-Эй, матрос, һин миңә оҡшап ҡалдың, әйҙә танышайыҡ! - Яңғырауыҡлы сағыу тауышты ишетеп, әйләнеп ҡараным. Минән алыҫ түгел, түңәрәк битле, йәшел күҙле ҡыҙыҡай йылмайып баҫып тора ине.
-Һиңә форма килешә, матрос булып хеҙмәт итерһең моғайын.
Бығаса күрмәгән ҡыҙыҡайҙың үтә үткерлеге минең зитҡа тейһә лә, алсаҡ итеп йылмайыуы уның саялығы шулай булырға тейеш кеүек ҡабул ителде. Еңелсә тулҡынланған һарғылт сәстәре яулыҡ аҫтынан матур булып күренә. Ә ҡара-күк төҫтәге спорт костюмы, әйтерһең дә, уның өсөн тегелгәндәй килешле ине. Мин, уның эргәһенә килеп ҡул биреп, үҙемдең исемемде әйттем, ул да ҡулымды йомшаҡ һәм матур бармаҡтары менән ҡыҫып тотто. Ләкин, уның исеме бығаса әллә ни ишетеп өйрәнелмәгән, ят ине: Люси. Минең һорау-ҡатыш аптырашлы ҡарашымды күреп, тағы ла матурыраҡ йылмайып: "Эйе бына шундай минең исемем" , -тип яуап бирҙе. Ул ваҡытта мин ошо ҡыҙыҡай менән танышыуым артабанғы тормошомды бөтөнләйгә үҙгәртер тип күҙ алдыма ла килтермәгәйнем...
Район кимәлендәги хәрби йыйын шулай ҡыҙыҡлы башланып китте. Йыл һайын өлкән класс уҡыусылары май аҙағында НВП дәресендә үҙләштергәнде практик яҡтан нығытыу өсөн йыйыла торған ине. Әҙерлек көслө бара, барыһында өйрәнер өсөн барлыҡ күнекмәләр күп тапҡыр ҡабатлана.
Был йыйындың мотлаҡ үтәлә торған тәртибе - хәрби кейемдең булыуы. Шуға күрә күбеһе ағайҙарының, дуҫ- таныштарының формаларын кейәләр. Мин дә әле генә армиянан ҡайтҡан матрос ағайымдың формаһын алдым. Шуныһы ҡыҙыҡлы, бында бер үҙем матрос кейемендә инем.
Бер үк ваҡытта әлеге йыйын - армия алдынан сынығыу үтеү. Стройҙа йөрөү, атыу, алыҫ араға йүгереү, палаткаларҙа йоҡлау - барыһы ла өс көн дауамында яланда һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үтә. Ысынлап та хәрби шарттарға яҡынайтылған һәм был күптәр өсөн һынау булып торҙо.
Ләкин Люси менән аралашыу бындай ҡыйынлыҡтарҙы артҡы планға күсерҙе. Көндә уңайлы мәл килеп сығыу менән уның янына һөйләшергә ашығамын. Бындай хәлде көтмәгән беҙҙең военрук мыйығы аҫтынан хәйләкәр генә йылмайып йөрөнө, аш-һыу бешереүсе класташ ҡыҙҙар ҡырын күҙ менән ҡарайҙар ине.
Өс көн һиҙелмәйҙә тиерлек үтеп китте, ҡайтыр алдынан бер-беребеҙҙең адрестары менән алмашындыҡ. Унан ары аралашыу хат аша барҙы. Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барыу тураһында һорау килеп сыҡҡас, оҙаҡ уйламайынса документтарҙы медицина училищеһына алып барып бирҙем. Һуңғы имтихандарҙы тапшырып, бер-нисә көндән инеү-инмәүҙе белер өсөн йәнә уҡыу йортона килеп исемлекте уҡый башланым. Һис көтмәгәндә, унда Люсинең дә исемен күреп бер аҙ аптырауға ҡалдым. Беҙ алдан кем ҡайҙа уҡырға барыуы тураһында хәбәрләшмәгәйнек. Бер аҙ айырылышып торғандан һуң йәнә бергә булдыҡ. Беҙҙең дуҫлыҡ тағы ла нығынып, бығаса булмаған нурҙар менән уйнап китте. Гелән бергә йөрөп, бер-беребеҙгә ныҡ өйрәндек. Әммә уҡыу йылдары бик тиҙ үтте, ҡулға диплом алғас, хатта быға ышанмай ҙа торҙоҡ.
