АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
4 Июль , 21:30

Ашҡа тоҙ һалдыңмы?

Нәбирә инәйҙең өс ҡыҙы булып, әлегә уларҙың тормошҡа сыҡмаған саҡтары... Ауыл халҡы һуғыш килтергән аслыҡ-яланғаслыҡтан яңы-яңы ғына арынып, мандып килгән осор. Кешеләр һаман өҫтәре йүнле кейемгә, тамаҡтары ашҡа туймай, кем нисек йүлгәнеп йәшәй. Ҙур ҡыҙының ике балаһы ла инәйебеҙ елкәһендә...Ишле ғаиләһен бер туйғансы ашатып-эсереп алыу ниәте менән Нәбирә инәй иҫәпле генә һарыҡтарының береһен салдырып, тышҡы усаҡҡа бер ҡаҙан итеп аш һала. Тик эшкә әүрәгән ҡатын ашына тоҙ һалыу-һалмауын иҫенән сығара бит...

Ашҡа тоҙ һалдыңмы?
Ашҡа тоҙ һалдыңмы?

Нәбирә инәйҙең өс ҡыҙы булып, әлегә уларҙың тормошҡа сыҡмаған саҡтары... Ауыл халҡы һуғыш килтергән аслыҡ-яланғаслыҡтан яңы-яңы ғына арынып, мандып килгән осор. Кешеләр һаман өҫтәре йүнле кейемгә, тамаҡтары ашҡа туймай, кем нисек йүлгәнеп йәшәй. Ҙур ҡыҙының ике балаһы ла инәйебеҙ елкәһендә...
Ишле ғаиләһен бер туйғансы ашатып-эсереп алыу ниәте менән Нәбирә инәй иҫәпле генә һарыҡтарының береһен салдырып, тышҡы усаҡҡа бер ҡаҙан итеп аш һала. Тик эшкә әүрәгән ҡатын ашына тоҙ һалыу-һалмауын иҫенән сығара бит... Бер аҙ ваҡыттан ғына иҫенә төшөп, оло ҡыҙы Һылыубикәгә өндәшә:
–Һылыу, ашҡа тоҙ һалманым шикелле... берәр ус һалып ин әле...
Әсәһенең әйткәнен бер һүҙһеҙ үтәп өйрәнгән ҡыҙ шунда уҡ сығып, көбөнән бер ус тоҙ тондора ҡаҙанға. Күпмелер ваҡыт үтеүгә уртансы ҡыҙы Зәүхиә ҡайҙандыр ҡайтып инә. “У-у-у, ит бешерәләр!” – тип уйлай ҡыҙ һәм һүрелә башлаған усаҡҡа тап-топ өҫтәргә тотона. Шул ваҡыт тышҡа сыҡҡан әсәһе уға һүҙ ҡуша:
–Зәүхиә, бая Һылыуға, ашҡа тоҙ һал, тигәйнем, һалдымы икән?
Ҡыҙ уны-быны уйлап тормай, баяғы көбөнән бер ус тоҙ ала ла, ҡаҙанға төшөрә. Уңғансы Нәбирә инәй Зәүхиәгә икенсе эш йөкмәтә:
–Бар, Базыҡайҙан һыу алып кил, самауырға яңы һыу һалырбыҙ...
Шулай итеп, Зәүхиә көйәнтәһен аҫып һыуға юллана, инәйебеҙ өйөндәге урындыҡта һалма йәйергә тотона. Тап шул мәлдә Зәкиәләре урамдан ҡайта. Әле балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән ҡыҙ, белдекле ҡиәфәт менән усаҡ янына барып, ҡаҙанды асып ҡарай.
–Оһ, ит ашайбыҙ икән!.. Тоҙ һалырға онота ла ҡуя торғандар әле түлкә... – тип, ашҡа тағы ла тоҙ өҫтәй...
... Ишек алдындағы сирәмгә турпыша йәйеп, ғаиләләге алты йән киске ашҡа йөгөнә. Ғәҙәттәгесә, ашъяулыҡ уртаһына бер табаҡ аш ҡуйыла һәм уның тирәләй ағас ҡалаҡтар һалына. Нәбирә инәйҙең:
–Йә, баллар, хуш, аштан ауыҙ итегеҙ, – тигәнен көтөп, барыһы бер юлы ашҡа йомола һәм... ситырайып артҡа сигенә...
–Уй, төртөңгөр... Ҡайһығыҙ мынысама итеп тоҙ һалған? – Еңел кәүҙәле Нәбирә инәй, урынынан тора һалып, ҡаҙан янына барып баҫа.
–Үҙең, һал, тигәс, бер ус һалғайным шул... – Һылыубикә ғәйепле төҫ менән әсәһенә төбәлә.
–Мин дә бер ус тоҙ өҫтәгәйнем... әсәй әйткәс...
Эштең нимәлә икәнлеген төшөнгән Зәкиә генә бер һүҙ өндәшмәй башын түбән эйә. Байтаҡ ҡына сыулашып алғандан һуң ғына, һурпаларына һыу өҫтәп, әсе тоҙло ит менән ризыҡлана ғаилә...

Автор: