Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
26 Февраль , 10:35

Аҡыллы ҡондоҙ

Төш мәлендә ат һуғарырға тип йылға буйына төштөм. Былай ҙа, берәй ҡыр хайуаны айыу - маҙар килеп сыҡмаһын, тип шөрләберәк килгән кешегә ( шөрләрлек шул: иртәгеһенә бесәнгә килһәң, сәй эскән еребеҙҙә урман хужаһы - айыу апа үҙенең эҙен ҡалдырып китә), күҙемдең ҡырыйына, быуа һымаҡ быуылған йылғалағы хәрәкәт сағылды. Йылтыр һыу өҫтөндә балыҡты хәтерләткән, ялтыр ҡойроғон шапылдатып, сөм - ҡара күҙҙәрен миңә төбәп, нимәлер тын ғына йөҙә. Асылған ауыҙымды йомоп та өлгөрмәнем , бер аҙ арҡаһында барғас, ҡаршылағы ярға сығып, ҡағынып алды ла, айыу шикелле алпан - толпан баҫып, ҡыуаҡлыҡҡа инеп юғалды.

Аҡыллы ҡондоҙ
Аҡыллы ҡондоҙ


Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү өсөн урманға китергә мәжбүр булабыҙ. Юлдар насар булыу сәбәпле, йә" Белорусь" тракторы, йә булмаһа ат егеп бесән әҙерләргә йөрөйбеҙ.Үлән шул тиклем үҫкән, хатта егеп барған аттың дуғаһы ла күренмәй. Урал урмандары, яландары еләк - емешкә, бәшмәккә бай. Ауылда күптәнән йыйып ҡайнатмалар әҙерләп бөткәнбеҙ, ә бында еләк - емеш яңы өлгөргән , үҙҙәре эре турғай башындай , хатта алмағасҡа тиклем емеше алланып бешеп ултыра , тик алмаһы ғына әсерәк. Ә бәләкәй генә йылға, инештәрҙең күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Һыуҙары шул тиклем таҙа һәм тәмле. Төш мәлендә ат һуғарырға тип йылға буйына төштөм. Былай ҙа, берәй ҡыр хайуаны айыу - маҙар килеп сыҡмаһын, тип шөрләберәк килгән кешегә ( шөрләрлек шул: иртәгеһенә бесәнгә килһәң, сәй эскән еребеҙҙә урман хужаһы - айыу апа үҙенең эҙен ҡалдырып китә), күҙемдең ҡырыйына, быуа һымаҡ быуылған йылғалағы хәрәкәт сағылды. Йылтыр һыу өҫтөндә балыҡты хәтерләткән, ялтыр ҡойроғон шапылдатып, сөм - ҡара күҙҙәрен миңә төбәп, нимәлер тын ғына йөҙә. Асылған ауыҙымды йомоп та өлгөрмәнем , бер аҙ арҡаһында барғас, ҡаршылағы ярға сығып, ҡағынып алды ла, айыу шикелле алпан - толпан баҫып , ҡыуаҡлыҡҡа инеп юғалды. Күргән мөғжизәгә иҫеп китеп, сыҙамай башлаған атымды етәкләп йылғаға төштөм дә, хайран ҡалдым. Кемдер йылғаны быуып алған. Стеналары шул тиклем тигеҙ, мәте- балсыҡ менән һыланып ҡуйылған, ә төбөнән бер ниндәй ҙә торба күренмәһә лә , урғылып ҡына һыу ағып сыға. Бөйөк Ҡытай стенаһымы ни : үҙе бейек кенә , стена бер ярҙан икенсеһенә тиклем һуҙыла. Атым менән һыуҙан сығыуға , трактор менән китеп барыусы ауылдашым быуаның ситен емереп тә китте. Күргәндәремде иптәшемә һөйләгәйнем, ул йылғала ҡондоҙҙар йәшәй ,ә емерелгән ерҙе һуңғараҡ барып ҡарарһың әле, тине. Бер - ике сәғәттән йылға буйына килһәм, емерек урынды таныманым. Ҡондоҙҙар төҙәтеп һылап та ҡуйған. Күпме тауыш - тынһыҙ торһам да йәнлектәрҙе башҡаса күреп булманы.

Ҡыҙыҡһыныуым шул тиклем көслө ине, был хауандар тураһында белгем килеп интернет селтәренә күҙ һалдым. Ҡондоҙ тиреһе бик ҡиммәтле икән. Үткән быуаттың башында Америкала, Европала, Рәсәй империяһында ҡондоҙ тиреһенән тегелгән кейемдәрҙе байҙар яратып кейгән. Күпләп аулағанға күрә улар үтә әҙәйгән. Беҙҙең
Башҡортостандың Көнъяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә "Ҡыҙыл китап "ҡа ингән ҡондоҙҙарҙың күбәйеүе күҙәтелә. Осло тырнаҡтары һәм тештәре ярҙамында ағастарҙы кимереп йыҡҡан ҡондоҙҙар талантлы инженерҙар икән. Быуала төҙөгән ҡоролмаларының диаметры 10 - 15 метр булһа, бейеклеге бер - ике метрға етеүе мөмкин. Мин күреп хайран ҡалған быуаны ҡондоҙҙар яр буйында үҫкән талдарҙы кимереп, тәүҙә ҙурыраҡ ағастарҙы арҡыры һалып, нәҙектәре менән ситән үреп эшләйҙәр икән. Ағып килгән сүп - сар , балсыҡ араларын тултыра , артыҡ һыу быуа төбөнән , сыбыҡсалар аша аға икән.Быуа ҡондоҙҙарға йәшәү һәм дошмандарҙан һаҡланыу өсөн мөмкинлек бирһә, тыныс һыуҙа бәрҙе, бағры, алабуға һәм башҡа балыҡтар йыйыла, һыу ҡоштары осоп килә , эҫе селләлә айыуҙар рәхәтләнеп һыу төшә. Был аҡыллы кейектәр быуалағы һыуҙың күләмен һәм таҙалығын даими контролдә тота. Үҙҙәренең йылғырлығы һәм үтә һиҙгер булыуҙары менән дан алған ҡондоҙ йылына ике- өс баш бала тыуҙыра.Тыуған ғаиләһендә ике йыл йәшәгән ҡондоҙҙар, парын тапҡас, ҡауышып, ғаилә булып йәшәй башлайҙар. Бер үк урынды ғаилә быуаттар буйы биләргә мөмкин. Быуанан өс йөҙ метр ары китмәгән йәнлектәрҙең йылға буйында өйҙәре лә бар икән. Ҡондоҙ үҫемлек ашап туйына. Тал, ҡайын, йыла ағастарын ҡайыҙлай. Кимереүселәр тураһында халыҡ араһында шундай әйтем йөрөй. "Ҡондоҙҙо үлтерһәң, ағасты ҡотҡарырһың" тигән . Эйе, ағастарҙы кимереп йыға, ләкин ҡайҙа етте шунда түгел, һөйрәп барып быуа быуырлыҡ ерҙәрҙә генә.Ҡайырыһын кимереп бөткәс , үҙәген быуа өсөн файҙаланалар. Бына шулай тыуған Башҡортостаныбыҙ урмандарында ниндәй генә хайуан- кейек йәшәмәй, ә ҡондоҙҙо белмәгән кеше юҡтыр, әммә уның менән яҡындан осрашҡандар аҙҙыр. Ә Тәбиғәт - Әсә өсөн барлыҡ тереклек тә ҡәҙерле.
Әнүзә Мәжитова.

Автор:Гульдар Кадаева