Айырылышыу ваҡыты етте, мине армияға алдылар. Повестканы һуңлап ебәреү арҡаһында хушлашыу тиҙ генә булды, иртәгәһен военкоматта булырға тейешмен. Ә бер көндән һуң самолетта алыҫ диңгеҙ ярында урынлашҡан ҡалаға оса инем.
Люси дөрөҫ юраған булып сыҡты, мин диңгеҙ сиге ғәскәрҙәренә эләктем. Ике ай өйрәнеү курсы үткәндән һуң, беҙҙе хеҙмәт итәсәк хәрби частарға ебәрҙеләр.
Беҙҙең судно диңгеҙ вокзалына килеп туҡтаны һәм частҡа артабан китер өсөн автобус көтә башланыҡ... Шул ваҡытта таныш тауыш ишетәм: -Эй, мотрос, ты мне нравишься!". Мин аптырауҙан артыма әйләнеп ҡарайым, минең алдымда Люси баҫып тора ине. Күҙҙәремә ышанмай, -Был һин? -тип һорайым.
-Мин, мин- тип яуаплай ул, тәү тапҡырҙағы кеүек ихлас йылмайып.
Ер ситендә ятҡан диңгеҙ буйы ҡалаһында таныш кешене, бигерәк тә Люсине осратырмын тип башыма ла килмәгәйне Ул бында йүнәлтмә буйынса ебәрелгән, ә вокзалға иптәш ҡыҙын икенсе ҡалаға оҙатыр өсөн килгән булып сыҡты. Бер-беребеҙгә яҙған хаттар ҙа килеп етмәгән көйөнсә, яҙмыш ҡушыуы буйынса йәнә осраштыҡ.
Ул ҡала больницаһында эшләй башланы, ә мин санчастә хеҙмәтемде дауам иттем. Минең ял ваҡыты уныҡы менән тура килгәндә һирәкләп булһа ла осрашып торҙоҡ йә телефон аша бәйләнештә булдыҡ. Һөйгәнеңдең яҡында булыуы - ҙур бәхет, былкүңелгә тыныслыҡ бирә ине. Ваҡыт диңгеҙ тулҡындарын сәрпәп барған корабль кеүек йылғыр юрғаланы. Минең бер йыл хеҙмәтем үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Беҙҙең кораблде сираттағы алыҫ сәйәхәткә әҙерләнеләр. Алты ай дауамында беҙ сит ҡитға ярында булырға тейеш инек. Китергә бер көн ҡалғас, ял алып, Люсинең эргәһенә хушлашырға барҙым. Йөҙөндәге борсоулы үҙгәрештәрҙе күреп ниҙер булғанын аңланым. Мине күргәс, Люсинең күҙҙәренән йәш тамсылары атылып сыҡты.Ул әсәһенең ҡаты ауырып китеүе һәм уға ҡайтырға кәрәклеге тураһында хәбәр итте.
Шулай итеп, мин алыҫ ярҙарға, ул әсәһе янына ҡайтып китте. Сит ил ярҙарына сәйәхәтем алты түгел, туғыҙ айға һуҙылды. Әйләнеп килеүемә дембелгә әҙ генә ваҡыт ҡалған ине. Люси, әсәһе ныҡлап йүнәлмәйенсә кире килмәне. Хәҙер инде бер-беребеҙгә хат яҙышып, һирәкләп шылтыратышып торҙоҡ.
Диңгеҙ шауын, аҡсарлаҡтар ҡысҡырыуын һәм хәрби кораблдең тауышын ҡалдырып, ҡайтып китер ваҡыт та етте. Дембелдәрҙе оҙата сыҡҡан матростарҙың безкозыркаһы таҫмаларын ғәҙәттәгесә булмаған йылы ел елберләтә. Беҙҙе көтөп торған автобусҡа ултырып, аэропорт яғына юл тоттоҡ.
Үҙемдең самолетты көткән ваҡытта Люсигә тиҙҙән ҡайтырға сығыуым тураһында хәбәр иттем. Охота диңгеҙенең ярынан Урал тауҙарына тиклем аруҡ ҡына осҡандан һуң, самолет йомшаҡ ҡына килеп төштө.. Ҡаршы алыусыларҙың шат тауыштарынан аэропорт залы яңғырап тора. Шул ваҡыт, кемдеңдер ҡарашын тойоп, башымды бороп ҡарайым һәм йөҙөнән шатлыҡ нурҙары бөркөп торған Люсине күрәм, ул элекке кеүек: "Эй, матрос, һин миңә оҡшайһың"- тип өндәшә, мин уға: -"Һин дә миңә, Люси"- тип яуаплайым.
Хәмит Ҡарамалинский.