АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
19 Ноябрь , 11:00

Бәхетем минең...

Ҡатырғанан эшләнгән “өй”ҙөң ишеген асып, ҡыҙыҡай килеп сыҡты. Тирә-яғына ҡаранып алғандан һуң, ағасҡа терәтеп эшләнгән шундай уҡ, әммә ҙурыраҡ ҡатырға “өй”гә йүнәлде.- Э-э-эй! Ҡайттығыҙмы инде? - тип һораны ул “ишек төбө”нә еткәс. Тик эстән яуап ишетелмәне.- Э-х-х, - тип көрһөндө ҡыҙсыҡ бошонҡо тауыш менән. Ул шулай атаһы менән әсәһен көтөп уйнай. Йәнәһе, эшкә йә ҡунаҡҡа сығып киткәндәр ҙә, бына-бына ҡайтып инерҙәр. Башын аҫҡа эйгән килеш кире өйөнә инде лә ағас ботаҡтарына сепрәк-сопраҡ өйөп эшләнгән “карауат”ына ултырҙы. “Иҙән”дә ятҡан ҡурсағын ҡулына алды.

Бәхетем минең...
Бәхетем минең...
Автор:Гульдар Кадаева