Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
23 Февраль , 21:55

Йылан

Ҡарап ебәрһәм - ҡот осто! Миңә яҡын ғына, һаҙ ҡашында, ыздарауай йылан ята! Ояһы шунда булғандыр, моғайын, үләне тапалып бөткән. Ауыҙын шар асҡан күҙҙәре ҡурҡыныс итеп таһырайтҡан. Ауыҙына сырылдай - сырылдай бер үрғуян инеп бара! Аяҡтарын ергә терәп, бармаҫҡа маташҡан була, бахыр. Сыйылдай - сыйылдай йыландың ауыҙына инеп китте мәхлүк. Илаған һымаҡ, сеңдәгән һымаҡ тауыш сығара, бахыр...Иҫем китте был хәлгә. Берәү һөйләһә, ышанмаҫ инем. Башы ҡыҙыҡ ҡына йыландың, ялпаҡ таш һымаҡ, күҙҙәре тирәләй әшке (очки - күҙлек) һымаҡ урау һыҙығы бар. Әшкеле йылан тигәндәре шулай буламы икән? Үрғуян ғына түгел, мин дә арбалып торҙом микән әллә? Атым ҡуҙғалғас ҡына айынып киттем. Иҫкә төшһә, хәҙер ҙә тән зымбырҙап китә.

Йылан
Йылан

ЙЫЛАНДАР ДОНЪЯҺЫНАН.
`````````````````````````````````````````````

Бала саҡта йыландар тураһында ла әкиәттәр тыңлап үҫтек. Тик бер генә әкиәттә лә йылан кемгәлер ярҙам иткән, берәй бәләнән ҡотҡарған, тигәнде ишетергә тура килмәне, буғай. Шуғалыр күрәһең, йыландарҙан ҡурҡыу, шикләнеү, шом - шөбһә ҡалған күңелдә. Әсәйем һөйләгән хәл иҫемдә. Йылан тураһындағы был хәтирә ҡурҡыуымды көсәтә ине. Әсәйемә үҙ әсәһе, Өмиә өләсәйем һөйләгән.

- Бесәнде ҡырҙа ятып эшләнек әүәле. Иртәнге һыуһындан һуң ... килен (Әсәйем исемен дә әйтә ине, мин онотҡанмын) ял итергә, сырым (серем) итеп алырға, тип, ятып торған. Шу тиктем салғыға шәп ине ул килен, ҡайнағаларына ал бирмәҫ ине.. Шунан уянып тороп ултырғас әйтә, икән килен:
- Эй һыуы-ы-ҡ ҡына һыу эстем төшөмдә, һыуһындарым ҡанып ҡалды.
Бер аҙҙан эсен ҡосаҡлап үләнгә тәгәрәген килен. Сыҙамай тәгәрәп йөрөй, ти.
- Эсенә йылан ингән йоҡлаған сағында. Шуны һыуыҡ һыу эстем, тигән икән. Әсе генә эркет булһа, алып ҡалыр инек киленде. Әсе эркет эсерһәң, кире сыға, ти йылан. Ҡайҙа бесән өҫтәндә эркет - айран һыулап, эсеп бөтәләр ине атаңдар.
Әсәйем Өмиә өлөсәйҙән ишеткәнен беҙгә һөйләп, ҡырҙа ергә ятып йоҡлауҙан гел тыя ине.

Йәш саҡта ишеткән бер хәлде иптәшем дә, йыландар тураһында һүҙ сыҡһа, һөйләп ала.
- Ғәле ағай (Ғәле Ҡаҙаҡбаев ағай. Ҡуяндар ауылыныҡы. Хәҙер вафат) һөйләп аптыратты. Уны тыңлаһаң, арҡа зымбырҙап китә ине хатта.
- Йылҡы көткән саҡта, мал эҙләп, Бөрйән яғына барып сыҡтым.Унда урман шәп, үлән билбыуарҙан. Атым үлән ҡармап алып, ашай - ашай бара. Шунда сырылдаған, сыйылдаған бер тауыш ишетеп, атымды туҡраттым. Ул ҡолаҡтарын ҡайсылай, алаҡандай, бышҡырына баштаны. Айыу бар микән әллә яҡын тирәлә, тип, үҙем дә шөр ебәрҙем. (ҡурҡтым.)
Ҡарап ебәрһәм - ҡот осто! Миңә яҡын ғына, һаҙ ҡашында, ыздарауай йылан ята! Ояһы шунда булғандыр, моғайын, үләне тапалып бөткән. Ауыҙын шар асҡан күҙҙәре ҡурҡыныс итеп таһырайтҡан. Ауыҙына сырылдай - сырылдай бер үрғуян инеп бара! Аяҡтарын ергә терәп, бармаҫҡа маташҡан була, бахыр. Сыйылдай - сыйылдай йыландың ауыҙына инеп китте мәхлүк. Илаған һымаҡ, сеңдәгән һымаҡ тауыш сығара, бахыр...Иһем китте был хәлгә. Берәү һөйҙәһә, ышанмаһ инем. Башы ҡыҙыҡ ҡына йыландың,, ялпаҡ таш һымаҡ, күҙҙәре тирәләй әшке (очки - күҙлек) һымаҡ урау һыҙығы бар. Әшкеле йылан тигәндәре шулай буламы икән? Үрғуян ғына түгел, мин дә арбалып торҙом микән әллә? Атым ҡуҙғалғас ҡына айынып киттем. Һәҙер ҙә дән(тән) зымбырҙап китә.
Ошоларҙы һөйләгән йылҡысы Ғәле ағай.
Кеше һөйләгәс, ысын булғандыр был хәлдәр.
Башҡорт халҡында йыландар тураһында мәҡәл - әйтемдәр бик күп. Тик уларҙың барыһы ла тик йыландар хаҡында ғына икән, тип уйлап булмай. Мәҡәлдәрҙә кинәйә, уй йомоу, ситләтеп әйтеү бик көслө.
Мәҫәлән, ЙЫЛАН ТЕЛЕ ИКЕ АЙЫРЫ тигән мәҡәлдә халыҡ ҡобайырындағы ошо фекер бер генә һөйләм аша бирелгән бит.
ЯМАН ӘҘӘМ ШУЛ БУЛЫР -
АУЫҘЫНДА ИКЕ ТЕЛ БУЛЫР
АЛДЫҢДА ҺИНЕ АҒАРТЫР,
АРТЫҢДА ҺИНЕ ҠАРАЛТЫР.
Ике йөҙлөләр тураһында ошонан да тосораҡ итеп әйтеп булмаҫтыр. Бына ҡайҙа ул ҡыҫҡалыҡта оҫталыҡ!

*БЫНА ХАЛЫҠ АҠЫЛЫНЫҢ БЕР ТИКЛЕМЕ.

- Йылыға йылан да эйәләшә.
- Аяҡ аҫтынан сыҡҡан йыландан һаҡлан, аяҡ аҫтынан сыҡҡан яланан һаҡлан
- Еренә ҡарай йыланы, тауына ҡарай боланы.
- Йортло йыланды йортһоҙ йылан ҡыуалай.
- Йылан, ҡабығын һалһа ла, яланғас ҡалмаҫ.
- Йығылғанды йылан да көтөп ятыр.
- Йылан йөҙ йәшәһә, аждаһаға, аждаһа йөҙ йәшәһә юхаға әйләнер.
- Күмәк ҡырмыҫҡа йыланды ла ашай.
- Йәне теләгән йылан ите ашаған.
- Яла теле йылан теленән яман.

Таңһылыу Вәлиева.
21.02.24.

*Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлегенән. Төҙөүсеһе - М.Х.Әхтәмов.
Өфө, 2008 йыл.250 - 251 биттәр
Фото интернеттан.

Автор:Гульдар Кадаева