АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
4 Сентябрь , 16:40

Донъя алмаш килә...

Ул хәбәр бикәмдәргә лә барып етте, Тәлғәт ағай ҙа белде. Бесәнгә барғайныҡ, Тәлғәт ағай:"Килен, теге сөсикмәгеңде һалып алманыңмы? Румяный ғына булып бешкән дә, ҡытырлап ҡына тора ти ҙә инде?! Шуны ашағы килә әле ул"- тей ҙә һыны ҡатып көлә😂 мин сығырымдан сығам, күҙемә йәш тула, шулай ҙа...

Яңы ғына килен булып төшкәнмен. Бейем сөсө икмәк баҫты ла:" Килен, ошоно бешереп алырһың, беҙ ҡунаҡҡа киттек, "- тип сығып киттеләр. Мин быға тиклем сөсикмәк тә, әсикмәк тә бешергәнем бар ине, әммә унда гел ҡартатай үҙе мейескә яға, ҡасан эште башларға өйрәтеп, эргәлә тора. "Мадааам, икмәгеңде ултырт, икмәгеңде әйләндер, икмәгеңде ал, "-тип күрһәтеп, иҫләтеп ултыра😂. Беҙҙең өләсәй йыш больницала ятты, ҡартатай шул саҡтарҙа минән бешертә торғайны. Ә былай күпселеген мин тышта эшләргә яраттым. Һыу ташырға, мал һуғарырға...

Өйҙән 16 йәштә сығып киттем, артабан икмәк бешереү эләкмәне лә.
Хәҙер бында киленмен бит инде, белмәһәм дә белергә тейешмен. Ярай, бешерермен, тип тороп ҡалдым. Тик әллә мейес ҡыҙыу булманымы, әллә һүрелтеп ташланыммы, икмәгем бешмәй, ап-аҡ булып тик ултыра. Шулай итеп, икмәк тәки бешмәне😏 Бейемдәр ҡунаҡтан ҡайтты. Ул саҡта улар ихлас ҡунаҡ булырҙар, ҡырын-мырын тейәңкерәп, бик күңелле генә ҡайтырҙар ине.

Минең икмәкте күрҙе лә, бейем:"Астағафирулла, был нимә ул, аны белгәндә бешереп китер инем, бабай, ҡарале, ондо әрәм итеп, үҙем дә һыу мейе, нишләп быға икмәк дәвирәйт итеп китергә! Үҙе лә бешмәгән, икмәге лә бешмәгән..."

Ул замандарҙа магазин тота инек, шунда килгән һәр бер ҡатынға бейем минең "кулинарный способностар" тураһында бәйән итеп тора😂😂😂. Шулай телдән- телгә күсеп, эҫе килеш кенә баяғы күрше йәшәгән апайыма ла барып ишетелгән.

Уным, байғош ҡына, ҡашын төйөп, иренен ҡымтып, йүгереп килеп еткән:"Нишләп миңә әйтмәнең ул, мине саҡырһаң нимә булған, ана хәҙер вис ауыл тулды,"- тип көйәләнә, мин илаулайым. Ә былай нимә булһа ла баяғы аңшайып апайыма барам бит инде, был юлы нишләп бармағанмындыр инде.😂

Ул хәбәр бикәмдәргә лә барып етте, Тәлғәт ағай ҙа белде. Бесәнгә барғайныҡ, Тәлғәт ағай:"Килен, теге сөсикмәгеңде һалып алманыңмы? Румяный ғына булып бешкән дә, ҡытырлап ҡына тора ти ҙә инде?! Шуны ашағы килә әле ул"- тей ҙә һыны ҡатып көлә😂 мин сығырымдан сығам, күҙемә йәш тула, шулай ҙа малщю🙄😂

Башҡа улай позорға ҡалмаҫҡа тырыштым, күп тә тормай газ үткәреп бөттөләр, шунан мин плитала бешереп өйрәнеп алдым. Аҙаҡ бикәмдәр килһә:" И-и-и ошо әсәйемдең икмәге, һимереп кителә инде, ашап туйғыһыҙ, м-м-м-м"- тип баш сайҡай-сайҡай, ҡаймаҡлап тороп, мин бешергән икмәкте еппәреп ултыра торғайнылар🤣🤣🤣

Ул ваҡиғанан күп һыуҙар аҡты, мин дә инде күпте күргән, күпте кисергән, йәшәгән ташый, ҡайным нигеҙ һалған высшее учебное заведение имени "Алабай" тигән уҡыу йорто тамамлаған, дипломированный килен🤣🤣🤣

Үткән аҙнала, то эштә, унан сығып Йылайырҙа йыйылышта булдым, ҡайтҡас картуф разбирать иттек, кухняны йыуып сыҡтым, усаҡлыҡтан өйгә күсенергә әҙерләндек. Арып килеп, тәгәрәп кителде. Бейем усаҡлыҡта мейес яғып, икмәк һалып йөрөй. Шул арала мин йоҡлап та киткәнмен.

Бер заман иплә-ә-әп кенә бейем ингән дә, ғәйепле генә тауыш менән :"Килеееен, анау мейес әллә һүрелеп китте, икмәгем бешмәне лә ҡуйҙысы, ҡалайтайым икән,аптырап тик ултырам ..."- ти бит инде. Уяндым да, нишләптер сразу шул минең бешмәгән сөсикмәк иҫкә төштө😂😂😂 Йүгереп сығып икмәкте алдым да , йүгертеп кенә өйгә алып инеп духовкаға тыҡтым, алайҙа ғына матур бешеп сыҡты.
Иртәгеһенә бейемгә:" Ана шулай, донъя алмаш килә, һин минең бешмәгән сөсикмәкте магазинда тороп һөйләгәйнең, мин һинекен интернетҡа яҙам, "- тип эй көлөштөк. "Яҙ, яҙ!"- тигән булды бейем...

Зөлфирә Таһирова.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: