Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
21 Сентябрь , 20:05

Сәйер хәл

...Бер йыл үткәс, ауырға ҡалғанымды белдем. Ҡыуанып бәпәй көтәбеҙ. Машина алып ебәрҙек. Бер көнө ҡалаға машинабыҙ менән ҡалаға барҙыҡ. Ауырыма 9 ай ине, барғас та УЗИ -ға ебәрҙеләр. Ҡарап ултырғанда табиптың йөҙө үҙгәреп китте. Һеҙгә әйтмәнеләрме ни балағыҙ патология менән тип, ти. Шул ваҡыт мине ток һуҡтымы ни, күҙҙән йәштәр атылды. Ни өсөн? Ни эшләп? Улай булыры мөмкин түгел тип ҡысҡырып илап ебәрҙем. Сыҡҡас иптәшемә һөйләп бирҙем. Дауаханаға ятырға кәрәк тинеләр. Юҡ ятмайым тип, сығып ҡайтып киттек. Юлда илайым, иптәшем һөйләшмәй, минең ни ғәйебем бар һуң. Сэғәт дүрт, биш тирәләре ине, бер боролошҡа еткәс, ҡапыл бер нисә секунд эсендә ҡаршы килгән машина килеп төкөнө, куҙ алдарым ҡараңғыланып китте...

Сәйер хәл
Сәйер хәл

Яңыраҡ ҡына туй яһап йәшәй башлаған сағыбыҙ. Етем генә егеткә кейәүгә сыҡтым. Өйҙө ҡуртымға алып йәшәнек, икебеҙҙә эшләп йөрөйбөҙ. Иптәшем полиция, мин һатыусы. Ҡала бик тиҙ ялҡытты, уйланыҡ та, ауылдан өй алып, мал көтөп, ҡош - ҡорт алып йәшәргә булдыҡ. Бер төпкөл, тирә-яғын ҡарағайҙар уратып алған ауылды һайланыҡ, тәбиғәте матур ине. Тапҡан өйөбөҙ матур урман ситендә булды. Һыйыр һатып алдыҡ, ҡолон алып ебәрҙек, ҡош ҡорт алдыҡ, баҡса сәстек, шул тиклем дәртләнеп йәшәргә керештек. Бер йыл үткәс үҙемде ауырға ҡалғанымды белдем. Ҡыуанып бәпәй көтәбеҙ. Машина алып ебәрҙек. Бер көнө ҡалаға сыҡтыҡ машина менән, мин туғыҙынсы ай менән. Барғас та УЗИ -ға ебәрҙеләр, ҡапыл врачың йөҙө үҙгәреп китте шул ваҡыт.Һеҙ ҡасан һуңғы тапҡыр узи үттегеҙ? тип һораны, һуңғы тапҡыр мин ете айында үттем. Һеҙгә әйтмәнеләрме балағыҙ потология менән тип һорай. Мине шул ваҡыт ток һуҡтымы ни, күҙҙән йәштәр атылды,ни өсөн?Ни эшләп? Улай булыры мөмкин түгел тип ҡысҡырып иларға керештем. Сыҡҡас иптәшемә һөйләп бирҙем. Больницаға ятырға кәрәк тинеләр врачтар.Юк ятмайым тип сығып ҡайтып киттек. Юлда илайым, иптәшем һөйләшмәй, минең ни ғәйебем бар һуң. Сэғәт дүрт, биш тирәләре ине, бер боролошҡа еткәс, ҡапыл бер нисә секунд эсендә ҡаршы килгән машина килеп төкөнө,куҙ алдары ҡараңғыланып китте башҡаса бер нәмә лә хәтерләмәйем. Кемдер инде йомшаҡ ҡына итеп эсемде һыйпағанға күҙҙәремде астым, аңламайым бер олатай көйләп доғалар менән әсемде тота. Ҡурҡыштан ырғып торайым тиһәм таш кеүек ҡайтҡанмын да тора алмайым, тәнем ҡыбырламай, ҡулым күтәрелмәй. Саҡ бышылдап ҡына олатайға өндәштем, һеҙ кем? олатай миңә тура ҡарай, күҙҙәре күп күп, йөҙө ап- аҡ ине. Тороп баҫты ла ике ҡулын һуҙҙы, мин күп уйлап торманым ҡулымды һуҙҙым, нисектер ҡулым еңел генә күтәрелде, олатай ҡулымды тотоу менән ҡапыл бөтә тирә яҡ яҡтырып китте, тәнемә йылы йүгерҙе, мин тере, юҡ үлмәгәнмен тигән уй килде. Ҡараһам ап- аҡ простыня лар, ап- аҡ стена, эргәмдә врач, медсестра тора, әҙерәк башыма барып етте, мин больницала түгелме һуң? Врач яныма килде лә һеҙ бик бәхетле кеше, һеҙҙең ҡыҙығыҙ бар ҡотлайым тине, мин бер нәмә лә аңламайым, мин палатала! Врачтар!туҡта! ҡыҙығыҙ тине түгелме һуң? Күҙ алдыма беҙгә машина килеп төкөгән ваҡиға иҫемә төштө, иң беренсе һорауым бала нисек? Ҡотлайбыҙ ҡыҙығыҙ бар! тине тағы ла ҡабатлап.Тимәк мин тере, ә иптәшем ҡайҙа? тип һораным, тынлыҡ, тороп ултырҙым ҡайҙа иптәшем? Ул комала, тынысланығыҙ, хәҙер ҡыҙығыҙҙы күрерһегеҙ, үҙегеҙгә оҡшаған тинеләр. Нисек? Минең баланы потология тинеләр бит әле, врачтан һорайым, бала нисек? врач арҡамдан һөйөп, юҡ, балағыҙ һап - һау бер ниндәй ҙә потология юҡ. Мин шатлығымдан илап ебәрҙем.Бер нисә көндән иптәшем дә күҙҙәрен аҫты, ҡыҙын күрергә насип булды Аллаға шөкөр! Бер нисә көндән ауылға алып ҡайттылар, иптәшем әҙерәк аяҡтары ауыртып ҡалды шулайҙа иҫәнбеҙ Аллаға шөкөр. Машина эшкинмәне йәлпәшкән икән. Хәҙер аптырап уйлайбыҙ, нисек тере ҡалғанбыҙ, ҡыҙыбыҙ ҙа имен, иптәшем дә имен,тик бер сәйер хәлде аңлап етмәнек, сәйер ҡарашлы олатай эсемде доғалар менән һыйпап ултырыуы, кем булды һуң ул? Хызыр Ильясмы, төшмө, бәлки шул олатай алып ҡалғандыр, баламдың ауырыуы ла юҡҡа сығыуы шул сәйер олатай булғандыр бәлки. Аҙаҡ хәҙрәткә барып өшкөрөлдөк, күҙ тейгән тинеләр,күҙ тейһә кеше үлем хәленә барып етә икән. Һеҙҙе Аллаһ үҙе алып ҡалған үлемдән тине. Беҙҙе ҡотҡарып алып ҡалған врачтарға ла рәхмәтлемен.

 

фото интернеттан

Сейер донъя төркөмөнән

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: