Шаяртып ҡына әйтәбеҙ. Сибайҙа алмағастар, муйылдар сәскә атырға йыйына. Тимәк, тиҙҙән урам ап-аҡтан шау сәскәгә күмеләсәк. Шағирәләр был мәлдә уларҙы аҡ күлдәк кейгән кәләшкә оҡшата.
Мәҫәлән, Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында йәшәүсе Фәнилә Йәндәүләтова түбәндәгесә яҙғайны. Уны йырға ла һалдылар.
Ф.Йәндәүләтова һүҙҙәре.
Ф.Үҙәнбаева көйө.
ЙӘШЛЕК ЯҘҘАРЫ
Һандуғастар моңдар түккән саҡта,
Ярҙарында талдар бөгөлә.
Йәшлегемдең йәшел яҙын һағынып,
Өҙөлә шул, үҙәк өҙөлә.
Ҡушымта:
Туй күлдәге кейгән йәш кәләштәй,
Аҡ сәскәлә муйыл, алмағас.
Һағындыра йәшлек яҙҙарыбыҙ,
Күңелдәрҙе һағыш ялмағас.
Йылы яҙҙар һәм тилерткес наҙҙар,
Кире ҡайтмаҫ өсөн үткәндәр.
Иҫтә әле тәүге һөйгән йәрҙе,
Ҡапҡа төптәрендә көткәндәр.
Тыуған яҡҡа тағы яҙҙар килде,
Һандуғастар һайрай талдарҙа.
Һандуғаслы яҙҙар. Ярһыу йәшлек.
Һеҙ ҡайҙарҙа икәң, ҡайҙарҙа?!