АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Ял минуттары
9 Октябрь 2023, 17:50

Шайтан эйәреп ингән

Һөйләй башлайым.....нығыраҡ ултырығыҙ! Клубка кистәтеп сығып киттем, ҡыҙҙар тоторға. Һуң ғына ҡайтып керҙем, сөнки күрше ауылға ҡыҙ оҙаттым......Өйҙә атай-әсәйҙәрҙе уятмайым тип утты ҡабыҙмай ғына, сисенеп үҙ урыныма менеп яттым....Тиҙ генә йоҡлай алмай яттым.... шунан бер аҙҙан бүлмә буйлап нимәлер тып-тып баҫып йөрөй бит әй...Ятам )))) ҡурҡып....бына төндә ҡайтып бисмилла итмәй кереп,ең (шайтан) эйәреп кергән тип.Ни өсөн тигәндә өләсәйем, гел генә шайтан, ен, нәҫтә тип һөйләй торғайны....Күрше ауылдан ҡайтҡан саҡта ҡәберлек аша ҡайттым... бына эйәреп кергән тип уйлайым....Хәҙер минең карауат янында йөрөй бит әй теге «ен-шайтан» ...тояҡтары менән тыпылдап...Ятам хәҙер был енде тотам тип. Минең баш осомда тын ала бит... кинәт кенә торҙом да ене эләктерҙем бит әй морононан....

Шайтан эйәреп ингәнШайтан эйәреп ингән
Шайтан эйәреп ингән

Сәләм серҙәш! Бына үҙемдең йәшлек мәрәкәләрен яҙып үтергә булдым... Клубка йәштәр киске 21.00-22.00 сәғәттәр тирәһендә сыға торғайныҡ.... 24.00 сәғәткә өйҙә булырға тейешбеҙ. Ә хәҙер минең балалар төндә сәғәт 12-лә сығалар ...аптырарһың! Һөйләй башлайым.....нығыраҡ ултырығыҙ! Клубка кистәтеп сығып киттем, ҡыҙҙар тоторға. Һуң ғына ҡайтып керҙем, сөнки күрше ауылға ҡыҙ оҙаттым......Өйҙә атай-әсәйҙәрҙе уятмайым тип утты ҡабыҙмай ғына, сисенеп үҙ урыныма менеп яттым....Тиҙ генә йоҡлай алмай яттым.... шунан бер аҙҙан бүлмә буйлап нимәлер тып-тып баҫып йөрөй бит әй...Ятам )))) ҡурҡып....бына төндә ҡайтып бисмилла итмәй кереп,ең (шайтан) эйәреп кергән тип.Ни өсөн тигәндә өләсәйем, гел генә шайтан, ен, нәҫтә тип һөйләй торғайны....Күрше ауылдан ҡайтҡан саҡта ҡәберлек аша ҡайттым... бына эйәреп кергән тип уйлайым....Хәҙер минең карауат янында йөрөй бит әй теге «ен-шайтан» ...тояҡтары менән тыпылдап...Ятам хәҙер был енде тотам тип. Минең баш осомда тын ала бит... кинәт кенә торҙом да ене эләктерҙем бит әй морононан....Все хәҙер енде күрәм тип утты ҡабыҙырға тип ҡулымы һуҙып ҡабыҙып ебәрҙем.....ҡараһам- нимә тип уйлайһығыҙ? Бәй БЫҘАУҠАЙ! Ултырып киттем.... мин клубтан йөрөп ҡайтҡансы һыйыр быҙаулаған да... ҡышҡы һалҡын булғас өйгә индергәндәр.....Мин өйҙән сығып киткәндә быҙау булмағас … белмәнем. Бына шулай дуҫтарым....төндә күп йөрөһәң ҡыҙҙар артынан.....үҙең менән ендәр эйәреп кайта тип уйлауыңда бар.......

Башстатус төркөмөнән алынды.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас