Ял минуттары
21 Сентябрь 2023, 07:45

Аңһыҙ ҡаза

Тиҙәк түгеп йөрөйөм. Ялан кәртәлә тибенеп йөрөгән тауыҡтарға ем бирергә тип әсәйем килеп инде. Хужаһын күреп ҡалған өйрәктәр, яу һалып, әсәйемә ташланды. -Ах, ҡоромағырҙар, туя белмәнегеҙ бит! Белгәнегеҙ ашау ҙа ашау! Үҙемде тереләй йоторҙай булып ни,- тип һуҡранды әсәйем өҫтөнә менеп килгән өйрәктәренә. Шунан миңә боролоп: - Фәрит, әллә ошоларҙы Һаҡмарға төшөрөп йыуындырып ҡайтайыҡмы? Ҡара, ғүмерҙә һыу күрмәгән нәмәләргә оҡшап, бысраҡтарына батып, тиҙәктәренә ҡатып йөрөйҙәр. Салһаҡ, ул йөн нимәгә эшкинә?

Аңһыҙ ҡазаАңһыҙ ҡаза
Аңһыҙ ҡаза

Октябрь аҙаҡтары. Аяҙ, һыуыҡ көн. Бөтә ер туң, ә ҡар юҡ. Киттек йә уңға, йә һулға ҡасырға әҙер генә торған өйрәктәрҙе ҡыуып Һаҡмарға. Яр буйына килеп етеп йылғаға күҙ һалһаҡ, Һаҡмар аръяҡҡа йәйәү сығырлыҡ булып туңған да ҡуйған.

-Нишләп әйтмәнең? Һаҡмарҙың туңғанын да белмәй инеңме ни? Хәҙер ҡалайтабыҙ инде? – тип һуҡранды әсәйем.

-Мынауынса ергә ҡыуып алып килгәс, йыуындырмай ҡайтыу юҡ инде,- тинем Һаҡмарға тағы бер күҙ һирпеп.- Ана, уртала туңмай ҡалған ере бар бит, шунда ҡыуабыҙ.

-Туңмай ятҡас, иң ағын ерелер инде ул?

-Ҡалайтаһың, бүтән һыу юҡ...

«Ҡыуабыҙ»тип әйтеүе генә еңел икән. Өйрәк ялтыр боҙҙа бер аҙым атларға ла эшкинмәй икән дә баһа. Сәбәләнә-сәбәләнә лә, тайып, боҙға лыпын ята ла ҡуя. Хет нимә эшлә! Көйәнтә менән төрткөләп, аяҡ менән эткеләп саҡ алып барып еткерҙек өйрәктәрҙе туңып өлгөрмәгән ергә. Һыу ситенә теҙеп ултыртып ҡуйҙыҡ. Береһенең дә һыуға сумырға дәрте ташып тормай. Бер өйрәктәргә, бер ағып ятҡан һыуға ҡарап икеләнеп торам. Һыу, ысындан да, бик ағын икән. Ҡурҡыныс : быларҙы һыуға бер төшөрһәң, кире сығарып булырмы икән? Әй, йәй буйы Һаҡмарға бер төшөп әйләнмәгән өйрәктәр күпме йөҙөр тиһең, сығырҙар әле. Әллә йөҙә беләләр, әллә юҡ. Сыҡмаһалар -оҙонлоғо ун, киңлеге ике-өс метрҙан ашмаған һыуҙан биҙрә менән булһа ла һоҫоп алылыр әле... Эстән шулай тип уйлап торам, үҙем, әй, нимә булһа ла булыр тип, иң ситтә ятҡан өйрәкте аяғым менән һыуға этеп төшөрәм. Өйрәгем,«Ай, һыуыҡ та инде !»- тигәндәй йән өшөткөс тауыш менән бер ваҡылдап алды ла яйлап ҡына ағынға ҡаршы йөҙөп ките. Йөҙә белә икән ! Быны күреп минең күңел күтәрелеп китте. Иптәшкә икенсеһен этеп төшөрҙөм, өсөнсөһөн... Күмәкләгәс, өйрәктәрем дә батырайып китте. Үҙ телдәрендә ниҙер серләшеп, бер аҫҡа, бер өҫкә йөҙә башланылар. Әммә күрәһеләрем алда булған икән әле.

Ҡапыл береһе, ҡанаттарын елпеп, ике тәпәйенә баҫты ла, һыуға шапылдата һуғып, мәкене әйләндереп «саба»башланы. «Ҡоторған» өйрәккә нимә эшләргә белмәй ауыҙ асып ҡарап торған арала уға иптәшкә икенсеһе ҡушылды, шунан – өсөнсөһө... Шашынған өйрәктәр менән тулы  бәләкәй генә мәке һыуы ҡайнаған ҡаҙанға оҡшай башланы. Иҫем китепҡарап тора бирер инем әле, боҙ ситенә баҫып ҡошҡайҙарының шашынғанын ҡото осоп күҙәтеп торған әсәйемдең йөрәк төбөнән әрнеп сыҡҡан тауышы мине ысынбарлыҡҡа кире ҡайтарҙы:

-Фәрит, өйрәктәр боҙ аҫтына сума бит !

Ысындан да. Бер өйрәгем минең алдымдан ғына һыуға сумды ла тыпырсына- тыпырсына боҙ аҫтынан ағып та китте.  Боҙ буйлатып артынан баҫтырған булам. Шаңҡытып булмаҫмы тип бөтә көс менән боҙға һикергән булам. (Беҙ, малайҙар, ҡайһы берҙә шаңҡытып балыҡ тота торғайныҡ. Һыу аҫтында йөҙөп йөрөгән балыҡҡа ташмы йәки берәй ауыр нәмә менән һуҡһаң, ул шаңҡып, боҙға йәбешә. Шунан балыҡты балта менән соҡоп алаһың ). Файҙаһы теймәне Өйрәк боҙ аҫтынан тулай-тулай Һаҡмар буйлап ағып китте.

...Йыуындырырға алып төшкән ете ҡоштоң өсәүһен алып ҡайтып киләбеҙ. Хәҙер уларҙан ҡәҙерле йән эйәһе юҡ, шуға хатта ҡыумайбыҙ ҙа, күтәреп үк алғанбыҙ. Өйрәктәребеҙ ҙә баҡылдамай. Беҙҙең дә һөйләшергә кәйеф юҡ.

-Хәҙер атайыңа ни тип әйтәбеҙ инде?- ти әсәйем бара биргәс.

 –Атайым уларҙың һанын белә тиһеңме? – тигән булдым ышанысһыҙ ҡына.

Ҡайтыу менән, ҡараңғы төшмәҫ элек тип, дәрес әҙерләргә ултырҙым. Ултырыуым булды, әсәйем килеп инде :

-Фәрит, бысағыңды үткерлә лә, атайың ҡайтмаҫ борон тиҙ генә теге өйрәктәрҙе салып бир.

...Ҡараңғы төшөүгә йолҡолған, таҙартып йыуылған өйрәктәр бак төбөндә тоҙланып та ята ине.

Бәләкәс ауылда сер һаҡлап буламы ни!

Икенсе көндө урамда Гөлсирә осраны һәм :

-Кисә әсәйең менән Һаҡмар буйында нәмә эшләп йөрөй инең ул?-тип һораны.

 Класташымдың күҙҙәренә  тултырғанса бер ҡарап алдым да... бөтәһен дә аңланым: Гөлсирә белә.

- Әй, өйрәктәрҙе балыҡ тоторға өйрәтеп йөрөнөк,- тип шаярттым күҙҙе лә йоммай.

- Шулайҙыр тип уйлағайным да. Әйтәүер, мин һыу алып торғанда, бер өйрәгең боҙ аҫтынан “балыҡ баҫтырып” үтеп бара ине шул.

Гөлсирәнең «ныҡ»кеше икәнен белә инем. Ул ауыҙ тултырып урам буйлап һөйләп йөрөмәйәсәк. Йылмайыштыҡ та – бөттө. Артабан һүҙ ҡуйыртып тороуҙың кәрәге юҡ ине.

Фәрит Әхмәров, Сибай ҡалаһы.

(“Атайсал”, №19, 11 май, 2018 йыл).

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас