Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
4 Октябрь , 09:10

Зарыҡтырған скотч

Тынғыһыҙ уҡытыусы эше... Ниндәй генә ролгә инмәйһең дә, ни генә эшләмәйһең, нимә генә һатып алмайһың... Уртаға ярылһаң ярылаһың, әммә барыбер һүҙеңде һүҙ итеп, уйлағаныңды бойомға ашырып ҡуяһың...Рәмис әйтмешләй, ҡый-ғыпыр йыйыусы ла булып китәһеңдер инде. Сөнки, бер заман кәрәге тейер әле, тип рәтләп, тәңкләп һалған, ҡыҫтырып ҡуйған, йәшергән, тыҡшырған "байлыҡтың" иҫәбе-һаны юҡ... 

Зарыҡтырған скотч
Зарыҡтырған скотч


🤭😁

Яҡынлашып килгән уҡытыусылар көнө байрамына минең класым яуаплы быйыл. Матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреп ебәргеләре килә. Күҙҙәре янып тора. Бер алдыбыҙға алған эште атҡарыр өсөн ике яҡлы йәбешә торған скотч кәрәк булды. Валдбериздан яҙҙырғайным, хаҡы арыу, үҙе әҙ генә булды. Етмәне. Бер көн Рәмис Йылайыр сығам тигәс, мәйтәм, миңә двустронний строительный скотч алып ҡайт әле, "Стройка" магазинда була.

Ул баяғы мине йүнләп тыңламағандыр ҙа инде. Кискә ҡайтып инде: береһе нәҙек, береһе йыуан ябай ялтыр скотч апҡайтҡан булған😏 Үҙе еще: "Ниндәйе кәрәк ине, йыуанымы, нәҙегеме, белмәнем дә, икеһен дә алдым", -тип довольный торған була😁

—Рәмис, мин һиңә строительный двустронний скотч тинем!!! ☹️
—Улай тимәнең, стройка магазинынан скотч тинең!!!
—Стройка ла тинем, строительный ҙа тинем, двустронний ҙа тинем!!! 😡
—Белмәйем, мин ишетмәнем, стройка, скотч, тигәнен генә ишеттем!
—Уфффффф
—Ярай, иртән барам бит, апҡайтырмын!

Иртәгеһенә двустронний скотч алған ул, түлкә ябайҙан. Ҡағыҙ-мағыҙ кеүек еңел-елпе йәбештерә торғанын алған😭

—Бына нәҙеген дә, йыуанын да алдым, нимә йәбештерәһеңдер уныса, аптырайым!
—Рәмис, былай түгел! Теге ҡара төҫтән, ауыр әйберҙәр йәбештерә торған...Стройка... 😥
—Инәңде генә себергә ебәрәйем😡😡😡 Нормально итеп аңлата алмайһыңмы әллә😡
—Һуң нормально итеп аңламай ҙа ҡуяһың бит... 😔
-Плюшкина һин, белдеңме?!

Иртәгеһенә тағы китте Йылайырға. Бер заман ултырҙым ултырҙым да ҡана әле баяғыға иҫләтеп сообщение яҙайым әле, тип :" Ҡап-ҡара строительный скотч"- тип яҙып ебәрҙем😂 уҡыны ла өндәшмәй 🤭😁

Ултыра торғас, мине онотма👋 тип яҙҙым. Бер заман, бынан сообщение килгән:" Мин уже Йылайырҙа, мине онотма тип, ҡуша барам тимәнең дә инде, "- тип ағайым төтәп китеп кенә бара, теге ҡап-ҡара скотч төҫөнә инеп🫢 Ҡурҡыштан :" Юҡ, юҡ, баяғы ҡара скотчты әйтәм дә, минең йомошто онотма тип... "- тинем🤭😂

" Нисәне? "- тип кенә һораған ине, өстө ҡап-ҡара строительный скотч, тип тағы аңлатып яҙҙым😂

Кискә тупырлатып апҡайтып ауҙарҙы минең инструменттарҙы😂😂😂
Ҡыуанып киттем. Шунан аҙағынан:" Строительный түгел, монтажный, скотчта түгел, клеящая лента "- тип өҫтәп ҡуйҙы😂😂😂 Ярар, өсөнсө көн тигәндә аңлаттым да инде, ҡалғаны миңә не важно😂

Бер заман уҡыусыларым менән эшебеҙҙе атҡара башлағайныҡ , теге скотч етмәне лә ҡуйҙы.🫢 Хәҙер һорарға ҡурҡам уже теге ирҙән. Төштән һуң Йылайырға ҡуша сыҡтым. "Стройка магазинында туҡта әле🤗☺,"- тигәйнем, Рәмистең яурындары һулып төшөп, күҙе дүртмөйөшкә әйләнде лә ҡуйҙы😂 Ипләп кенә төшөп, ғәйепле генә баҫып, магазинға инеп киттем. Тағы өс скотч тотоп килеп сыҡҡанымды кисерә лә, аңлай ҙа алманы😂😂😂

Аптырап ултырҙы ла башын сайҡап :"Атҡаҙанған строитель..."- тип ҡуҙғалып китте. Шулай, ущитель булғас, строителдә булып китәһең инде😂😂😂

Зөлфирә Таһирова, уҡытыусы.

Йылайыр районы

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: