АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Июнь 2023, 12:02

Әптәләнгәнлек бәләһе.

.Шәп бер әҫәр яҙмаҡсы булдым әле, һыбайлылар атта, юлсылар юлда, ялҡауҙар ятып уҡымалы булһын. Исемен дә бөйөк яҙыусының ,, Аҡыллылыҡ бәләһенән" урлап, үҙемсә әҙ генә үҙгәртеп ҡуйҙым, унан ней ерем менән кәм әле мин, үҙенә тартып, кешене ылыҡтырып торһон



Изгелекле Баймаҡ табиптарына арнайым.

Хикәйә.

Шәп бер әҫәр яҙмаҡсы булдым әле, һыбайлылар атта, юлсылар юлда, ялҡауҙар ятып уҡымалы булһын. Исемен дә бөйөк яҙыусының ,, Аҡыллылыҡ бәләһенән" урлап, үҙемсә әҙ генә үҙгәртеп ҡуйҙым, унан ней ерем менән кәм әле мин, үҙенә тартып, кешене ылыҡтырып торһон.
.  Тәәәк, нисек башларға, эшлекле түгеллегемде, ә әптәләнлегемде яҙғайным инде элек, ҡабатлап тормайым, яҙҙың матур көнөндә, улым менән бабай Баймаҡта яңы мунсаның нигеҙен төҙөргә ниәтләнеләр, цемент-таш килтерелде, һәм башланыҡ...
.   Яңылыш уҡыманығыҙ, әбей ҡыҫтырылмаған ней эш бар, малай ҡыуып ебәрә, китеп торам да йә таш, йә ҡом, йә цемент килтерәм. Эш ырай, күңелдә әҙ генә булһа ла кәрәклегемде тойоуҙан йыр тыуа, тән яҙылды, әйтерһең йыл буйы йыйылған ҡомо-саңы шаптырлап ҡойола. Тегеләр ҡул һелтәп өндәшмәй башлағас бигерәк киттем шәпләнеп, урамды бер итеп осоп-елеп ташыйым, өлгөртөргә тырышам, нәҫ баҫҡан әбей тип уйлайһығыҙҙыр, мин әле!..
.    Югерә-атлай нигеҙ буйлап барғанда опалубканың сығыңҡырап торған таяғына эләгеп итәгем арттан тартылды, аҙымым ҡыҫҡарып нигеҙен ашаҡлай алмай барып ҡоланым, ҡул суғының төбөнән шыртылдаған тауышты ишетеп, башҡа һынды былай булғас ҡулым, тигән уй килде.
.   -Нимә булды, ҡоланыңмы? -тигән бабайға, ҡул һынды, тинем дә, таралып ятҡан биҙрәләремде алып таш тултырырға керештем, бер ерем дә ауыртмай. Бынауындай ҡыҙыу эш ваҡытында ҡул һынды тип туҡталып тороп булмаҫ, биҙрәләремә таш тултырам.
.   Тултырыуын тултырҙым, әммә уң ҡул менән күтәреп булмай икән, берәмләп ташырға тура килер инде, шулай иттем дә, ҡул-аяҡ ауыртмай, тик ниңәлер шешенә генә башланы.
.  Башыма больницаға барып гипс ҡуйҙыртырға тигән уй килде, малайға машинаһын тоҡандырырға ҡушып, кейем алыштырырға индем, тейерһеңме ҡулға, цементҡа  болғанған ҡулды йыуып та булмай.
.   Ваҡыт бишенсе ярты, Баймаҡ поликлиникаһына өлгөрөргә ашығам, ҡулда бер ниндәй документ юҡ.
.  Үҙем дә һиҙмәй ауыртҡан ҡулды алға һуҙып больница урамынан югереп барғанда ҡаршыма кемдер сығып туҡтатты.
.    -Апай ҡайҙа югерәһегеҙ?
.  Туҡтап ваҡытты әрәм итеү ҡайҙа, югергән килеш яуаплайым.
.   -Әле генә ҡолап ҡулымды һындырҙым, регистратура ябылмаҫ борон өлгөрәйем тием.
.   -Унда хәҙер берәү ҙә юҡ,  больницаға ,, Приемной покойға " барығыҙ, беләһегеҙме ҡайҙа икәнлеген?
.   -Ә-әә, белмәйем шул, ярай ату, минең документтарым да юҡ...
.  Шул арала теге ҡустыны өс-дүрт метр алға үтеп киткән кеше,  артҡа боролоп уны тағы өс дүрт метр артта ҡалдырғайным инде.
.    -Ҡабаланмағыҙ, тағы ҡолап ҡуймағыҙ, мин дә шунда барам, көтөгөҙ.
.  Уның артынан тыпырлап атлайым, үҙемдең уйымда, шәберәк атлаһасы...
.    Юлдашым  ,,Приемной покой" бүлмәһендәге компьютер өҫтәле янындағы ҡыҙға нимәлер әйтте лә,  төпкә уҙҙы,  таныштарҙыр. Оҙон ғына сират булыуға ҡарамаҫтан ҡыҙыҡай  миңә бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге һуҙа, уны уҡып тороу ҡайҙа, икенсеһе мине эйәртеп ҡайҙалыр алып китте.
.   Рентген бүлмәһенә килтергән икән, доктор баяғы мине эйәртеп алып килгән егет.
.   -Ҡулығыҙ һынған, мине операция бүлмәһендә көтәләр, бер сәғәттән гипс һалырмын, көтөргә тура килер.
.   Көтәм инде, көтәм, гипс ҡына һалһын, үҙемдең районға ҡайтҡансы йөҙҙән ашыу саҡрым үтер кәрәк.
.   Йә, эш ҡала бит әле, гипс һалһалар нигеҙҙе ҡойоп бөтөр инек, һулаҡай менән булһа ла ярҙам итешер инем.
.    Ваҡыты еткәс мине саҡырҙылар, өс табиб, баяғы егет мөләйем генә миңә аңлата:
.  -Апай ҡул һөйәгегеҙ һынып ҡыйшайған, төҙәтмәйенсә булмай, укол яһайым, һүгенһәгеҙ һүгенегеҙ, ҡысҡырырға ла рөхсәт, тик иҫегеҙҙе генә юймағыҙ.
.   Түҙермен ул, тәүгә түгел, элек һулаҡайын һындырғайным.
.   Береһе бармаҡтан тарта, икенсеһе терһәктән, беләктәге төйөрҙәр бөткәнсе тартҡыланылар, өсөнсөһө гипс урай, шәп әбей булдым, барыбер һүгенмәнем дә, иҫтән дә яҙманым.
.  Һөйләгәндәрен, аңлатҡандарын да тыңламай йәһәтләп сығып киттем, рәхмәт әйттем шикелле, тик исемдәрен генә һорамағанмын. Гипс йылы ғына, ҡул да һыҙламай, яулығымды сисеп ҡулды муйынға аҫып алдым.
.   Мин ҡайтҡансы эштәрҙе теүәлләгәндәр, хәҙер ауылға ҡайтырға сығырбыҙ.
.   Яһаған уколдың тәҫьире Бикеш тирәһендә юҡҡа сыҡты, түҙерһеңме, етмәһә докторҙың әйткәнен тыңлап тормай ҡабаланып сығып киткәнмен, ҡатмаған гипслы ҡулды муйынға  аҫҡанға  гипс кәкерәйеп ҡатты.Асфальтта һикерткәндә түҙеп булмай, Шанский юлында бигерәк ауыр булыр инде.
.  Мыжымаһамда бабай минең хәлде һиҙенгән шикелле, ней тиһәң дә ҡырҡ ике йыл бергә ғүмер һөрәбеҙ, Ниғәмәт магазине алдында туҡтаны.
.   Сыҡҡанда ҡулында бер яртыһы күренә, эҫе генә итле бәлештәре бар.
.   Шул саҡта ҡулымдың һыҙлауы бөтә йәнем-тәнемә күсте, ҡалтырана башланым, ошо ғына етмәгәйне, мин уға һалығымды һалмаҫҡа тырышып өндәшмәй түҙеп киләм, ә ул...Әйтерлек тә түгел, өйҙә мал көтә, мейескә яғаһы бар...
.  Ниғәмәтте сыҡҡас пластмасс рюмкаларға тултырып араҡы һалды, миңә һуҙа.
.  -Һыҙланып киләһеңдер, эс, еңелерәк булыр.
.  Шулай итмәйҙә, минең һылтау менән үҙе эсмәксе моғайын.
.  -Милитсейәләр күп осраны, эләгеп ҡуйма, ҡартайғас праваңды алдырһаң, яңынан экзамен бирә алмаҫһың, олоғайһаң хәтер юҡ, - психологический атака быныһы.
.  -Кем һиңә эсәм тине, һиңә ҡойҙом, эс.
. Бөтөнләй бер ваҡытта ла эсмәгән кеше түгелмен, уныһын алдай алмайым, тик мин эсһәм бабайҙың эсенә ҡуҙ төшөр, ҡаршылашам һаман да.
.  -Эс тейем!
.   Яндырып эскә төштө, шул саҡта бөгөн көнө буйы ашҡаҙанға сәйҙән башҡа бер нимә төшмәгәнлеге иҫкә төштө, ярһып эшләгәндә тик һыуһата ғына шул.
.   Эсәк оҙон ғыналыр, байтаҡ ҡына боролоп-боролоп төшкән юлын һиҙеп ултырҙым, ҡул һыҙлағас һөйләшке лә килмәй.
.  Дүрт саҡрымдай барғас тағы туҡтаны, насар юлда ипле йөрөтөргә тырышһа ла килеп сыҡмай, Нива машинаһы ҡатыраҡ шул.
.   Баяғы пластмасс рюмка тағы тулды, был юлы артыҡ ҡарышманым, һыҙланыуҙар баҫылды, юлдағы соҡор-саҡыр тигеҙләнде.
.  -Һин һөйләгәндә ҡулыңды болғамай ғына һөйләрһең , йәме, - бабай кәйефте күтәрергә тырыша - шәберәк бар тип тә артыҡ ҡыуалама.
.   Әҙәм әйтһә ышанмаҫ инем, еңелерәк булды, өйҙәге көтөп торған эштәрҙе ҡайтҡас бабай теүәлләне, тыныс таң аттырҙым.
.   Иртәгеһенә кәкерәйгән гипсты бабай төҙәйтергә тырышты,  бысҡы, бысаҡ, болгарка менән тигеҙләп кейҙерҙе, минең бысраҡ ҡулдарҙы таҙартырға теләһә лә тейҙермәнем, шулай ҙа рәхмәтлемен мунсала йыуындарҙы, яңы япраҡ менән арҡаларҙы сапты.Аҙаҡтан белеүемсә тубыҡҡа баҫа алмайым икән, терһәк, яурын бәрелгән, кеше тәне барыбер аҡыллы икән, әбейҙе бер юлы ыҙалатмайыҡ, аҙаҡтан беленербеҙ әле тигәндәрҙер.
.    Һыҙланыуҙан йоҡламағанғалыр иртәнсәк тороуға сәстәр кейеҙгә әүерелгәйне, түбәгә өйөп ҡыҫтырырға тырышһа ла бабайҙың ҡулы килешәме, саморез һымаҡ бороп ҡыҫтырғыстарҙы этә, ахыры сәстәремде ҡырҡтырырға тура килде.
.   -Күптән үҙеңдең имиджды үҙгәртергә кәрәк ине, арыу булды әле, гел түбәгә өйөлгән сәсең ялҡытҡайны,- быныһы әлбиттә алыҫтағы ҡыҙымдың йыуатыуы ғына икәнлеген аңлайым инде.
.   Түтәлдәрҙә ҡалҡҡан үләндәрҙе күрмәҫкә тырышам, тағы ҡыҙым әйткәнсә һыҙланыуҙы Аллаһ белеп бирә, һыңар ҡул менән төртәләнеп йөрөмәһен өсөндөр.
.    Яҙ диетаға ултырырмын тип нисә йылдар уйлана инем,   быныһы ла тормошҡа ашты, бешеренмәйем, ашағы ла килмәй әлегә, бәлки гел югерекләп тик йөрөйһөң тип Аллаһыбыҙ ,, Тырр" тигәндер, күнермен, бүтән бәлә-ҡазаларҙан аралаһын, ошоноң менән бөтһөн.
.   Күргәндәргә түҙемлек бирһен, күрмәгәнгә күрһәтмәһен һәммәһенә лә.
Нисек, шәп килеп сығырмы минең әҫәр...
Гөлдәр әбей.
.  

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА