Һабантуйҙар башланыр мәл ине. Июнь баштары. Беҙ, бер төркөм Сибай артистары, Башҡортостандың көнъяҡ-көнбайыш райондары буйлап гастролдәргә сыҡҡанбыҙ.
Матшрутыбыҙ -үҙебеҙҙә өс район да,Ырымбур сығып ,аҙна йөрөү!Шунан килгән юлдан кире әйләнеп ҡайтыу.Оҙон ғына сәфәргә юлланғанбыҙ.Йәмғеһе 52 генә көн!Һау кешегә оҙаҡ та түгел һымаҡ.
Клуб мәдирҙәренең көн һайын район үҙәгенә сабыуҙары:планда-һабантуйҙы юғары кимәлдә үткәреү,ауыл һәүәҫкәрҙәрен репетицияға йәлеп итеү,ҡурайсы,йыраусы,ҡумыҙ сиртеүсе,бейеүсе һәм,,Әхирәттәр клубын "йыйнау,тирмә ҡороу,балаҫ һуғыу,кейеҙ баҫыуҙы,тире ирәктәүҙе ойоштороу,аш-һыу яраштырыу,ҡунаҡ һыйлау,ҡыҙ биреү,килен төшөрөү ,сеңләтеү, бүтән йола,ғөрөф-ғәҙәттәр күрһәтеү,ҡымыҙ бешеү,май тасҡау ,ҡорот һарҡытыу ,ҡаҙан аҫыу кеүек көнкүреш мәшәҡәттәрен ойоштороу.
Төш етәрәк сираттағы ауылға килеп инәбеҙ ҙә ,,Мәҙәниәт йорто"на Кубаньдың арты менән килеп туҡтайбыҙ.
Автобустың артҡы ишегенән декорацияларҙы ташыу ҡулайлыраҡ.
Бына бөгөн дә саң туҙҙырып клуб янына килеп туҡраныҡ.Шофер Ишкилде ағай сигналға баҫты:ббииип!Шар асыҡ торған мәҙәниәт йортонан бәрәстәрен эйәртеп биш-алты туҡал кәзә,уларҙың артынан өс йолҡош тай өркөшөп килеп сыҡтылар ҙа,автобус туҡталышы,тип аталған будка эсенә инеп киттеләр-унда күләгә.Беҙҙе был ауылда шулай ҡаршыланылар.
Йәш кенә декоратор егетебеҙ артҡы ишекте асып ебәрҙе лә,йәшерәк артист егеттәребеҙ декорация,һандыҡтарҙы клубҡа ташып та ҡуйҙылар.Ул арала беҙҙең янға югерә-атлай йоҡа ғына кәүҙәле апай килеп етте.Тирләп бешкән ,беҙҙе ҡаршы алмағанына уңайһыҙлана үҙе.
-Мөдир районға китте,кәңәшмә бөгөн.Мин бөгөн һеҙҙе фатирҙарға урынлаштырам.Күбегеҙҙең фатир хужалары белеп,көтөп торалар инде.
Был апай мине клуб эсендә көтөп торорға ҡушып,олораҡ апай-ағайҙарҙы алып китте ауыл буйлап.
Фәнзил сәхнәгә декорация ҡорам, тип тороп ҡалды.
Гастролгә артыҡ күп кеше йөрөтмәйбеҙ.Костюм үтекләүсе лә,реквизит ҡуйыусы ла,гример ҙа мин үҙем.
Мөдир урынына ҡалған апай килеп еткәнсе,костюмдарҙы үтекләп элдем,реквизиттарҙы урынлаштырҙым,гримдар һандығын асып,ҡып-ҡыҙыл парикты болванкаға кейҙереп,бигудилар ураным.
,,Абувь" ,тип яҙылған һандыҡты асып,аяҡ кейемдәрен теҙеп сыҡтым.
Костюмдар цехы мөдире
Фәүзиә апай күҙ алдына килеп баҫа:артистарҙың кейемен таҙа итеп йөрөт,абуфтарҙы юғалтып ҡуйма!Уны уйлап,йылмаям,күңелһеҙ,мал еҫе аңҡып торған клуб эсенә ,,Абувь"тип яҙылған һандыҡ һәм болванкалағы бигуди уралған ҡыҙыл парик ҡына шатлыҡ өҫтәгән һымаҡ.Валлаһи!
Эшем тамам булды.Фәнзил дә декорацияны ҡороп бөттө,прожекторҙы бер яндырып,бер һүндереп,тикшереп алды,сәхнә алдына ,,телмәрйендәрҙе" урынлаштырҙы.Бәләкәй ,иҙәндә ултырған прожекторҙар улары.
Баяғы апайҙы көтәбеҙ.Юҡ булды.Мөдирҙәрҙең дә,урынбаҫарҙарының да ҡапыл ғара ғәйеп булыуҙарына күнегелгән.
Тышҡа сығып көтә башланыҡ,клубты бер ураныҡ.Ике ураныҡ.Ларек ишеген барып тартып ҡараныҡ,тағы клубты урап сыҡтыҡ.Шулай уратып кәлеп һалдыҡ.
Клуб артына күп итеп ҡайын утыны ауҙарып киткәндәр.Бысҡандар,кемдер яра башлаған икән,түмәрҙәргә сабылған көйө ике балта тора.
Фәнзил менән икәүләп көн үтһен,тип,утын ярырға керешеп киттек.Арыуыҡ ҡына өйөлөп китте ярған утындарыбыҙ.
Шулай бер һыуһын эшләп,ял итеп ултырһаҡ,эргәбеҙгә аҡтан кейенгән ,сигелгән теүәтәйен башына ҡырын һалған,аҡ һаҡал-мыйыҡлы һөйкөмлө генә оло ағай килеп сәләм бирҙе.
-Әссәләмәғәләйкүүүм,балалар.Кем тип өндәшәйем ...
-Һаумыһығыҙ,беҙ әртистәр.
-Әртис утын ярып йөрөмәҫ.Буштыр.
-Ысын,ағай,артистарбыҙ,бер мөдир урынбаҫары апай килеп күренде лә ,юҡҡа сыҡтысы,ул килгәнсе,утын яра торайыҡ,тинек,-минең кәйеф төшә башланы.Һыуһатты.Ней ларегы асылмай.
-Клуб мөдире Рәмзиә килен районға китте шул.Һабантуйға тирмә ҡоралар,шикелле.Балаҫтар,кейеҙҙәр тейәп сығып киттеләр.Дәәә,әле генә ҡайтмаҫ.Булмаһа,әйҙәгеҙ миңә.Ҡустыны балыҡҡа апарырмын.Һаҡмарҙа һәләк бәрҙе күп.
Тик ней,ларектың асылғанын көтәйек тә.Минең өй бынан өс саҡрым ғына ул,күрше ауылда.
.Үҙем көнөнә икене килеп урайым,ларекка киләм,киленгә ошо утынды ярырға ярҙам итәм.
Ҡана,ларек асылғансы утын ярайыҡ әле,һылыу,бир балтаны.Ҡыҙ кешегә балта һелтәп тороу әллә нисегерәк.Етмәһә,әртисһең,устарың һөйәлләнеп китер.
Арыуыҡ утын ярып ташланы быларым.Ларек асылды.Аҡ бабай ларектан тоҡсайына әллә нәмәләр тултырып сыҡты.
-Ошонда ғына көтөгөҙ мине,хәҙер бер генә ергә инеп сығам да,мәтрите,бер ҡайҙа ла китмәгеҙ,үҙемә алып ҡайтам,-югерә-атлай түбәнгә төшөп китте ағай.
Уныбыҙ күҙҙән юғалыуы булды,һары москвич беҙҙең яныбыҙға килеп туҡтаны ла,машина эсенән түп-түңәрәк кәүҙәле ,арыуы йөҙөнә сыҡҡан ҡатын килеп төштө.
-Әтристәр килмәгәнме шул?-шулай тине лә клубҡа инеп китте.
-Апай,беҙ ,әртистәр,беҙ килдек,-тип артынан эйәрҙем.
Рәмзиә апай кире сығып килә икән,саҡ тупһала бәрелешмәнек.
-Әпсәң башы!-терт итеп ҡалды,-уф,йөрәгем бот араһына төшөп китте!-үҙе ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
-Апай беҙ күптән килдек.Бер апай беҙгә көтөп торорға ҡушты ла юҡ булдысы,-уңайы сығып,мин ошаҡлаша һалдым.
-Һеҙ миңә бараһығыҙ инде,ҡәйнәм өйҙә ул,әйҙәгеҙ.
Мөдир Рәмзиә апайға эйәрҙек.Баяғы аҡ кейемле ағай киткән яҡҡа төшөп киттек.
,,Әй,әттәгенәһе,был ағай беҙҙе эҙләп йөрөрмө икән,"-тип борсолоп киләм үҙем.
Аҫҡа төшөп етеп, һулаҡайға боролғайныҡ ҡына,күркәм генә өй янында баяғы ағайҙы тап иттек.
Уныбыҙ быялаһыҙ тәҙрә аша кем менәндер ихлас әңгәмәләшә ине.
-Һаумы,Булат ағай,-ас ҡапҡаны,әртистәр апҡайтып киләм!-Рәмзиә апайҙың тауышына әйләнеп ҡараны ла ағай,кире тәҙрәгә боролдо.
-Миңһылыу!Ана ҡайтты килен,хәҙер алып сығып йөрөтөрмөн үҙеңде-тине әңгәмәсеһенә ағай.
Тупһа эргәһендә ятҡан яҫы таш аҫтынан өй асҡысын алып,Рәмзиә апай ишекте асҡас,эйәртенешеп өйгә индек.
Өйҙә бикле ултырған һылыу ғына инәй иламһырап ҡаршы алды беҙҙе.
-Зарыҡтым,тышҡа сыҡҡым килде,ҡыҙым.Әллә нишләп бик ҡуяһың да китәһең,тиҙ ҡайтам,тиһең дә ,инде оҙаҡлайһың...
Рәмзиә апай газ плитаһына сәйнүкте ҡуя һала,һыуытҡыстан ашамлыҡтарын сығара,түңкәрелгән табаҡ аҫтынан әсе икмәк алып телә, йомро ҡорһаҡлы сөгөндә нимәлер бешереп киткән икән,уныһын йылытырға ҡуя, шул арала янында өйөрөлөп йөрөгән апайҙы яратып ала,арҡаһынан һөйә:
-Ҡәйнәм,һабантуйға әҙерләнәбеҙ.
Тирмәләр ҡорҙороп ҡайттым.Иртәгә һабантуй!Алла бирһә!Үҙеңә һабантуй күрһәтеп алып ҡайтырмын!
-Әәә.Шулай тигәйнең шул.Онотам да ҡуям.
Әллә ҡайһыһы тәҙрә эргәһенә килеп мине һөрәндәп тик тора,Миңһылыу,мин килдем,сыҡ,тигән була.
-Әллә кем түгел,Булат ағай бит ул.Таныманыңмы?-Рәмзиә апай йылмая .
-Ниндәй Булат?!Таныманымсы.Күҙ ҙә етә күрмәйҙер инде,-инәй ҡапыл ғына мьнһоулана.
Һүҙгә сигеүле теүәтәй кейгән ағай ҡушыла.
-Мин бит -Булат!Таныным,тинең бит бая Миңһылыу.Тағы ла ҡара миңә,текләп ҡарасы..-Булат ағай күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә Миңһылыу инәйгә баға,ике күҙенән күҙ йәштәре ана тама,бына тама!
Рәмзиә апай өҫтәлгә сәй әҙерләй,матур сынаяҡтарҙы теҙә.
-Булат ағай,ҡуй ыҙалатма ҡәйнәмде,үҙең дә ыҙалап йөрөмә инде улай,ҡәйнәм һеҙҙе танымай бит!
-Атаҡ,нишләп йөрөмәй тей...Ыҙаламайым да.Йөрөйөм.Ул танымаһа һуң,мин бит уны таныйым.Миңһылыу кеше танымай,тип бер кем инеп сыҡмаһынмы хәҙер.Минең уға зыяным юҡ.Бына әҙ генә күстәнәс алып килдем,ҡара йөҙөмдө ярата ла инде.Һөйәге юҡ шыпа ғына.Әфлисун әпкилдем.Йөрәгем шуны һөйә,тей бит,Миңһылыу,дөрөҫ бит?Әфлисүн яратаһың бит!Ыҙаламайым мин!Нишләп ыҙалайым,тей.Мин таныйым һине.Онотмайым!!!Бер ваҡытта ла онотмайым!
Булат ағай баяғы ларектан алған күстәнәсен өҫтәлгә ауҙарып ебәрҙе,-Ошо шикалат йомшаҡ ҡына,ашап ҡарале!
-Булат ағай,йөрөмәгеҙ,кеше һөйҙәй...Әллә нисек...
-Һөйләһен!Ә һин ишетмә!Тыңлама.Мине лә тыйма.Минең кеше һүҙенән өркә торған сағым үткән.Кемем бар минең Миңһылыуҙан башҡа...-Булат ағай сынаяҡты һаҡ ҡына Миңһылыу инәйгә һуҙа,-эс,эс,шикалатҡа ҡушып.Тәмде генә...Рәмзиә килен,кешегә бит тайса кәрәк.Терәү...Ихх...Бәғерем таш түгел...Леп-леп тибә әле...Йөрәгем...-Булат ағай йөрәге тәңгәлен усы менән һыйпай.
Бергәләп сәй эскәс,Булат ағай Фәнзилде эйәртеп,Һаҡмарға,балыҡҡа төшөп киттеләр.
-Булат булдымы шул беҙҙең менән сәй эскән кеше?-инәй тәҙрә аша оҙаҡ итеп ҡарап ҡала,-һы,Булат...Булат ...Сырамытҡан да һымаҡмын...
Рәмзиә апай аптырап ҡәйнәһенә ҡарай:
-Таныныңмы,ҡәйнәм?
-Онотҡаным да булманы Булатты...-һылыу инәйҙең сикәләре буйлап йәштәре ағып китте.
Рәмзиә апай ҙа илай.
Спектаклдән һуң ғына ,егеттәр декорацияны тейәп бөткәс ,клубты бикләп ҡайттыҡ.Миңһылыу инәй йоҡлай ине.
Шым ғына сәйгә ултырҙыҡ.
-Ирем вафат булып ҡуйҙы ,байтаҡ ваҡыт үтте инде.Ҡәйнәмә ныҡ стресс булды,бер бөртөк кенә улы ине.Ҡайным мәрхүм дә күптән юҡ инде.Балларыбыҙ ҙа булманы,икәү көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡан булабыҙ,-Рәмзиә апай ауыр итеп көрһөнә.
-Булат ағай кем һуң ул?-шыбырлап ҡына һорайым,һылыу инәйҙе уятып ҡуймайым,тим.
-Ул Булат ағай ҡәйнәмдең йәшлек мөхәббәте.Дөрөҫөрәге ҡәйнәм Булат бабайҙың ғүмерлек мөхәббәте.Йәштән берен бере ныҡ итеп яратҡандар.Яҙмыш инде,бергә булалмағандар.Булат ағай берҙе лә өйләнмәгән.Миңһылыуҙы яратам,бер кем кәрәкмәй,тигән.
Дуҫ-иштәрең булһын өсәү-дүртәү
Һөйгән йәрең булһын бер генә!-гел шулайтып йырлай Булат ағай.
Ҡәйнәңде бир миңә,үҙең кейәүгә сыҡ,ти миңә.Ҡалайтып ҡәйнәмде уға тоттороп ебәрәйем,тей.Ул да миңә ҡәҙерле бит!-һөйләшеү ошо менән бөтә лә,шым ғына йоҡларға ятабыҙ.Йоҡо алмай.Уйланып ятам.
Юрған аҫтында Рәмзиә апай шым ғына илай. Шунан көрһөнә.
Йәйге төндәр ҡыҫҡа ғына бит.Ҡыҙарып ҡына таң ата,мин саҡ йоҡоға китәм.Иртәгә тағы юлға.
Ә иртәнге сәйгә Булат ағай менән Фәнзил күп итеп бәрҙе ҡурып алып килгәндәр!
Беҙ хушлашып ары ҡуҙғалдыҡ.Әллә күпме ерҙәр үттек,әллә күпме кешеләр менән таныштым.Әммә сәфәр буйы Миңһылыу апай менән Булат ағай иҫемдән сыҡманылар.Гел уларҙы уйланым.Быялаһыҙ өлгө аша һөйләшеп тороуҙары, әфлисүн еҫтәре,Булат ағайҙың апайға мөлдөрәп ҡарауҙары..
Гастролдәр аҙағына етеп килә.Ырымбур ҙа артта ҡалды,зыйлап үҙебеҙҙең яҡҡа килеп индек.
-Башҡортостаааан!Һаумы!-!Ишкилде ағай сикте үткәс,,Ббииипп!!"тип сигнал бирә.
Беҙ булып киткән ауылдар,спектакль уйнаған мәҙәниәт йорттары,туҡталыштарҙа -бәрәстәрен эйәрткән туҡал кәзәләр,тай-тулаҡтар!
Автобус тәҙрәһенән башымды сығарғанмын да,үҙем төшкән фатирҙы күреп ҡалайым,тип йөрәкһеп киләм.Ана теге күркәм йорт!
Теүәтәйле Булат ағай менән һылыуҙарҙан һылыу Миңһылыу апай баҡсаға терәлеп торған эскәмйәлә ултыралар!!!
Булат ағай Миңһылыу апайҙы әфлисүн менән һыйлай.
-Фәнзил,күрҙеңме?-тим.
-Күрҙем,кәнишне...
Мин ҡыуанысымдан илап барам.
С.Тамимдар.
ФОТО ИНТЕРНЕТТАН