Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
14 Август , 16:45

ТАБИПТАРҒА БАРҒАН ИНЕМ...

Ауырып больницаға йыш йөрөнөм. Сираттағы барғанымда бабайҙың картаһын яңылыш алып киткәнмен...

Баймаҡ районы Билал ауылы китапханасыһы РАЙХАНА БУЛАТОВА яҙып ебәргән:

 

--Ҡунаҡтамын. Әбйәлилдән килгән 73 йәшлек инәй һөйләй: "Ауырып больницаға йыш йөрөнөм. Сираттағы барғанымда бабайҙың картаһын яңылыш алып киткәнмен. Гинекологкҡа индем, ҡаралдым, картама яҙыуҙарын яҙҙылар. Яңылышҡанымды врачтан сыҡҡас, һуң ғына үҙем аңғарып ҡалдым. Унан сыҡҡас ошо карта менән глазнойға, лорға индем. Бер кем дә бабайыңдың картаһын алып килгәнһең, тимәй. Мин бабайымдың картаһын яңылыш алып китеп йөрөп ҡайттым. Врачтар иғтибар итмәгәнгә аптырайым. Күп тә үтмәй бабайым больницаға барҙы. Гинеколог яҙыуы тора. Врачтар берәй нәмә әйтерҙәр микән тип уйлайым. Бабайға ла өндәшмәнем. Кискә ҡарай бабай врачтарға күренеп ҡайтты. Ипләп кенә һорайым: берәй нәмә өндәшмәнеләрме картаңа тип. Юҡ, ти". Вәт шулай ҙа була икән😃 әбей шәп. Һене ҡатып көлә. Бабайҙың картаһында гинеколог яҙыуы тора. Мазок насар. Срочно операцияға тиелгән, ти😄

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: