Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
28 Ноябрь 2023, 16:40

Был нимә булды?

Бер көн мин эштән һуңға ҡалып сыҡтым. Туҡталышҡа еткәс ямғыр һибәләй башланы. 20 минут тирәһе автобус күренмәгәс, такси ҡараштыра башланым һәм йыраҡ түгел шашкалы бер машина күрҙем. Йүгереп барып ишеген асҡан ыңғайы салондан һыуыҡ һауа килеп бәрелде. Һауа торошо былай ҙа һыуыҡ, ә был кондиционер ҡуйып алған, тип уйлап алдым.- ... А. ауылына бараһығыҙмы?-Эйе, беҙ шунда китеп барабыҙ. Тик бына ҡатыным магазинда уны көтөр кәрәк, тип яуапланы ул. Шунан:- Тик мин ауылға саҡ ҡына етмәйем, үҙең барып етерһеңме? -тип өҫтәне.

Был нимә булды?
Был нимә булды?


Мин уның йөҙөнә иғтибарлап ҡараным. Уның йөҙө тәбиғи түгел, нисектер балауыҙ һыланған һымаҡ тойолдо. Йылмайыуы ла яһалма кеүек.
Мин ишекте ябырға йыйынып, ғәфү итегеҙ, мин кире уйланым, тинем.
Шул мәл был кеше миңә боролоп:
- Нимә ҡурҡтың? Аҡса күп алмайым бит, тип өҫтәне. Уның ярты йөҙө лыс ҡан ине, улай ғына түгел башының яртыһы юҡ ине. Мин күргәнемдән һушым китеп торғанда, автобус килгәнен күреп, уға ҡаршы йүгерҙем. Тиҙ генә йүгереп инеп, күргәнемде анализлап, аңлап бөтөрә алмай шаңҡып ултырған саҡта, автобусты теге такси үтеп китте. Күпмелер ваҡыттан автобус юлда авария булған ерҙә туҡтаны. Фура менән еңел машина бәрелешкәйне.
Барыһы ла сыҡҡас мин дә сығып әйләнергә булдым. Һәм әйләнеп ятҡан машинаны таныным. Был теге такси ине. Эргәһендә ҡатын кеше илай, уны тынысландыра алмайҙар.
-Водитель менән нимә булған? -тип һораным мин врачтан.
-Ул беҙ килгәнсе үлгән ине.
Шунан мин юлда ауыл исеме яҙылған указателде күреп ҡалып водителдең шул ауылға етмәҫ борон туҡтайым тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм.
Был нимә булды? Мин ул ирҙе үле килеш күргән булып сыҡтыммы? Әгәр мин уға ултырған булһам, мин дә үлгән булыр инемме икән?

Сәйер донъя төркөмөнән.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Гульдар Кадаева