

Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел. Белгән кеше әйткәндер инде быны. Беҙ бит әле белмәйбеҙ, яңы ҡартайып киләбеҙ. Шатлыҡ булмаһа ла, ҡыҙыҡ мәлдәре бар инде былай. Йүнләп ишетеңкерәмәһәң, күреңкерәмәһәң, көләмәсте уйлап сығарырға ла кәрәкмәй, үҙенән-үҙе килеп сыға ҡайһы саҡта. Бына минең ҡатнашлыҡ булған ике “көләмәс”.
Бер көндө Рәшиҙә (ул минең, культурны ғына итеп әйткәндә, йәмәғәтем була) ейәнем Тимурҙы магазинға аҡса ваҡлатырға ебәрҙе. Бер аҙҙан ҡайтып инде, ишек төбөндә өләсәһе менән һөйләшкәнен ишетеп ултырам: “ҡағыҙ аҡса” ла “ҡағыҙ аҡса” тигәндәре ишетелә. Төпкө бүлмәнән мин дә сығып ҡыҫылдым уларҙың һөйләшкәненә. Бик белдекле булып: “Ҡағыҙ унлыҡтарҙы бөтөргәйнеләр бит, хәҙер шул ҡағыҙ аҡсаны яңынан сығара башлағандар”, – тип әйтеп өлгөрмәнем, минең Абдулловнам: “Ниндәй ҡағыҙ аҡса?! Һағыҙаҡ саҡты, ти. Һағыҙаҡ саҡҡан!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. “Әәәә...” – тигән булдым инде, – бөтә ул”. Сөнки шул осорҙараҡ үҙемде биш тапҡыр һағыҙаҡ саҡҡайны. Бына һиңә “ҡағыҙ аҡса”
Мин эште ташлап, ысынлап тороп пенсияға сыҡҡас, уртансы ейәнем: “Что, ҡартатай теперь бесплатно деньги будет получать”, – тигән ине. Шулай, хәҙер мин бушлай аҡса алыусы ғына түгел, өләсәләренең бушлай йомошсоһо, магазинға йөрөүсеһе лә. Оҙон итеп эсписек төҙөп бирә лә, нимәләр алырға икәнен күрһәтеп, сығарып ебәрә мине “магнит”, “пятерочка”, “складоктар” буйлатып.
Бер көнө лә шундай списокты кеҫәмә тығып, сығырға ишекте асҡайным ғына: “Тағы ла ике кишер ал”, – тип ҡысҡырҙы артымдан (яҙырға онотҡан булғандыр). Минең “ярай” тигәнем ишеккә ҡыҫылып ҡалды.
Барҙым “Магнит”ҡа, алдым списоктағы нәмәләрҙе. Сират кишергә еткәйне, аптырап ҡалдым: улары ни минең бармаҡтарҙан саҡ ҡына ҙурыраҡ. Нишләп, “ике кишер”, тине икән Абдулловна, уны нимә итмәксе икән? Ике килолыр, бәлки? Ярай әле мобильник бар хәҙерге заманда, аныҡлап һорарға булдым, шылтыратып: “Кишерҙе ике кило, тинеңме?” – “Ниндәй кишер?” – “Һуң, үҙең “ике кишер ал” тип ҡысҡырып ҡалдың да баһа”. Шул саҡта уның урынында теге “Күршеләр”ҙәге Фәнил Ҡарасурин булһа, “инәңдең генә баш балаһы”, тиер ине, ә минең Абдулловнам, “атаң башы”, ғына тине лә, ижекләп тороп: “Кишер түгел, ке-фир, ике КЕ-ФИР”, – тип аңлатты. “Әәәә, ярай әтеү”, – тигән булдым. Әлдә шылтыратып һорарға башым еткән, ярай әле телефонымды өйҙә онотоп ҡалдырмағанмын, юғиһә ике кило кәкере-бөкөрө ваҡ ҡына кишер тотоп ҡайта инем кефир урынына.
Бына шулай күңелле генә йәшәп ятыш, йәмәғәт. Һеҙгә лә шуны теләйем. Тағы көләмәстәр килеп сыҡһа, һөйләрмен әле, Алла бирһә.
ФӘРИТ МОРТАЕВ.
ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ.
Фото: gas-kvas.com