Мин уға аптырап ҡараным, әммә өндәшмәнем. Һаман да ҡатындың күҙ йәштәре аша һөйләгән хәбәрен тыңлауымды дауам иттем.
-Юлечкам мине 1 ай элек бөтөнләйгә ҡалдырып китте. Тик кисә шылтыратып:
-Әсәй, мин ныҡ һағынһаң, тыуған көнөмә кил, һөйләшеп ултырырбыҙ! – тине.
Бисараҡайҙың йөҙөндө йылмайыу хасил булды: ул мине көтә!
Көн ныҡ эҫе ине. Бөтә ерҙә лә тығын.
-Һеҙ әйткән ваҡытҡа өлгөрмәҫбеҙме икән? – тинем уға әйләнеп.
-Ҡурҡынысы юҡ, бынан бит зыярат алыҫ түгел, мин йәйәү ҙә барып етәм…
Ул машинанан төштө лә шәп-шәп атлап ҡәберлек яғына боролдо ла күҙҙән юғалды.
Тығын бөткәс, мин артабан юлымды дауам иттем. Зыярат яғына боролған урында юлда үҙенә таныш раузалар сәсрәп ятҡанын күреп, шомалана төштөм. Шөбһәләнеүем юҡҡа булмаған икән: юл фажиғәһе булған. Мин алып килгән ҡатын юл уртаһында ята, уның сәстәрен, ҡулындағы сәскәләрен ел туҙрата...
Шул ваҡытта күҙем сәғәтемә төштө: теп-теүәл 15.00 сәғәт ине.
-Өлгөргән икән! – тип уйланым, көрһөнөп.
Интернет селтәренән алынды. Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.