Әғләм ағай былай тип һүҙ башланы:
-Уның тарихы һинең ҡартатайыңдың дуҫы Афзал олатайың менән бәйле. Элегерәк ҡыштар ҙа һыуыҡ, бурандар ҙа көслөрәк булған. Бер көндө шулай малайҙар әлеге беҙ барған тауға саңғы шыуырға сығып киткәндәр. Ул ваҡытта уның исеме лә булмаған. Бейек Ҡыҙҙар тауының ышығында ятҡан Кәпәстауҙа шау-гөр килеп йөрөй торғас, көслө буран сыҡҡанын да һиҙмәй ҡалғандар. Ҡайтырға йыйынып, тағы бер тапҡыр өйөлөп төшөргә тип, тау башына менеп китәләр. Бер-бер артлы шыуған ваҡытта Афзалдың кәпәсен ел осороп алып китә. Күпме тырышып эҙләһәләр ҙә, таба алмайҙар. Шунан алып тауға “Кәпәс” исеме ҡушылып ҡала.
Кәпәстауҙан туйғансы саңғыла өйөлгән Илнур, атаһы кеүек йылдам шыуып, әңгәмәләшә-әңгәмәләшә ауыл яғына ыңғайланылар. Ҡышҡы ҡояш та, уларға эйәреп, Һарытүбәгә ҡарай тәгәрәне.
Хәмит Карамалинский.
ФОТО ИНТЕРНЕТТАН