Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
25 Март , 13:05

Ах, был ҡатын-ҡыҙ!

Алтын туйыбыҙҙан һуң ҡатыныма:  -50 йыл элек беҙҙең йортобоҙ бәләкәй генә, машинабыҙ иҫке, беҙ һинең менән ҡаты, тар диванда ятып ҡаралы-аҡлы телевизор ҡарай торғайныҡ. Мин көндә 19 йәшлек һылыуҡай менән йоҡларға ята торғайным. Әле минең  йортом мөһабәт, ҡыйбатлы машиналарым бер нисәү, ҙур, иркен йоҡо бүлмәмдә иҫ китмәле шәп карауатым бар. Бөтә стенаны ҡаплап төҫлө телевизор эленгән. Әммә минең янда 69 йәшлек өлкән ханым ята. Был хәлгә, никахыма риза булмай башланым әле,--тинем.

Ах, был ҡатын-ҡыҙ!
Ах, был ҡатын-ҡыҙ!

  
Ҡатыным бик аҡыллы. Минең хәбәремә үпкәләмәне лә, әрләшмәне лә. Ул миңә 19 йәшлек йәш ҡыҙҙы табырға кәңәш итте. Ә бәләкәй генә йортто, тар ғына диван, ҡаралы-аҡлы телвизорҙы үҙе хәстәрләйәсәген әйтте.

Гүзәл зат менән шунан һуң нисек һоҡланмайһың инде!? Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәренең проблемаһын нисек хәл итергә белә!
Робepт Де Нирo.

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

фото интернаттан

Автор:Гульдар Кадаева