АТАЙСАЛ
+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
26 Май 2024, 11:20
Ә һеҙ игеҙәгегеҙ булыуын теләйһегеҙме?
Рәмис менән танышҡас, әле дуҫлашып башламағанбыҙ, бының да башын ҡатырҙым. Уның менән мәктәптә таныштыҡ, унда битемә ҡара ҡәләм мн миң төртөп алған инем. Кис клубҡа миңһеҙ сыҡтым да, быны белмәмеш булып йөрөйөм. Эй ҡараны минең яҡҡа, эй ҡараны. Иртәгеһенә волейбол секцияһына опять миң мн барҙым. Был сыҙаманы. Кисә клубта битеңдә миң юҡ ине лә инде, ти. Ул игеҙәгем Зөлфиә лә инде, тип алданым😂😂😂
Ә һеҙ игеҙәгегеҙ булыуын теләйһегеҙме?
Бөгөн игеҙәктәр көнө билдәләнә икән. Үҙемде белгәне бирле игеҙәкле булғым килде, ҙурая төшкәс, игеҙәк балаларым булһа ине тип теләнем. Бер иш кенә итеп кейендереп, матур ғына итеп алып йөрөгө килде.
Бер шулай әсәй менән турғай еләгенә барҙыҡ. Мин 10 класты бөткән инем. Урманға барған һайын ҡушылып үҫкән аҡ ҡайын уртаһынан үтәм, сөнки шулай ағастың уртаһынан үтһәң, игеҙ балаң була тип әйткәйнеләр
Һикерәңләп асалы ағас араһынан үтеп, еләк ҡайғыһы ла юҡ. Шулайтып йөрөп бейегерәк ағас аша үтәм тигәнсе, ике ҡайын араһына ҡыҫылдым да ҡуйҙым. Йә был яҡҡа сығып булмай, йә икенсе яҡҡа. Бер урман булып ҡысҡырып, әсәйҙе саҡырам. Үҙем төшәм тип аяҡтар һыҙырылды. Әсәй алыҫҡараҡ киткән. Әсәй ҡото осоп, әллә ҡайҙан йүгереп килде лә мине әрләй башланы:"Нишләп еләк йыймай ағас һыбайлап тик йөрөйһөң ул?"- тей😂 "Ошолайтып ҡушылып үҫкән ағас араһынан үтһәң, игеҙәк балаң була,"- тинем. Була тей булмай ҙа, тип әсәй һуҡрана-һуҡрана мине ағастан төшөрөп алды ла китеп барабыҙ. Әсәйҙән әрләнеп алып, шым ғына китеп барам. Ипләп кенә артыма әйләнеп ҡараһам, әсәй шәп-шәп кенә итеп ҡуш ҡайын араһынан сығып йөрөй😂😂😂😂 Шунан әсәй:" Игеҙәк бала анһат тип уйлайһыңмы әллә. Кешегә асыуланһаң да теләһә нимә тип түгел, ә йә тешең һыҙлаһын, йә игеҙәк балаң булһын, тип теләгеҙ, тип әйтәләр, "- тине.
Рәмис менән танышҡас, әле дуҫлашып башламағанбыҙ, бының да башын ҡатырҙым. Уның менән мәктәптә таныштыҡ, унда битемә ҡара ҡәләм мн миң төртөп алған инем. Кис клубҡа миңһеҙ сыҡтым да, быны белмәмеш булып йөрөйөм. Эй ҡараны минең яҡҡа, эй ҡараны. Иртәгеһенә волейбол секцияһына опять миң мн барҙым. Был сыҙаманы. Кисә клубта битеңдә миң юҡ ине лә инде, ти. Ул игеҙәгем Зөлфиә лә инде, тип алданым😂😂😂 Шулай бер-ике көн үткәс, был егеттәрҙән һорашҡан😁 Игеҙәге юҡсы, тигәндәр😂 Ышандыңмы, тип эй ҡыуандым. Ышандым шул, Һаҡтау ауылында ике игеҙәк ағай бар, биттәрендәге миңдәре мн генә айырылалар, шуға һеҙ ҙә шулай икән, тип уйланым, ти. Эххх... Күҙ ҡыҙҙы... Ҡалай рәхәт ул игеҙәк ағайҙарға😔
Шулайтып игеҙәк балалар табам тип ҡуш емеш тә йыпырылды, яҙ көнө ашаған биш тажлы сирен сәскәһенең иҫәбе юҡ, асалы ағас та ҡалманы. Унан тормай икән😂 Кейәүгә сыҡҡас, Рәмистән һеҙҙең тоҡомда бармы игеҙәктәр тип һорап аптыраттым. Юҡ, тей. Беҙҙең яҡта ла юҡ😔 Нимә генә эшләһәм дә игеҙәк йондоҙлоғо аҫтында ҡыҙ табыуҙан ары китеп булманы. Класымда Урал, Уралия һәм Айса, Алтынай тигән игеҙәктәр уҡый. Баяғы мин эшләгән ритуалдарҙың действиеһы шулайыраҡ ҡына булды😂
Зөлфирә Таһирова.
фото интернеттан
Автор:
Гульдар Кадаева
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Бер шулай әсәй менән турғай еләгенә барҙыҡ. Мин 10 класты бөткән инем. Урманға барған һайын ҡушылып үҫкән аҡ ҡайын уртаһынан үтәм, сөнки шулай ағастың уртаһынан үтһәң, игеҙ балаң була тип әйткәйнеләр Һикерәңләп асалы ағас араһынан үтеп, еләк ҡайғыһы ла юҡ. Шулайтып йөрөп бейегерәк ағас аша үтәм тигәнсе, ике ҡайын араһына ҡыҫылдым да ҡуйҙым. Йә был яҡҡа сығып булмай, йә икенсе яҡҡа. Бер урман булып ҡысҡырып, әсәйҙе саҡырам. Үҙем төшәм тип аяҡтар һыҙырылды. Әсәй алыҫҡараҡ киткән. Әсәй ҡото осоп, әллә ҡайҙан йүгереп килде лә мине әрләй башланы:"Нишләп еләк йыймай ағас һыбайлап тик йөрөйһөң ул?"- тей😂 "Ошолайтып ҡушылып үҫкән ағас араһынан үтһәң, игеҙәк балаң була,"- тинем. Була тей булмай ҙа, тип әсәй һуҡрана-һуҡрана мине ағастан төшөрөп алды ла китеп барабыҙ. Әсәйҙән әрләнеп алып, шым ғына китеп барам. Ипләп кенә артыма әйләнеп ҡараһам, әсәй шәп-шәп кенә итеп ҡуш ҡайын араһынан сығып йөрөй😂😂😂😂 Шунан әсәй:" Игеҙәк бала анһат тип уйлайһыңмы әллә. Кешегә асыуланһаң да теләһә нимә тип түгел, ә йә тешең һыҙлаһын, йә игеҙәк балаң булһын, тип теләгеҙ, тип әйтәләр, "- тине.