АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
14 Июнь , 11:50

АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ

«Бәлки, ашармын»Бер кейәү ҡәйнәһе менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Хужабикә уларҙың алдына төрлө ризыҡ сығарып теҙә. Кейәү кеше бик ашамһаҡ була, уның был ғәҙәтен белгән ҡәйнә, хужалар алдында ҡыҙарырға тура килмәһен тип, уның алдына ҡуйылған һәр ашамлыҡты ситкә ала бара икән, үҙе бер туҡтауһыҙ: «Беҙҙең кейәү быны ашамай ул»,–тип һөйләнә, ти.Тегеһе, ныҡ асыҡҡан булһа ла, түҙеп ултыра бирә икән. Өҫтәл артындағылар туйып, хуш итеп бөткәс, түҙмәгән был: «Туҡтап тор әле, ҡәйнәм, ашамаһам да, ашап ҡарайым әле, бәлки, ашармын»,—тип һыйланырға керешкән. Уның был һүҙе лаҡап булып ҡалған.

«Бәлки, ашармын»
Бер кейәү ҡәйнәһе менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Хужабикә уларҙың алдына төрлө ризыҡ сығарып теҙә. Кейәү кеше бик ашамһаҡ була, уның был ғәҙәтен белгән ҡәйнә, хужалар алдында ҡыҙарырға тура килмәһен тип, уның алдына ҡуйылған һәр ашамлыҡты ситкә ала бара икән, үҙе бер туҡтауһыҙ: «Беҙҙең кейәү быны ашамай ул»,–тип һөйләнә, ти.
Тегеһе, ныҡ асыҡҡан булһа ла, түҙеп ултыра бирә икән. Өҫтәл артындағылар туйып, хуш итеп бөткәс, түҙмәгән был: «Туҡтап тор әле, ҡәйнәм, ашамаһам да, ашап ҡарайым әле, бәлки, ашармын»,—тип һыйланырға керешкән. Уның был һүҙе лаҡап булып ҡалған.


«Тукует»
Бер әбекәй урыҫ кешеһенән кәзә һатып ала. Тәкәне һарайына алып ҡайтып бикләү менән үҙ кәзәләренә көн бөтә бының: теге тәкә һөҙөп йонсота.
Әбей, оҙаҡ уйлап тормай, малын етәкләй ҙә, урыҫҡа кире китә. Тегеһе иһә ни булғанын аңламай: «В чем дело, бабушка?»—тип һорай.
Инәйҙең урыҫсаһы самалы була. «Кәзәләремде төкөй»ҙө ни тип әйтергә белмәй, оҙаҡ ыуаланып торғандан һуң, ике бармағын маңлайына ҡуйып: «Тукует»,—тип ҡуя.


Лена Хәйруллина яҙып алды.

 


УРЫҪ БУЛАЙЫМ ӘЛЕ
Ауылға район үҙәге Мораҡтан электромонтер килгән. Подстанцияла авариямы шунда, ҙур көсөргәнешле электр сымы өҙөлгәнме, эш унда түгел... Ауыл электромонтеры Сәлимов Фәрих әлеге рус егетен төшкө ашҡа үҙҙәренә
алып ҡайтҡан. Егет, сәй яһап биргәс, сәйенә ике ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалған. Шәкәргә ҡытлыҡ заман булғас, балаларға нормаһы әйтеп ҡуйылған: бер стакан сәйгә бер ҡалаҡ шәкәр. Икенсе көндө сәй эсергә ултырғас, Фәрихтың улы әйтә ти: «Атай, мин бөгөн урыҫ булайым әле».


Марс ЙӘҺҮҘИН.

Автор: