Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
13 Октябрь , 17:55

Һыйыр кәрәк!

...Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә йәштәр дәррәү генә тороп тышҡа ынтылды. Уларҙың был ҡылығын аңламаған ҡайным, эргәһендә ултырған үҙе кеүек оло кешенән: --Ҡайҙа киттеләр ул?--тип һораны. --Әллә һыйыр кәрәк, тип ырғып тороп сыҡты бөтәһе лә. Үҙең туйға йәштәргә һыйыр әйттең дә инде. Шуны ҡарарға тип кәртәгә киттеләр инде,--ти бошмай ғына. --Һыйыр ни ҡасмаҫ ине әле. Иртәгә яҡтырғас сығып ҡарап булмаймы икән уны? Төндә малды ҡуҙғытып,--тип һөйләнде ҡайным.

Бер мәл урамда көслө шартлау тауыштары яңғырап, һауала төрлө-төрлө утлы шарҙар хасил булды, йәштәрҙең күңелле тауыштары яңғыраны.

--Фейервергҡа сыҡҡандар ҙа баһа! Беҙ һинең менән ике ҡарт баш, йәштәрҙең фейерверг тигәнен һыйыр кәрәк тип ишеткәнбеҙ!--тип көлөшөргә тотондо ололар.

Туйҙар гөрләп үтте, ләкин лаҡап ҡалды: хәҙер бер фейеверк тимәйбеҙ, һыйыр кәрәк тибеҙ. Һеҙҙең яҡта булдымы быйыл фейерверк? Беҙҙә әле лә көн лә күктәр ялтырай...

**

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: