Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
22 Ғинуар , 17:30

Француз яулыҡ

- Ниндәй Ҡытай синтетикаһы булһын? Ғүмер-ғүмергә тауар айыра белмәнең инде, думпыш, үҙең үтмәй ятҡанын алып кейгәс тә, барыһы ла шулай тиһеңме?- тип ярһыны. Ҡапыл ул Бәҙернисаның яулығын һыпыра тартып алып:- Үҙеңдекен ҡара, самый арзанлыһын алғанһың, бер йыуһаң, карманай саҡлы ғына ҡаласаҡ, - тип, битенә бәрҙе.- Ах, һин шулаймы әле! - тигән һүҙҙәр сәсрәтеп, Бәҙерниса йыуантыҡ ҡулдарының тос йоҙроғо менән Гөлбикәнең битенә тондорҙо. Уның күҙҙәренә шешәлә төшөрөлгән биш йондоҙ сәсрәп күренеп ҡалды. Тамам ярһыған Бәҙерниса:- Нисек журналға сығарғандарын белмәй тиһеңме әллә, улай ғына беҙ ҙә булдырабыҙ ул, - тип ҡысҡырҙы.

Француз яулыҡ
Француз яулыҡ
Француз яулыҡ
 
Юмористик хикәйә
 
Төшкө сәйгә әйткән әхирәттәре бер-бер артлы йыйыла башлағайны Гөлбәҙәрҙең. Тағы ла Гөлбикә менән Ғәйникамал килһә, теүәлләнәр инде.
Заманса эшләнгән йортон бына тигән итеп тәрбиәләп тота ул. Өйөндә туҙандың осмотонда күрмәҫһең. Уның тураһында: "осоп төшөп барған саң бөртөгөн дә тотоп ала" тигән лаҡап та йөрөй хатта. Бөхтәлеге менән бергә ҡул эшенә лә оҫта Гөлбәҙәр. Сигеү, тегеү кеүек эштәрҙе бар күңеле менән башҡара, күлдәгенә тиклем үҙе тегеп кейә. Ниндәй бит әле, ҡатлы-ҡатлы бал итәкле, күҙҙең яуын алып тора. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта шундай шөғөл, үҙ-ара әйткәнсә, модалы булып китте. Эте лә, бете лә, ҡулынан киләме-юҡмы, сигеү, тегеү, һуҡалау тигәндәй, - ошо кәсепкә сат йәбеште лә китте.
Әммә уның эсен бошороп торған әтнәкә лә бар.
"Гөлбикәне журнал тышлығына сығарырға тип, баш ҡаланан килеп, кәртишкәгә төшөрөп, яҙып алып киткәндәр", - тигән хәбәр таралды.
"Буштыр, уның нимәһен төшөрһөндәр, әртисме ни ул? Төшөрһәләр, ана Гөлбәҙәрҙе төшөрөрҙәр ине. Үҙе әле лә төҫ ташламаған, йәш сағындағы кеүек ҡара ҫылыу. Ҡул эштәре менән дә өйө тулған, күҙҙең яуын алып торалар", - кеүегерәк һүҙ йөрөнө.
Инде онот, булды тигәндә, әлеге журналдың сираттағы һаны килеп етте. Ысынлап та, яп-ялтыр тышлыҡта, ҡып-ҡыҙыл яулыҡ ябынып, Гөлбикә йылмая ине. Сере лә асылды: ул ябынған яулыҡ иң боронғоларҙан һанала икән. Яҙылып китеүенсә, Гөлбикәнең ҡартатаһының ҡартатаһы Француз яуынан алып ҡайтҡан ҡушъяулыҡ. Уны быуындан-быуынға һаҡлап, бер-береһенә тапшыра киләләр ҡомартҡы итеп.
Был яңылыҡ бар халыҡты гөж иттереп алды. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнеләр.
"Гөлбикәләр һаҡсылдар бит", - тиеүселәр ҙә булды.
"Юҡтыр, унан бирле һаҡланған яулыҡ түгелдер ул, берәй үзбәк йә ҡырғыҙ яғынан алдыртҡандыр", - һымағыраҡ һүҙ атыусылар табылды ҡатын-ҡыҙ араһында.
Бигерәк тә "Ҡорама инәйҙәр" түңәрәк-ойошмаһына йөрөүселәр шулай сипраңлаштылар. Ысынлап та эсең көтөрләрлек шул. Нисәмә йыл буйына ошо түңәрәккә йөрө лә, онотҡанда бер килеп киткән Гөлбикәне журнал һынлы журналға сығарһындар әле. Ҡайнамаған ереңдән ҡайнар бер нәмәң. Унан ҡалһа, түрә-фәлән килә тиһәләр, шуларҙы "һөйрәй ҙә" сығаралар. Сәхнә түрендә булһынмы, йә йәйге эҫелә, ҡышҡы һыуыҡта урам буйында, итәктәрен ялпылдатып, халыҡтың "төрлө инәйҙәр" сүрәтенә индереп көлөүҙәренә ҡарамаҫтан, әҙ йөрөтмәнеләр.
Һуңлап йөрөргә яратыусы Ғәйникамал күптән килде, ә Гөлбикә һаман күренмәне. Иренең кирзауай итеге менән самауырын өсөнсөгә борҡотоп өҫтәлгә ултыртырға ла өлгөрмәне Гөлбәҙәр: "Һай-һай-һай, килә бит берәүҙәр", - тип тәҙрәнән ҡарап тороусы Бәҙернисаның тауышын ишетеп, барыһы ла ялп итеп шул яҡҡа боролдо.
Тышта, үҙ баһаһын белеп кенә, телевизорҙан мода күрһәтеүсе ҡыҙҙарға оҡшатырға тырышып, яйлап баҫып, Гөлбикә атлай ине. Матур күлдәк, башында шау ҡыҙыл сәскәле француз яулығы. Ситтәренә тағылған тәңкәләр сағыу ҡояш нурҙарында күҙ ҡамаштырырлыҡ итеп йылтырайҙар. Ҡарап торһаң, ысынында ҡыҙырлыҡ яулыҡ. Барыһы ла өнһөҙ генә күҙәтте. Гөлбикә иһә һуңғы ваҡытта артҡан иғтибарҙан үтә лә ирәбеләнеп китте. Үҙен күренекле әртис кеүек хис итә башланы хатта. Журнал тышына нисек эләгеүен үҙе генә белә, әммә ул турала берәүгә лә ләм-мим. Бабайына ла һүҙ сығармаҫҡа ҡушты. Әхирәттәренең һоҡланыулы-көнсөл ҡараштары аҫтында мах бирмәй генә өҫтәл артына үтеп ултырҙы.
Әмәлгә ҡалғандай, Гөлбикә лә саҡырылған тигәс, барыһы ла матур, ҡыҙыл яулыҡ ябынып килгән ине.
Береһенән-береһе арттырырға тырышып, биҙәгәндәр, ситтәренә көмөш төҫөндәге таҫма теккәндәр. Гөлбикәнең журналға төшөрлөк ҡушъяулығы бар тигәс тә, беҙ ҙә унан кәм түгел, тигән уйҙалар ине һәммәһе лә.
Һәүәтемсә генә сәй шөрпөлдәтеп, донъя, ауыл хәлдәрен һөйләшеп ултырҙылар. Береһе лә яулыҡ тураһында һүҙ башларға ҡыйманы. Бер аҙҙан Гөлбикә уңайһыҙланып ҡына тамаҡ ҡырып:
- Әхирәттәр, журналды күргәнһегеҙҙер инде, шуны йәш саҡтағы кеүегерәк итеп "йыуҙырайым" тигәйнем, - тип, янындағы сумкаһынан "биш йондоҙлоны" килтереп сығарҙы. Тыныбыраҡ ҡалған ҡунаҡтар йәнләнеп китте.
- Күптән әйтмәй уны, - тип, хихылдата көлөп ебәрҙе "Серлебикә" ҡушаматлы әхирәте. Уның һәр ваҡыт серле итеп йылмайып йөрөүенән тағылған исем ине. Күптәрҙе арбаны инде ул үҙенең йылмайыуы менән.
Ейән-ейәнсәрле булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле генә "ламбадаға" бейеп йөрөгән шап-шаҡтай дәртле ҡатындарҙың, сәй артынан мәй эләккәс, телдәре "сиселде". Күбеһенең эсен күпсеткән һорау ирен ситендә генә ана-бына ысҡынам тип торҙо. Өсөнсөгә түңкәргәс, әлеге лә баяғы осло күҙле Бәҙерниса эргәһендә ултырған Гөлбикәнең яулығын тотоп:
- Атаҡ-ғатаҡ, бының һинең Ҡытай синтетикаһы түгелме? - тип сырылдап ебәрҙе. Шуны ғына көтөп ултырғандай, кемуҙарҙан, һәр береһе Гөлбикәнең яулығын тотҡолап ҡарай башланы.
Бирешергә теләмәгән яулыҡ хужаһы:
- Ниндәй Ҡытай синтетикаһы булһын? Ғүмер-ғүмергә тауар айыра белмәнең инде, думпыш, үҙең үтмәй ятҡанын алып кейгәс тә, барыһы ла шулай тиһеңме?- тип ярһыны. Ҡапыл ул Бәҙернисаның яулығын һыпыра тартып алып:
- Үҙеңдекен ҡара, самый арзанлыһын алғанһың, бер йыуһаң, карманай саҡлы ғына ҡаласаҡ, - тип, битенә бәрҙе.
- Ах, һин шулаймы әле! - тигән һүҙҙәр сәсрәтеп, Бәҙерниса йыуантыҡ ҡулдарының тос йоҙроғо менән Гөлбикәнең битенә тондорҙо. Уның күҙҙәренә шешәлә төшөрөлгән биш йондоҙ сәсрәп күренеп ҡалды. Тамам ярһыған Бәҙерниса:
- Нисек журналға сығарғандарын белмәй тиһеңме әллә, улай ғына беҙ ҙә булдырабыҙ ул, - тип ҡысҡырҙы.
"Эх, ысынлап та белделәрме икән?" - тигән уй Гөлбикәнең мейеһен ярып үтте.
Бындай уҡты көтмәгән, шаңҡып ҡалған Гөлбәҙәрҙең, үҙенең өйҙә хужа икәнен иҫенә төшөрөп:
- Етәр һеҙгә! - тип ҡысҡырып ебәреүенә, айпалашҡан ике әхирәт, иҫтәренә килеп, шым ҡалды. Был ваҡытта башҡа ҡунаҡ ҡатындарҙың береһенең дә башында яулыҡ күренмәй ине. Улар берәм-бәрәм, килеп сыҡҡан хәлдән уңайһыҙланып, ашыҡ-бошоҡ хушлашып, таралыша башлағайнылар.
Ә Гөлбикә: "Ҡайҙан ғына белделәр икән, ярты тай хаҡы түләп, журнал тышына төшөүемде? Шул тишек ауыҙ бабайым ғына ысҡындырғандыр инде, бер һүҙ тормай. Артыңдан дымың сыҡмаһын, тип күпме ныҡыттым," - тигән әсенеүле уйҙарға сумып, ирен эстән тетеп әрләп, күгәргән күҙен француз яулығы менән ҡаплап, кәртә артынан ғына ҡайтыу яғына ыңғайланы.
 
Хәмит Карамалинский
 
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: