АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Ял минуттары
21 Ноябрь 2023, 07:25

Үлемде алып ҡайтҡан...

Урманда кеше юлында еләк  бик булмағас, ҡыҙ төпкәрәк инһә, аяҡ аҫты тулы еләк икән. Шатланып, тиҙ генә биҙрәһен тултырып ҡайтырға сығам тиһә, ағас төбөндә ултырған малайҙы күрә. Ул уны берәйһенең аҙашҡан балаһы, тип уйлай.- Һин кем булаһың? Ата-әсәйең ҡайҙа?, ти ҡыҙ малайға.

Үлемде алып ҡайтҡан...Үлемде алып ҡайтҡан...
Үлемде алып ҡайтҡан...

Бер ҡыҙ ауылдағы туғандарына ҡунаҡҡа ҡайта. Йәй. Еләк-емеш бешкән саҡ. Ауыл осонан урман башлана. Тик урындағы халыҡ урманға бик шикләнеп кенә йөрөгән була.
Ҡыҙ еләккә барам тигәс, кеше йөрөгән һуҡмаҡтар булап ҡына йөрөргә кәрәк, тигән нотоҡтар уҡып ҡала инәһе.
Урманда кеше юлында еләк  бик булмағас, ҡыҙ төпкәрәк инһә, аяҡ аҫты тулы еләк икән. Шатланып, тиҙ генә биҙрәһен тултырып ҡайтырға сығам тиһә, ағас төбөндә ултырған малайҙы күрә. Ул уны берәйһенең аҙашҡан балаһы, тип уйлай.
- Һин кем булаһың? Ата-әсәйең ҡайҙа?, ти ҡыҙ малайға.
Малай шул мәлдә ҡыҙҙың ҡулына ныҡ итеп йәбешеп ала. Ныҡ итеп ҡурҡанғалыр, тип уйлап иғтибар итеп тормай.
- Ә һин бында кем менән?
- Атайым менән. Беҙ уның менән уйнай инек, һуңынан ул ҡасып китте.
Был һүҙҙәргә ҡыҙ аптырай төшә.
Ауылға ингәс малай бер әбей менән бабай йәшәгән өйҙө күрһәтеп, мин ҡайтып еттем тип инеп китә.
Ҡайтҡас ҡыҙ өләсәһенә урманда бер малайҙы күргәнен һәм ауылға алып ҡайтҡанын һөйләй. Өйҙө лә атағас, ул ултыра төшә.
-уларҙың туғандары юҡ бит ул. Малайҙары Бәләкәй сағында үлеп ҡалды..
Икенсе көндө малай инеп киткән өйҙә бабайҙың үлеп ҡалғанын ишетәләр Хәйер һалырға килгән саҡта ҡыҙ әбейгә теге малай тураһында һөйләй. Әбей был хәбәрҙән саҡ йығылмай ҡала. Һүрәтләү буйынса ул уларҙың ауырып үлеп ҡалған улдары була.
Ҡыҙ урмандан уларҙың үле улдарын алып ҡайтҡан булып сыға. Бабайҙың ваҡытһыҙ үлемендә уны ғәйепләй башлағастар, ҡыҙ ҡалаға ҡайтып китергә мәжбүр була.

Серле донъя төркөмөнән.

Фото интернет селтәренән

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас