Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
30 Ғинуар 2023, 21:55

Яңғыҙ йәшәүҙәре кемгә рәхәт...

-Балам, яңғыҙ йәшәй алмай алмай башлаһам, әйтермен. Әлегә бармайым әле һеҙҙең янға. Уҡыусылар килеп тора хәлемде белергә, ауыл советы ла ярҙам күрһәтә, күршеләрем һәйбәт. Ярар, ана кейәү көтә, бар, көттөрмә, һау бул!--тип тороп ҡалды әсәһе ҡапҡа һайғауына терәлеп. Әй, Аллам! Ҡәҙерлемде ошо көнгә үҙем генә төшөрҙөм! Әле бына саҡ тын алып торһа ла кеше тупһаһына барырға биҙрәүе йөҙөнә сыҡҡан ине. Их, нишләп кенә әсәйемде яңғыҙлыҡҡа дусар иттем икән! – тип өҙгөләнде Сәлимә, күҙҙәренә йәш тығылып...

Яңғыҙ йәшәүҙәре кемгә рәхәт...
Яңғыҙ йәшәүҙәре кемгә рәхәт...

 

Әсәйем 28 йәшендә генә тол ҡалған. Атайым гүр эйәһе булғанда миңә 7 йәш ине. Хәтерләйем, уны төпкө өй бүлмәһенә оҙон итеп аҡ ҡорамаға төрөп һалып ҡуйғандар. Аҙаҡ мулла аят уҡығас, уны өйҙән алып сыҡтылар ҙа атҡа һалып ҡайҙалыр алып киттеләр...

Әсәйем ул хәлдән һуң оҙаҡ иланы, уны йыуатырға тырышып эргәһендә мин уралдым. Үҫә бара әсәйем ир һорап ҡуймаһын тип, бөтә эштәрҙе лә үҙем эшләргә тырыштым. Беҙгә икебеҙгә шул тиклем рәхәт ине: әсәйем эргәмдә, өй йылы, ашарға бар, өҫ бөтөн. Малды ла ҡарайым, берәй ер ҡыйшайһа, йүгереп барып күрше ағайға әйтәм дә, йүнәттертеп тә ҡуям. Артынса, күрше апай йүгереп килеп инә лә алан-йолан ҡарап тора, шунан ҡапҡаны шарт ябып сығып китә. А, был апайға нимә булды икән? Ен шикелле йөрөй, - тип улайым.

Ана шул урын емерек, был ергә ир ҡулы етмәй, шуға ла кейәүгә сығам, тип әйтеп ҡуймаһын тип бөтә нәмәне күҙәтеү аҫтында тоторға тырышам үҙемсә. Әсәйем ир һорамаһа ла, уны һоратып килеүселәр күп булды. Күҙ ҡыҙырлыҡ та шул минең ҡәҙерлем: үҙе йәш, сибәр, егәрле, уңған. Етмәһә, эйәрсәне малай түгел, ҡыҙ.

-Юҡ!Юҡ! Кәрәкмәй беҙгә ир! Нимәгә ул?! Икәүләшеп тә бына итеп көтәбеҙ донъяны! – тип аяғымды терәп ҡаршы торҙом килгән яусыларға.

Нишләп шунда миңә берәй оло кеше аңлатманы икән хәлде?

Улай тиһәң бер нисә тапҡыр инәйем:

-Әсәйең кейәүгә барһа, һеңле-ҡустыларың була, әсәйеңә өлкәнәйгән көндә терәк-таяныс кәрәк бит. Унан яңғыҙ ҡатындан бисә-сәсә ирен ҡыҙғанып бер була,-- тип әйтеп ҡараны. Еңмешләнеп, кәрәкмәй һеңле, ҡусты ла, бәләкәстәр бес итә, илай, өйҙә боларта. Әсәйемде берәү менән бүлешмәйәсәкмен. Ул өлкәнәймәй, гел ололай йәш була, уны анау тау башына алып сығам да үҙем көтәм,--тип ҡырт киҫтем.

Бер көндө мәктәптән ҡайтып килһәм, арғы остағы Әкрәм ағай һүҙ ҡушты:

-Сәлимә! Туҡта әле. Һиңә атай булыр инем. Әсәйеңде бир миңә. Ана минең балалар әсәйһеҙ, һин атайһыҙ. Әйҙә, бергәләшеп йәшәп ҡарайыҡ,--ти.

-Юҡ! Миңә атайһыҙ ҙә рәхәт! Бирмәйем әсәйемде бер кемгә лә! Килеп тә йөрөмә! Бармайбыҙ ҙа һиңә!

Анау маңҡа малайы менән уйнап ултырмаһам ярар ине. Ҡыҙы ла оҡшамай миңә. Гел генә башын эйеп, моңайып йөрөй.

Ә бит тормош беҙ теләгәнсә түгел икән! Мин дә үҫеп, буй еткерҙем, әсәйем дә яңғыҙ көйө олоғайҙы, йәш ғүмере үтте заяға. Башыма аҡыл һуң төштө, әлбиттә. Үҙем кейәүгә сыҡҡас ҡына аңланым, нишләп әсәйемде мин был бәхеттән мәхрүм иттем икән?!

Ысынлап та, һеңле-ҡустыларым булһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине...Беребеҙ китһәк, беребеҙ ҡалыр ине янында. Алмашлап барып хәлен белер инек. Үҙемә ҡатышып йәшәргә лә кәрәк булған икән ул бәләкәстәр! Их!

Уның да мине яңғыҙ бөртөк балаһын уйлап, хәле бөтә. Мин дә торһам да, ятһам да уны уйлайым...

Ярай әле, үҙем яңғыҙ булғанға күрә, балаларҙы ишле иттем: ике улым, бер ҡыҙым бар. Өләсәйҙәренә юлды һыуытмайҙар былай. Ирем дә ҡәйнәмде алып ҡайтайыҡ, ти.

Ә ул һин тыуған йорттоң нигеҙен ташламайым, ти. Атайың төшөмә инде: бер ҡайҙа китмә, ошонда торғас, ошонан китерһең,--тине. -Һине тыңлап тормошҡа сыҡманым, атаңды тыңлап ошонда булам инде...

Ярай әле хәҙер һәр ауылдың ватсапта чаты бар. Шунда мине лә индерҙеләр. Һәр көн иртән әсәйеңдең йорто янын ҡарҙан таҙартттыҡ, һыу индерҙек, өйө йылы тип хәбәр яҙып ҡына тора ауылдаштар. Рәхмәт инде уларға! Шул хәбәрҙәре йәнемде йылыта! Һау ғына булығыҙ инде! Сауаптарын насип итһен!

Балалар, һеҙгә өндәшәм! Донъя булғас төрлө хәлдәр була, кемдер үлә, кемдер ҡала. Шуға ла яҡындарығыҙға бәхеттәрен икенсе тапҡыр һанап ҡарарға мөмкинлек бирегеҙ. Иртәме һуңмы һеҙ үҙ ояғыҙҙы ҡорасаҡһыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙ яңғыҙ ҡалмаһын тиһәгеҙ, уларҙың тормошона ҡыҫылмағыҙ. Тапһындар үҙ йәрен, ҡауышһындар, йәшәһендәр! Улар ҙа бәхетле, парлы, ишле, бала-сағалы булырға хоҡуҡлы.

Сәлимә апайығыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева