғына ултыра икән 😄😄😄
Шулай, тәгәрәп ятҡан йомортҡа, талҡан менән күңелле итеп сәй эсеп алабыҙ ҙа эшкә тотонабыҙ.
Ә хәҙер хатта ҡунаҡҡа ла самауыр ҡайнатмайбыҙ. Рәхәткә сыҡтыҡ... "Самауыр сәйенә бер ниндәй эсемлек тә етмәй"- тип һүҙен дауам итә радиола алып барыусы. Хаҡ һүҙҙәр бит.

 

Рәмилә Ғиззәтуллина.

Сығанаҡ: халыҡ табибәһе Нурия Байгилдинаға арналған битләүҙән.

Автор:
Читайте нас