

Ҡыҙымдың туйы
Бейек-бейек, дәү машиналар йортобоҙ алдын уратып алды. Кейәү егет килгән машина ҡурсаҡ кеүек итеп биҙәлгән. Шулай булырға тейеш тә! Кәләш алырға килгән бит ул! Ҡапҡа төбөнә йәш ҡыҙҙар арҡыры тороп алған да уға ҡырҡ эш ҡуша: унда баҫ, бында тор, әллә күпме һорауҙарға яуап таптыра...
Урау-урау юлдарҙы үтеп, саҡ кәләше янына етте егет, әйтерһең дә ҡәҙерлеһен дейеү алып ҡасҡан да, уны эҙләп табыу өсөн әллә күпме һынауҙар үткән...
Туй шул тиклем матур ерҙә бара. Ҡунаҡтар ҙа күп саҡырылған, тамада ике телдә лә ҡотлауҙар яуҙыра. Бына уртаға аҡҡош шикелле йөҙөп Ләйсән сыҡты, артынан Илсур төштө...Тормоштарындағы беренсе парлы бейеүҙәрен башҡара йәштәр! Эй, матур ҙа һуң үҙҙәре! Һоҡланып туйырлыҡ түгел!!! Барыһының да ҡарашы уларға төбәлгән! Кемеһе - фото, кемеһе видео төшөрә.
Ошо минуттарҙы кисергән әсәнең йөрәге ҡыуаныстан шартлай яҙҙы: берсә ныҡ итеп типте, берсә яйланы. Нурзиә, саҡ үҙен ҡулға алып һауа етешмәүгә һылтаулап тышҡа сыҡты...Уның туҡтауһыҙ башы әйләнде...
...Табиптар кескәй ҡыҙсығына ваҡытында ярҙам итмәһә, ул был бәхетле минуттарҙы кисерә алмаҫ ине...
...3 йәшлек Ләйсәнде атаһы һәр ваҡыттағыса балалар баҡсаһына иртә менән алып барҙы. Юл буйы тәтелдәй-тәтелдәй үҙенекен һөйләгән ҡыҙының торошона атаһы артыҡ иғтибар итмәне. Балаһы һин дә мин: пока ла, пока тип төркөмөнә йүгереп инеп китте. Ә бына ала барғанда иһә бәләкәсен һуҙып һалғандарын күреп иҫе китә яҙҙы Илдустың.
-Иртәнсәктән көйһөҙ ине ул. Йүнләп берәү менән дә уйнаманы, күберәк ултырҙы. Йоҡонан уята алмай бер булдыҡ. Уятһаҡ та торғоҙа алманыҡ,--ти тәрбиәсе.
Илдус балаһын йәһәт кенә күтәреп алды ла дауаханаға йүгерҙе. Ярай уныһы эргәлә генә. Табиптар юҡ тиерлек, смена аҙағында кем һине килә тип көтөп ултырһын. Шәфҡәт туташтары улай-былай йүгерә торғас, приемный покойға ике табип килде. Хәлһеҙ Ләйсәнде улай-былай әйләндереп ҡаранылар, тиҙ генә анализ алдылар, ауыртыныуҙарҙы баҫа торған укол ҡаҙанылар. Тик аныҡ ҡына берәү ҙә, бер нәмә лә әйтә алманы.
-Бына ошо дарыуҙарҙы алып эсегереҙ. Вирус эләккән. Хәле һәйбәтләнмәһә, ҡабаттан алып килегеҙ,--тине лә табип, үҙ бүлмәһенә юлланды.
Ҡалайтһын Илдус, табиптар үҙҙәре ҡайтарғас, уколдан һуң бер нәмә белмәй йоҡлап ятҡн балаһының аяҡтарын һәлберәтеп, өйөнә алып ҡайтып китте. Нурзиәһе бер нәмә аңламай уларҙы ишек төбөндә ҡаршы алды.
-Нимә булды ул?
-Әллә. Балалар баҡсаһынан ошо килеш барып алдым,--тине ире.
Тиҙ генә хәбәр итергә ул ваҡытта кеҫә телефоны бармы әле. Өйҙә лә телефондары юҡ.
-Юҡ, былай булмай,--тине, ҡыҙының хәле мөшкөл булыуын аңлаған әсә.
-Тиҙ ярҙам саҡырт, хәҙер үк дауаханаға алып барабыҙ.
Ысынлап та, ҡатыны ныҡышҡас, был юлы дауаханала ҡыҙҙы белгестәр еткекләберәк ҡараны. Һәм йүгерешеп алып киттеләр...Ир кеше ни табиптар ҡаранымы-ҡараны, тигән дә баланы күтәргән дә ҡайтҡан. Ә уның үлем сигендә ятыуын ҡайҙан белһен!
Әсә йөрәге һиҙгер шул. Ярай ваҡытында тиҙ ярҙам саҡыртҡандар. Улайһа был туй ҙа, кәләш-кейәү ҙә булмаҫ ине. Шуға ла күңеле тулды ҡатындың...
...Табиптар йүгерешә торғас, ата-менән әсәгә баш ҡаланан санавиация саҡыртыуҙарын белгертә. Унда баланы үҙен генә алып китәсәктәр, тип әйтәләр.
-Балағыҙ янына барырға теләһәгеҙ, хәҙер үк поезға ултырығыҙ, иртәгә таңға Өфөлә булырһығыҙ,--тигән шәфҡәт туташының тауышы томан эсенән ишетелгән кеүек тойолдо Нурзиәгә. Ҡапыл иҫенә килеп, өйөнә инеп тә тормайынса вокзалға ашыҡты ҡатын. Иренә ул-был эште ҡушып, юлға сыҡты. Төнө буйы керпек тә ҡаҡманы, Аллаһ Тәғәләнән сабыйына ғүмер һораны, ауырыуын биргәс, шифаһын да бир тип ялбарҙы.
Поезд сайҡалтҡанда иҙрәп, күҙе эленһә, ҡайҙалыр ҡабалана, үрһәләнә, тик барып етә алмай аҙаплана. Ап-аҡ, оҙон күлдәк кейгән Ләйсәне бер күренә лә, берсә юҡҡа сыға. Йөҙө моңһоу, оҙон аҡ итәктәре генә генә елгә елберҙәп ҡала...
Балам, бала! Китә күрмә беҙҙе ҡалдырып! Аҡ күлдәкле туйыңды күрергә яҙһын, балам! Аҡ биләүҙәргә төрҙөм дә ул, һаулығың ғына самалы шул... Әй, һаташты, ҡатын, әй илерҙе...Шулай юлдағы 14 сәғәтте саҡ үткәрҙе ҡатын.
Иртәнсәк дауаханаға килеп ингәс, махсус быялалар артында реанимацияла ҡырҡ сымдарға тоташҡан ҡыҙсығын күреп тағы ла нығыраҡ хафаға төштө. Тиҙерәк дауалаусы табибҡа үҙен индереүҙәрен үтенде.
- Көтөгөҙ, ул әле ял итә. Төнө буйы ҡыҙығыҙға операция яһаны,--булды яуап.
-Операция?! Нисек?! Ҡайһы еренә!?—әсә түҙмәне.
-Табип барыһын да аңлатыр.
Реанимация төбөндә саҡ төштө еткерҙе, ашау, йоҡлау ҡайғыһы ла юҡ, уйҙары тик сабыйы хаҡында.
-Һеҙме ҡыҙҙың әсәһе?—тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте Нурзиә.
-Эйе. Нимә булған ҡыҙыма?
-Минингит. Ҡайҙа эләктергәндер ул һауа-тамсы юлы менән йоҡҡан был сирҙе. Беҙгә алып килгәндә хәле бик киҫкен ине. Шуға ла һеҙҙең бөгөн килеп етеүегеҙҙе, операцияға рөхсәтегеҙҙе көтөп торманыҡ. Юғиһә, һуң булыуы ихтимал ине,--тине табип тыныс ҡына.
-Хәҙер борсолорға урын юҡ. Баш мейеһенә операция яһаныҡ.
Баш мейеһенә, тиме?! Нурзиә тағы ла нығыраҡ хафаға ҡалды: баш һындай башты асһындар әле...
Кискә табан Ләйсән күҙҙәрен асты. Әммә 3 йәшлек ҡыҙы яңы тыуған сабый рәүешендә ине. Кескәй ҡыҙға барыһын да баштан башларға, ашарға, атларға, һөйләшергә яңынан өйрәнегә тура килде. Был юлды, Аллаға тапшырып имен-һау үтте ҡыҙ менән әсә. Дауаханала оҙаҡ ятып һауығып ҡайтҡас, Илдус сабыйы һаулығына ҡорбан салды. Ҡыҙҙары ҡәҙимге булыуға Нурзиә тағы ауырға ҡалып, туп шикелле ул табып табып алды. Сабир тип исем ҡуштылар.
Ләйсән мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортонда белем алды. Сәләмәтлеге торошона зарланманы, әммә минингит зарарлаған яҡтағы ҡолағы ғына насарыраҡ ишетте. Хәҙер медицина көслө, дауаланды, бағынды.
Хатта кейәү тапты! Уныһы эргәлә генә йөрөгән дә баһа! Күрше йортта йәшәгән булған!
Бына әле туйҙары! Туй йырлай! Туй ҡыҙа!
Залдан әсе, әсе, тигән тауыштар сыға.
Әсе булмаһын балаларымдың яҙмышы! Татлы булһын, парлы булһын ғүмерҙәре тип ҡыбырланы Нурзиәнең ирендәре...
Гөлдәр Ҡадаева.
фото интернет селтәренән.