Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
22 Сентябрь , 12:35

ЮҒАЛҒАН СӘНИӘ

Мәхүпъямал инәй сәңгелдәктә ятҡан бәләкәй ҡыҙы Сәниәне Фәниәһенә ҡалдырып, колхоз эшенә китә. Фәниә апайҙың да бала ғына сағы. Сәниә апайҙы бәүетеп йоҡлата ла тышҡа уйнарға сыға. Хәтһеҙ генә ваҡыттан ҡайтһа, Сәниә урынында юҡ икән. Ҡото алынған ҡыҙ тышҡа йүгереп сыға... Нимә эшләргә? Үҙе сыҡҡан тиер ине, 3-4 айлыҡ бала нисек сыҡһын? Улай йүгерә, былай йүгерә Фәниә апай, күрше-тирәләренән һораштыра – бер кем бер ни белмәй икән. Ингән-сыҡҡан кеше лә тойолмаған... Ҡыҙ ҡырға, әсәһе янына йүгерә....Ҡото алынған инәй, тағы ла бер нисә ҡатын эштәрен ташлап ҡайтып инәләр.–Сиған-фәләндәр йөрөмәнеме ауылда? Ят кешеләр инмәнеме? – инәйҙең төпсөнөүе һөҙөмтә бирмәй. ..

ЮҒАЛҒАН СӘНИӘ
ЮҒАЛҒАН СӘНИӘ

Мәхүпъямал инәй сәңгелдәктә ятҡан бәләкәй ҡыҙы Сәниәне Фәниәһенә ҡалдырып, колхоз эшенә китә. Фәниә апайҙың да бала ғына сағы. Сәниә апайҙы бәүетеп йоҡлата ла тышҡа уйнарға сыға. Хәтһеҙ генә ваҡыттан ҡайтһа, Сәниә урынында юҡ икән. Ҡото алынған ҡыҙ тышҡа йүгереп сыға... Нимә эшләргә? Үҙе сыҡҡан тиер ине, 3-4 айлыҡ бала нисек сыҡһын? Улай йүгерә, былай йүгерә Фәниә апай, күрше-тирәләренән һораштыра – бер кем бер ни белмәй икән. Ингән-сыҡҡан кеше лә тойолмаған... Ҡыҙ ҡырға, әсәһе янына йүгерә.
...Ҡото алынған инәй, тағы ла бер нисә ҡатын эштәрен ташлап ҡайтып инәләр.
–Сиған-фәләндәр йөрөмәнеме ауылда? Ят кешеләр инмәнеме? – инәйҙең төпсөнөүе һөҙөмтә бирмәй. – Апайыңдар түбәнгә алып китмәгәндәрҙер ҙә ул?
Туғандарына барып белешәләр, өй һайын тиерлек йөрөп сығалар: белеүсе лә, күреүсе лә юҡ... Мәхүпъямал инәй ысынтылап хафаға төшә.
–Ҡайҙарға ғына алып киттеләр инде бәпәй генәмде? – Йорто тирәһенә йыйылышҡан кешеләргә күҙ йәштәре аша ялбарып ҡарай ҡатын, улай-былай йөрөгән арала ҙур ҡыҙы менән биш-алты йәшлек улына һуҡрана. – Эшкинмәгәндәр, бер һеңлегеҙҙе лә ҡарай алмағанһығыҙ... Табығыҙ баламды, ҡайҙа иттегеҙ?
Эңер төшөр алдынан өйгә инеп-сығып йөрөгән ҡатындарҙың береһе иҙән аҫтында бала шығырлағанын ишетә. Мөгәрәп ҡапҡасын асып ҡараһалар, Сәниә апай унда йыйылған һыу өҫтөндә йүргәге-ниһе менән йөҙөп йөрөй икән. Мәхүпъямал инәй ҡыуанысынан илай-көлә иҙән аҫтына төшә һалып, бәпәйен күкрәгенә ҡыҫа...
Сәниә апай был хәлдән һуң оҙаҡ йылдар йәшәп, Иҫке Яҡуп ауылында донъя ҡуйҙы.

 

МОТАЛ РӘМОВ.

Автор:
Читайте нас: