Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
11 Ғинуар , 23:50

Аҡҡош бул!

Аҡса килә лә китә, ә йәшлек һәм матурлыҡ китә генә. Шул ваҡытта практичный әйберҙәр кейә торған ваҡыт етә». Ҡулайлы, уңайлы кейем кейеүҙең үҙ мәле бар. Ул мәл беҙ уйлағандан да тиҙерәк килеп етә. Ә сибәркәй икеләнде. Һайлаған әйберҙәрҙе улай ҡараны, былай ҡараны.Шул мәл магазинға бәләкәй улын эйәрткән ир килеп инде. Ул сибәркәйҙең ире һәм улы икән. Улар ҡатынды көтөп арып, магазинға килеп ингән.Аҡ пуховигын кейгәс тә ир кәләшенә алабыҙ, тине. Бәләкәсе лә уны хупланы. Һәм улар аҡҡош кейемен һатып алып, магазиндан бәхетле ҡиәфәттә, ҙур әммә, еңел пакет тотоп сығып китте. Пакетта ап-аҡ пуховик...

Аҡҡош бул!
Аҡҡош бул!

Йәп-йәш кенә сибәр ҡатын-ҡыҙ магазинда әй матур пуховикты кейеп ҡарай. Уныһы үҙенә ныҡ килешә: нәҙек билен күрһәтергә билбауы, көләпәрәһенең ситендә затлы тиреһе бар. Ә төҫө иҫ китмәле аҡ – бер яҡтан ҡараһаң, арктик ҡарҙы хәтерләтһә, икенсе яҡтан баҡһаң, аҡҡош ҡанатымы ни…

Пуховик сибәркәйгә шул тиклем килешә! Ул үҙе лә бик матур. Һары, бөҙрә сәстәре яурынына төшкән, аҡ йөҙлө.

Көҙгөнән күҙен ала алмай, аҡ пуховик тик уның өсөн генә тегелгән кеүек! Әммә уны сисмәй кейеп йөрөп булмай, тиҙ бысранасаҡ, аҡлығын, төҫөн тиҙ юғалтасаҡ.

Буҙ төҫтәгеһен алырға кәрәк. Көләпәрәһендә тиреһе юҡ, туп-тура, билде күрһәтмәй, сысҡан төҫөндә. Хатта ҡомаҡ төҫөндә. Аҡ кейемдән һуң был төҫ тағы ла яман күренде.

Сибәркәй ҙә буҙ төҫтәге кейем кейеү менән сағыулығын юғалтты. Буҙ пуховик кейгән ябай ҡатын-ҡыҙға әйләнде. Өҫ кейемдәрҙенең хаҡтары ла бер иш, әммә буҙ төҫтәге пуховикты оҙон-оҙаҡ кейеп була, хатта хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр. Тиҙ бысранмаясаҡ, керләнһә лә күренмәйәсәк.

Был хаҡта уға һатыусы әйтте. Сибәркәй быны үҙе лә белә! Әммә ул икеләнә: берсә аҡ пуховикты, берсә буҙын кейә. Берсә аҡҡошҡа әүерелә, берсә сысҡанға.

Шулай аҙаплана торғас, ул күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны, йә һеҙ ни әйтерһегеҙ, тигән мәғәнәлә.

Ә мин практичный пальто һатып алған инем инде. Һәм былай тинем: «Олоғайғас, матур, әммә көндә кейеүе уңайһыҙ кейем алыуыңа үкенмәйәсәкһеҙ, әгәр ул әйберҙәр һиңә сағыулыҡ өҫтәп, шатлыҡ килтерһә. Һәм һәр ваҡыт шул кейемде кейгәндә нисек матурлығың йөҙөңә сығыуыңды иҫкә аласаҡһың...

Аҡса килә лә китә, ә йәшлек һәм матурлыҡ китә генә. Шул ваҡытта практичный әйберҙәр кейә торған ваҡыт етә».

Ҡулайлы, уңайлы кейем кейеүҙең үҙ мәле бар. Ул мәл беҙ уйлағандан да тиҙерәк килеп етә.

Ә сибәркәй икеләнде. Һайлаған әйберҙәрҙе улай ҡараны, былай ҡараны.

Шул мәл магазинға бәләкәй улын эйәрткән ир килеп инде. Ул сибәркәйҙең ире һәм улы икән. Улар ҡатынды көтөп арып, магазинға килеп ингән.

Аҡ пуховигын кейгәс тә ир кәләшенә алабыҙ, тине. Бәләкәсе лә уны хупланы. Һәм улар аҡҡош кейемен һатып алып, магазиндан бәхетле ҡиәфәттә, ҙур әммә, еңел пакет тотоп сығып китте. Пакетта ап-аҡ пуховик...

Берәү ҙә алда үҙен ни көткәнен белмәй.

Буҙ төҫтәге кейем һатып алып, пенсияға сыҡҡанға ҡәҙәр кейеү аҡсаны бушҡа туҙҙырыу ғына түгел, ул йәшлекте, матурлыҡты әрәм итеү ҙә. Аҡсаң бар икән, үҙеңде матур һәм бәхетле иткән әйберҙе һатып алырға кәрәк. Ул көс-ҡеүәт тә бирә, кәйефте лә күтәрә. Ул практично, әле ул бик уңайлы, ҡулайлы һәм дөрөҫ.

Ҡулыңдан килә икән, күҙҙең яуын алырлыҡ аҡҡош бул. Һәм кейемдәреңдең аҡлығы, йәшлегең һәм матурлығың менән балҡы. Бының өсөн алдағы тормошоңда, ысынлап та, үкенмәйәсәкһең...

Анна Кирьянова
2020 йыл.

фото интернет селәтерән

Автор:Гульдар Кадаева