

Эй, кеше бала саҡта ҡыҙыҡ була инде. Күрше малайҙар менән йәшенмәк уйнай торғайныҡ. Мин ишек алдындағы ергә бата яҙып ултырган иҫке “Урал” матайынын коляскыһына инеп йәшенеп, мине тапкандарын көтөп йоҡлап киткәнмен. Кис ваҡыты, көҙ ине, ҡараңғы иртә төшә. Теге малайҙар мине тапмай ҡайтып киткән. Мин йоҡлап тик ятҡанмын. Әсәй ҡараңғы төшкәс, мин һаман ҡайтмағас, борсолоп эҙләй башлаған. Теге малайҙарҙың өйөнә барып мине һорашҡан. Бер малай: “Ул йылға яғына ҡасты ул”,--тип әйткән. Әсәй йылғаға барып, сумып мине эҙләп ҡараған, таба алмағас, ауыл ирҙәренә әйткән. Улары сумып эҙләгән...Бөтә ауыл буйлап, урмандарҙы гиҙеп сыҡҡандар. Аптрағандан милицияға хәбәр иткәндәр, улары таң менән килеп протокол тултыра башлаған. Ишек алдында беҙҙең усаҡ тора торғайны, шунда электричество ла бар, өҫтәл дә бар, шунда ултырып протокол тултыра башлағандар.
--Һеҙҙең фамилияғыҙ кем?--тип һораған милиция хеҙмәткәре әсәйҙән.--Юғалған малайығыҙҙың фамилияһы нисек, исеме кем,нисә йәштә?
Мин ишетем ҡалғанмын да баҫып тороп ҡысҡырып ебәргәнмен:
--Мин Мәсәйет Сихив, миңә 5 йәш, армияға бармайым, әсәйҙе ҡарарға кеше юк!
Юғалған малай килеп сыҡҡас, ауыл халҡы аптырап киткән, ә әсәйем мине ҡосаҡлап илап ебәргән.
--Илама, әсәй, мине һине ҡалдырып китмәйем,--тигәнмен.
Теге формалағы кешеларҙе күргәс армияға алып китәләр тип уйлағанмындыр инде. Былай армияға барҙым, бармайым тиһәм дә…
Мирсәйет Сәлихов.