+1 °С
Ҡар
Онотолған тауышты ишетеүҙән ҡурҡһам да, дисплейҙы ыңғай һыйпаным:
--Алло! Нишләп оҙаҡ алмайһың ул!? Телефон тотоп йоҡлап китәһең, ашағанда телефоның ҡулыңда, бәҙрәфкә барғанда ла һалып тормайһың, ә бына шылтыратһаң алмайһың, ишетмәйһең, эйеме?!!—тип ирем ҡысҡырып әрләргә тотондо.
Шунда ғына аңлап ҡалдым: үҙемә яңы телефон алғас, иҫкеһен ҡыҙыма бирҙем. Күсереп ҡуйған симкаларҙа бөтә контакттар ҙа һаҡланмағас, блютуз аша тиҙ генә телефон һандарын күсереп алдым. Ә ҡыҙым шул арала үҙ симкаһына атаһының номерын яҙып та өлгөргән булған инде. Шуға ла атайым шылтыратҡан икән!!!
Гөлдәр Ҡадаева.
фото интернеттан