АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
9 Ғинуар 2023, 09:35

ҠУЯН БАМПЕРҘЫ АЛЫП ҠАЛДЫ...

Беҙ, башҡорт кешеләре, иң беренсе үҙебеҙсә һөйләм төҙөп алабыҙ, унан руссаға тәржемә итәбеҙ инде. Русса нисегерәк дөрөҫ аңлатырға тип уйлаған арала, бер яҡтан ирем, икенсе яҡтан әхирәтем кәңәш бирә. Башым ҡаңғырып киттеме икән, страховка компанияһы хеҙмәткәренә: “Здравствуйте, мы зайца сбили”,—тип әйтер урынға....

ҠУЯН БАМПЕРҘЫ АЛЫП ҠАЛДЫ...
ҠУЯН БАМПЕРҘЫ АЛЫП ҠАЛДЫ...

Был хәл өс йыл элек булды. Иптәшем менән өр-яңы машина һатып алып төнләтеп кенә ҡайтып барабыҙ. Юлда ҡапыл ҡыр ҡуяны йүгереп сығып машинабыҙға һикерҙе лә ҡуйҙы. Иптәшемә: “Тукта, төшөп ҡарайыҡ”,—тиһәм, тыңламаны, өйҙә балалар яңғыҙ тип ҡабалана инек шул. Ҡайтып ҡараһаҡ, ни күрәбеҙ: ҡуян машинабыҙҙың бамперын алып ҡалған. Иртәгеһен кире салонға киттек, уйыбыҙ—машина йүнәттереү. Беҙгә әхирәтем дә ултырып барҙы. Салонда: “Беҙ бер ни эшләтә алмайбыҙ, страховка компанияһына шылтыратығыҙ”,—тинеләр. Номерын алдыҡ та юл ыңғайы шылтыратып ҡайтып киләбеҙ. Иптәшем үҙе рулдә булғас, шулайтып әйт, былайтып әйт тип аҡыл өйрәтеп тик бара. Беҙ, башҡорт кешеләре, иң беренсе үҙебеҙсә һөйләм төҙөп алабыҙ, унан руссаға тәржемә итәбеҙ инде. Русса нисегерәк дөрөҫ аңлатырға тип уйлаған арала, бер яҡтан ирем, икенсе яҡтан әхирәтем кәңәш бирә. Башым ҡаңғырып киттеме икән, страховка компанияһы хеҙмәткәренә: “Здравствуйте, мы зайца сбили”,—тип әйтер урынға: “ Здравствуйте, мы яйца сбили”,—тип әйттем дә ҡуйҙым. Тегеләр теге яҡтан: “Что?”—тип аптырауға ҡалды, был яҡтан әхирәтем менән ирем туҡтамай көлә. Мин оялыштан илар сиккә етеп телефонды һүндерә һалдым. Бына шулай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр булды. Хәҙер ҙә берәй нәмәне русса яңылыш ысҡындырһам, теге икәү минән "яйца сбили"мы тип көлә.

Зилә Үтәбаева.

Баймаҡ районы Түбә ауылы.

Автор:Резеда Валиева