Переноска эшләмәгәс,күрше вагончикка индем дә:
— Извините, у вас лишней переноски не будет? - тинем руссалап , ҡабырғаһы менән яңғыҙы ғына ултырған 55 йәштәр тирәһендәге ағайға. Ул миңә бер һирпелеп кенә ҡараны ла, күкле-йәшелле сәрелдәк тауыш менән саф башҡортса:
— Миндә ниндәй переноска булһын!!! Ҡаҡшатты мынау үзбәкләр, әй! Һорана ла йөрөйҙәр! Юҡ бер нәмә лә!!!...
Мин берсә аптырап баҙап ҡалдым да көлә башланым. Был ағай: "Че ысмиесся?!" - ти асыулы. Мәйтәм, ағай, мин бит башҡортмон , тим көлә-көлә. Ахырҙа был ағайым үҙе көлә башланы!
— Мин бит һине үзбәк икән тип уйланым , ҡустым! Ааааай! Ғәфү ит, бер үк! Хаталыҡ сыҡты бит! Анау халыҡ балаларын әйтәм, инструминт һорап тик йөрөйләр! Бер нәмәләре лә юҡ үҙҙәренең! Переноска кәрәкме ни? Пажалыста, ана, ята, - ти. Мәйтәм,ағай, улайтып халыҡ айырма инде тигән булдым, проводты ҡулыма урай-урай😂😅.
Һуңынан, мине күргән һайын: "Әй! Һаумы, Баймаҡ үзбәге!" - тиер ине башҡортҡа хас булған киң йылмайыуы менән!
Актер РАФИҠ ХӘСӘНОВ яҙмаларынан.