Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
20 Февраль , 15:45

Ҡоҙоҡ

Бер кеше ҡоҙоҡҡа тимер аҡса ырғыта ла, төбөнә ҡараһа, унда ҡурҡыныс һәм зәғиф убырлы ҡарсыҡ күренә. Ул хатта ҡурҡышынан ситкә ырғып китә. Икенсе берәү ҙә аҡса ташлай ҙа көтөп торһа, һыу өҫтөнә бер баҡыр аҡса ҡалҡып сыға…Аптырай ҙа был әҙәм, китеп бара. Өсөнсө кеше шул уҡ эште ҡабатлаһа, ҡоҙоҡта ҡанға буялып бөткән бысраҡ сумаҙан күренә. Был хәлде күргән кеше ҡоҙоҡҡа башҡа ҡарарға теләмәй һәм ҡасып китә. Унан тағы бер әҙәм ҡоҙоҡҡа аҡса ташлай ҙа, көтә башлай. Ҡоҙоҡ төбө тонғас, унда ул үҙенең йөҙөн күрә, башҡа бер нәмә лә булмай.

Ҡоҙоҡ
Ҡоҙоҡ

Бер урман эсендә ташландыҡ ҡоҙоҡ барлығын күптән һөйләйҙәр. Йәнәһе лә, уға оҙаҡ ҡарап торһаң, бер аҙыраҡ ваҡыттан кеше күңеле торошо сағыла икән. Кемдер уның барлығына ышанһа, бәғзеләр кеше уйлап сығарған буш нәмә, тип уны инҡар итә.

Бер мәл халыҡ шул ҡоҙоҡ янына йыйыла. Улар күңелендә ни барлығын белгеләре килә. Уларҙың был ҡылығы нимә менән тамамланыуын күрергә теләүселәр ҙә табыла.

Бер кеше ҡоҙоҡҡа тимер аҡса ырғыта ла, төбөнә ҡараһа, унда ҡурҡыныс һәм зәғиф убырлы ҡарсыҡ күренә. Ул хатта ҡурҡышынан ситкә ырғып китә. Икенсе берәү ҙә аҡса ташлай ҙа көтөп торһа, һыу өҫтөнә бер баҡыр аҡса ҡалҡып сыға…Аптырай ҙа был әҙәм, китеп бара. Өсөнсө кеше шул уҡ эште ҡабатлаһа, ҡоҙоҡта ҡанға буялып бөткән бысраҡ сумаҙан күренә. Был хәлде күргән кеше ҡоҙоҡҡа башҡа ҡарарға теләмәй һәм ҡасып китә. Унан тағы бер әҙәм ҡоҙоҡҡа аҡса ташлай ҙа, көтә башлай. Ҡоҙоҡ төбө тонғас, унда ул үҙенең йөҙөн күрә, башҡа бер нәмә лә булмай.

Унан инде аҡса ырғытыусылар бөтәһе лә бер урынға йыйыла ла ни өсөн улай булыуы хаҡында баш вата башлай. Шул ваҡыт улар янына сап-сал сәсле, һаҡаллы бабай килә һәм һорай:

-Нимә тураһында баш ватаһығыҙ?

Кешеләр уға ҡоҙоҡ төбәндә күргәндәрен һөйләп бирә. Ни өсөн һәр кемебеҙ төрлө нәмә күрҙе икән? – тип аптырай улар.

-Ә быны аңлауы бик еңел, - ти бабай. –Ҡурҡыныс убырлы ҡарсыҡ күреүсенең күңеле аҙғын. Кем баҡыр аҡса күргән – ул һаран. Ҡанлы сумаҙан күреүсе кешеләрҙе талап, уларҙың ҡандарын эсә. Кем үҙен күргән – уның күңеле таҙа, ғәҙел кеше.

Бабайҙың әйткәндәрен тыңлап торған кешеләр уға һорау бирә:

-Улайһа беҙ ҡоҙоҡҡа аҡса ырғытып тормайбыҙ, юғиһә, нимә етте шуны күрһәтеп ҡуйыр. Оятҡа ҡалыуыбыҙ ихтимал. Шулай итеп, ул ҡоҙоҡ әле лә ташландыҡ хәлдә ҡалып килә.

Кешеләр күңеле төбөндә ни ятыуын белергә теләмәй. Үҙеңдең кем икәнеңде белергә теләүҙән, бөтәһе лә яҡшы, тип уйлау һәйбәтерәк бит.

Автор:Гульдар Кадаева