Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Февраль 2025, 22:00

Алла билем, Алла башым, Алла ҡабырғаларым...

Тик торғанда эштә ҡазаландым: 2 ҡабырғамды һындырҙым. -Нисек? – тип күҙен аҡайтты ҡатын. –Һин бит шахтала эшләмәйһең. Төҙөүсе лә түгелһең, һин бит режиссер! Эсеп иҫереп ҡоланыңмы әллә?! Былай ҙа себендән фил  яһарға әҙер торған бисәкәйгә етә ҡалды.

Әллә кеше шахтала ғына йәрәхәтләнә тиһеңме ни?Бәлә бит аяҡ аҫтында Иң ҡыҙығы шунда: мин йәш актерға нисек дөрөҫ ҡоларға өйрәткәндә үҙем яңылыш төштөм дә ҡабырғаларымды һындырҙым...

Әле үлтереп ауырта улары. Гипс һалып та булмаған урын бит әле, тын алыуы ла ауыр. Ә спектаклде башлағас сығарырға кәрәк. Бына шулай үҙем белмәгәнде кешегә өйрәтәм тип, отяҡа ла, бәләгә лә ҡалдым бит...

Будильник ҡысҡырғас, ауыртына-ауыртына саҡ тороп, тәҙрәгә барып, тышҡа ҡараһам машинам урынында юҡсы!  Бәлә яңғыҙ йөрөмәй тигәндәре шулдыр, йөрәк табанға төштө.

Иң беренсе автомобилемде урлауҙарын дуҫыма шылтырып әйттем. Ул полиция саҡырған. Улары машинаны эҙләр урынға минән яуап ала: ҡасан һуңғы тапҡыр машинағыҙҙа йөрөнөгөҙ, кисә ҡайҙа барҙығыҙ...тағы, тағы һорау.

-Кисә ни дауаханаға барҙым. Табипҡа күрендем.Эштә ҡабырғамды һындырҙым, - тием.

-Дауаханан рулдә ҡайттығыҙмы?

-Юҡ!

Ааааа, машинам бит дауахана биләмәһендә ултырып ҡалды...

Алла билем, Алла башым, Алла ҡабырғаларым...

Бөтә ерем дә ауырта...

 

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас