АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
24 Ғинуар 2023, 23:30

Һалдатка Фирая

Бер хәбәре юҡ тип ҡайғыралар ине, әле бына килеп шылтыратты бит. Унғансы, сәскә гөлләмәһе тотоп ҡәйнеше килеп тә инде. Икәүләшеп сәй эстеләр. -Госпиталдә яттым. Бына ҡул мина ярсығы эләккәндән һуң әҙерәк барахлить итә, - тигән булды ҡулын күтәрергә маташып. Уныһы хужаһын тыңларға теләмәне. Һыҙланғаны йөҙөнә сыҡты. -Еңгәй, беләһеңме мин ни өсөн һиңә тура килдем? -Юҡ. -Ике тапҡыр үлемдән ҡалдым. Беренсеһендә бер нисә көн комала ятҡанмын. Мәрхүм ағайымды күрҙем. Бер матур ерҙә йөрөй ине ул: тирә-яҡ йәм-йәшел, ниндәй генә сәскәләр үҫмәй, ниндәй генә емеш юҡ. Фирҙәүес баҡсалары, күрәһең, йәннәттең үҙе. Унан ҡайтҡы килмәй был бысраҡ донъяға... Иҫемә килгәндә кем икәнемде лә, исемемде лә иҫләй алманым. Шунан яйлап әсәйем күҙ алдыма килде, икенсе иҫләгән кешем һин булдың, еңгәй... -Ыста... -Иҫләйһеңме, ағайымды ерләшә килгәндә матур күлдәк кейгән инең. Шунда һиңә һоҡланып ҡарап торғайным, ағайымдың бынау сама сибәр ҡатынын ташлап, икенсе бисәгә китеүенә йәнем үртәлгәйне. Тап шул килеш күҙ алдыма килдең.

Һалдатка Фирая
Һалдатка Фирая

Һалдатка Фирая

Кеше һымаҡ ирҙән уңып булманы...Буй тиһәң – буйы, һын тиһәң – һыны, аҡылы ла бар кеүек. Әммә ир-ат менән мөғәмәлә итә белмәй шул Фирая. Шуға ла донъяһын бер үҙе тарта: елкәһендә 3 бүлмәле фатиры өсөн 3 миллион һумлыҡ ипотека, автокредит, ике бала. Түләүҙәре ай һайын әйләнә лә килә лә етә, балаларын ашатырға, кейендерергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә лә кеше араһында кәм-хур булмайым, тиһәң, әллә күпме аҡса талап ителә...

Быйыл беренсе тапҡыр Яңы йылды бер үҙе ҡаршыланы: улын атаһы каникулға алып ҡайтып китте, ҡыҙы егете менән дуҫтарына китте. Яңы йыл ҡайғыһы ла юҡ унда: донъялар тыныс түгел, кемдер илай, кемдер көлә, тигәндәй. Етмәһә, бынау бурыстары быуа. Эшләһәң, йәшәп булмай, эшләмәһәң дә шул тирә...Аптыратты был тормош...

Еңелсә генә салаттар әҙерләп, өҫтәлгә йәшелсә-емеш, тәм-тәм ҡуйып телевизор ҡаршыһына ултырҙы ла элекке кинолар ҡараны. Зәңгәр экран тамам ялҡытҡас, тәһәрәтләнеп тороп, ҡулына Ҡөръән китабын алды. Ҡасандан ята өйөндә шул китап, исмаһам бер ҡулына алһасы.

“Туҡта, берәү ҙә юҡта изге китапты ҡулыма алып, изге теләктәремде теләйем әле. Моғайын, Аллаһҡа минең ялбарыуҙарым, һорауҙарым барып етер. Ул бит барыһын да күрә, барыһын да белә, беҙ белмәйбеҙ, - тип уйланы Фирая.

Иң беренсе аяттарҙы уҡып сыҡҡас, үҙенә, балаларына, яҡындарына иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, һәр ҡайһыбыҙға ике донъя рәхәтлектәре бир, тип һораны.

Үҙенә иш булырҙай, донъяны артабан этеп алып китерҙәй, бурыстарынан ҡотолорға ярҙам итерҙәй ир осрауын һораны...

Яңғыҙ тормош көтөүҙән тамам арыны шул ҡатын. Ире Кирам менән айырылышыуҙарына байтаҡ ваҡыт үтте. Уныһы кешесә йәшәргә теләмәнеме, аҡса табыуға елкәһе йоҡа булдымы, аңламаҫһың. Йәшәгән урындарындағы предприятеиаларҙа эш хаҡы түбән тине. Себергә аҡса бар ҙа ул, йәшәү шарттарын оҡшатмайым тип сәбәп тапты. Был эш аҡсалы, быныһы оҡшай, быныһы юҡ тип һайланырға форсат юҡ, ипотека муйындан быуа. Шуға ла ҡатын туҡтамай эшләй, таба, түләй. Ә ире, киреһенсә, ашарға бешереп, балаларҙы ҡарап өйҙә ултырҙы. Аҡсаны үҙе тапҡас, ирен эшкә лә һынаманы шул ҡатын. Уныһы ла балалар хаҡына ғаиләне һаҡлап ҡалырға тип күпме тырышһа ла булдыра алманы. Бер көндө ул әйберҙәрен йыйҙы ла икенсе ҡатынға сығып китте. Күҙенә ҡарап торған балаларын да уйламаны, ҡатынын да йәлләмәне, мөхәббәт яңыртып тороп икенсе ҡатын менән йәшәне лә китте. Хатта уртаҡ балалары тыуҙы. Әле онотҡанда бер балаларына алимент ебәрә, унда-бында күстәнәсе килеп тора.

Ярай, ул да бәхетле булырға хаҡлы. Үҙенең яртыһын тапҡан, йәшәһә булды, ул иренә асыу һаҡламай.

Үткәндәр менән йәшәргә ярамай. Кешегә асыу тоторға ла. Хәҙер иң мөһиме үҙ тормошоңдо рәткә һалыу, яңғыҙ килеш түгел, парлы булып йәшәү, Аллаһ Тәғәләнән һорау, уның барлығын таныу һәм уға табыныу...

Раштыуа алдынан телефонына ят номерҙан шылтыратыу алды.

-Еңгәй! Еңгәй! Сәләм! Был мин! Сәйеңде ҡуй, хәҙер хәлеңде белергә инеп сығам! – тип яр һалды ҡәйнеше. Ғилмандың йәй башынан махсус хәрби операцияла йөрөгәнен белә ине Фирая. Ғилмандан өлкән ағаһы шул мәхшәрҙә һәләк булғас, ҡайнбикәһенең хәлен белергә ингәндә, бәләкәс ҡәйнеше дошмадан үс алырға китәсәген белдергәйне. Әсәһе ҡайғынан башын да күтәрә алмауы менән файҙаланып, хәрби комиссариатҡа барып контракт төҙөгән. Бер хәбәре юҡ тип ҡайғыралар ине, әле бына килеп шылтыратты бит.

Унғансы, сәскә гөлләмәһе тотоп ҡәйнеше килеп тә инде. Икәүләшеп сәй эстеләр.

-Госпиталдә яттым. Бына ҡул мина ярсығы эләккәндән һуң әҙерәк барахлить итә, - тигән булды ҡулын күтәрергә маташып. Уныһы хужаһын тыңларға теләмәне. Һыҙланғаны йөҙөнә сыҡты.

-Еңгәй, беләһеңме мин ни өсөн һиңә тура килдем?

-Юҡ.

-Ике тапҡыр үлемдән ҡалдым. Беренсеһендә бер нисә көн комала ятҡанмын. Мәрхүм ағайымды күрҙем. Бер матур ерҙә йөрөй ине ул: тирә-яҡ йәм-йәшел, ниндәй генә сәскәләр үҫмәй, ниндәй генә емеш юҡ. Фирҙәүес баҡсалары, күрәһең, йәннәттең үҙе. Унан ҡайтҡы килмәй был бысраҡ донъяға...

Иҫемә килгәндә кем икәнемде лә, исемемде лә иҫләй алманым. Шунан яйлап әсәйем күҙ алдыма килде, икенсе иҫләгән кешем һин булдың, еңгәй...

-Ыста...

-Иҫләйһеңме, ағайымды ерләшә килгәндә матур күлдәк кейгән инең. Шунда һиңә һоҡланып ҡарап торғайным, ағайымдың бынау сама сибәр ҡатынын ташлап, икенсе бисәгә китеүенә йәнем үртәлгәйне. Тап шул килеш күҙ алдыма килдең.

-Еңгәй! Сыҡ миңә кейәүгә!

-Юҡ! Һин нимә?

-Ҡулым төҙәлһә, мине ул ит турағысҡа кире алып китәсәктәр. Өсөнсө тапҡыр шанс бирелмәҫен, беләм, еңгәй! Исмаһам, минең ут эсендә, ҡан эсендә эшләгән аҡса һинең ипотекаңды ҡапларға китер!  Әсәйем оло инде, ул аҡсаны юллап та ала алмаясаҡ, хәле лә етмәҫ. Өйләнмәй йөрөгәс, берәүгә лә ҡарап үпкәләй алмайым. Фиктивный булһа ла никах булһын әле! Әйҙә, рискнем!

Бына һиңә, мә! Аллаһ Тәғәлә уны ишеттеме икән?

Ул бит бурыстарҙы ҡаплар өсөн генә ир һораманы! Тормош юлын бергә үтер өсөн иптәш теләне! Ниңә былай тип алып килеп һуҡты һуң әле яҙмыш...

Ғилмандың теләгенә ҡаршы төшмәне Фирая. Үҙенән күпкә йәш ҡәйнеше менән никахҡа торҙо. Уларҙы бит ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт иткән көндө үк акттарын теркәйҙәр. Фиктивный никах тиһә лә, Ғилман кәләшенә балдаҡ алып бирҙе. Иҫтәлек булыр, тип моңһоу йылмайҙы ул уны кейҙергәндә. ЗАГС-ҡа улар икеһе һалдат кейемендә барҙы. Кәләшкә театрға инеп костюм һайлап алдылар.

Бына Фирая әле һалдатка булып ултыра. Ҡулы төҙәлер-төҙәлмәҫ борон уҡ Ғилманды саҡыртып та алдылар. Был мәхшәргә бер тығылғас ҡотолоп булмаҫ, тине лә артына ҡарамай ғына өйҙән сығып китте...

Был тарихтың аҙағы ни менән бөтөр, билдәһеҙ. Бөгөн күптәр ошо билдәһеҙлектә йәшәй...Кем бар, кем юҡ...Кемгә аҡса, кемгәлер ир кәрәк. Буталып бөттө донъя...

Гөлдәр Ҡадаева.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Гульдар Кадаева