0 °С
Ҡар
Симаков урамына барып еткәйнек, малай бына «конец света» тине башына яҡтылыҡ лампаһы ҡуйылған һуңғы бағанаға төртөп. Рәхәтләнеп көлдөм, ысынлап та, тап ошо ерҙә яҡтылыҡ бөтә шул. Ә миңә һәм минең яҡта йәшәүселәргә өйҙәренә ҡайтып етеү өсөн тағы дүрт урам үтәһе бар ине.
Шул ахыры заман сигендә йәшәне Арҡайымдың Ғарипов, Бобров, Йолалы, Малихов урамдарында йәшәүселәр. Былтырға ҡәҙәр «Конец света» ысынлап та беҙҙә ине. Хәҙер беҙҙең яҡҡа ла, ниһайәт, цивилизация етте.
фото интернеттан