Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
15 Декабрь 2022, 20:25

Алып китте аҡ буран...

--Беренсе быймаларым һиңә, бисәкәй!-- тип тәүгә генә баҫҡан быймаларҙы әсәйемдең аяҡтарына кейҙерҙе. Улары ҡарап тороуға ҡыҙыҡ рәүештә килеп сыҡҡан. Ҡуңыстары өҫкә ҡарай тура түгел, киреһенсә, киңәйгән һәм конус формаһы алған. --Ҡалай ҡыҙыҡ! Йә ярай, йылы булһа булды. Ату торам магазинда өшөп. Былай, исмаһам, аяҡтарым туңмаҫ! Алда ҡыштың оҙон-оҙон ағайҙары—ғинуар, февраль көтә,—тип уларҙы ҡыуана-ҡыуана аяҡтарына бер кейҙе, бер систе әсәйем. Атайымдың бүләген ихлас ҡабул иткәнгә беҙ ҙә ҡыуандыҡ. Тик ғинуарҙың һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ һалҡынын үткәреп ебәрә алманы әсәйем: буранда аҙашып, туңып үлде. Уның туңған аяҡтарынан быймаларын саҡ систереп алдылар...

Алып китте аҡ буран...
Алып китте аҡ буран...

Әсәйемде ғазраилға үҙе тапшырҙы

Атайымдың үҙ ҡулдары менән баҫҡан быймаһы әсәйемдең башына етте. Эйе, эйе, ул ҡәҙерлебеҙҙе үҙ ҡулдары менән ғазраилға тапшырҙы…
...Ҡустымдың 45 йәшен үткәреп ҡайтып киләбеҙ. Былайҙа алыҫ юлды ауырайтып, күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты. Етмәһә, йән өшөткөс һыуыҡ. Туғандарҙы күреп болоҡһоҡған күңелемде был буран тағы ла ярһытты, күҙ йәштәремде тыйып алырмын тимә. Тап ошондай күҙ асҡыһыҙ буран әсәйемдең башына еткән. Беҙҙе, биш балаһын, етем иткән. Әле 45 йәшен туйлаған ҡустыма ул ваҡытта 5 кенә йәш ине...

Атайым менән әсәйем күптәр кеүек дуҫлашып йөрөп түгел, бер осрашҡан да өйләнешкән. Атайымдың яратҡан ҡыҙы икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡас, беренсе осраған ҡыҙға өйләнәм тип, әсәйемә тәҡдим яһаған. Ҡәҙимгесә донъя көтөп китәләр, бер-бер артлы 5 балалары тыуа. Әсәйебеҙ атайыбыҙ өсөн өҙөлөп торҙо, уға һүҙ тигеҙмәне. Алдына төшөп эш эшләне, ир кеше бит ул тип ныҡ ҡәҙер итте. Атайыбыҙ хан кеүек йәшәне, донъя йөгөн ат кеүек бисә тарта, уға нишләп борсолорға? Кәрәген биргәнсе эсте, күңел асты, ҡатын-ҡыҙ менән сыуалды...

Гел насар булманы, әлбиттә. Ҡулы эш белде, нимәгә тотонһа ла ялт итеп ҡуя ине, егәрлелеге менән алдырҙы. Шулай ҙа уның әсәйемде яратмауын мин һиҙә инем. Бер мәл шулай ҡул эштәренә оҫта атайым быйма баҫырға булып китте.

--Беренсе быймаларым һиңә, бисәкәй!-- тип уны әсәйемдең аяҡтарына кейҙерҙе.

--Ә, бының ҡәҙерлемә ҡарата тойғолары уяна башлаған икән. Кеше йәшәй-йәшәй бер-береһен яратып китә тигәндәре шулдыр,--тип уйлап күңелемә йылы йүгерҙе. 

Тәүге эше ҡарап тороуға ҡыҙыҡ рәүештә килеп сыҡҡан. Ҡуңыстары өҫкә ҡарай тура түгел, киреһенсә, киңәйгән һәм конус формаһы алған.

--Ҡалай ҡыҙыҡ! Йә ярай, йылы булһа булды. Ату торам магазинда өшөп. Былай, исмаһам, аяҡтарым туңмаҫ! Алда ҡыштың оҙон-оҙон ағайҙары—ғинуар, февраль көтә,—тип уларҙы ҡыуана-ҡыуана аяҡтарына бер кейҙе, бер систе әсәйем. Атайымдың бүләген ихлас ҡабул иткәнгә беҙ ҙә ҡыуандыҡ.

Ысынлап та, ғинуар буранлы булды ул йыл. Буранлы ғына түгел, ажғыр буранлы...Беҙ, бер төркөм балалар күрше ауылға йөрөп уҡыйбыҙ. Йөрөп уҡыйбыҙ тип, ҡыш ятаҡта ятабыҙ, йылы ваҡытта ҡайтып йөрөйбөҙ. Төпкөлдәге ауылыбыҙ магазинына ла тауарҙы шул мәктәпле ауылдан ташыйҙар. Ташыйҙар тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, ат егеп аҙыҡ-түлекте әсәйем башлыса үҙе барып ала. Көн боларып торғас, әсәйем атайыма әйтеп, икәүләп күрше ауылға төштән һуң юл тоталар. Имен барып етеп, тауар тейәп кисләтеп кире юлға сығыуҙарына күҙ асҡыһыҙ буран сыға. Был икәү улай барһа ла ауыл күренмәй, былай боролһалар ҙа теләгән ерҙәренә барып етә алмай аҙаплана. Төн төшә, улай-былай йөрөп икеһенең дә хәле бөтә. Атайым күберәк хәрәкәт итә, сананан төшә, улай бара, былай бара...Әсәйем дә башта шулай йүгергеләй, әммә хәле бөтә. Етмәһә, теге конус рәүешендәге быймаһы ҡуңысына ҡар тула. Йылы тәнгә тейгәндән ул боҙға әүерелеп, аяҡтарҙы яйлап өшөтә. Шулай ултыра торғас, әсәйем шығырлап туңа. Атайым был хәлдең шаһиты була, меҫкен ул был мәлдәрҙә нимә кисергәндер ҙә, ниҙәр уйлағандыр, бер Хоҙай белә. Башта ул әсәйҙе йөрө, ултырма, хәрәкәтлән тип төрткөләй, әммә өшөй барған ҡәҙерлемдең күҙҙәренә осҡон күрендеме икән, ул туңыуын да бәлки, һиҙмәгәндер. Әсәйем күҙҙәрен мәңгелеккә йомоп күп тә үтмәй, таң ата, буран да тыма. Баҡтиһәң, улар өйөбөҙҙән алыҫ та булмаған, кәртә артында да ғына аҙашып йөрәгәндәр...

Шулай ажғыр буран беҙҙе етем итте. Атайыбыҙ ни ир кеше күп тә тормай өйләнде. Бәхетенә күрә, теге йөрөгән ҡыҙының ире лә эсеп, эш боҙоп иркенән мәхрүм ителгән икән. Былар ҡауышып йәшәп китте. Апайыбыҙ насар кеше булманы. Атайымдың уның өсөн өҙөлөп торҙо: эсеүен ташланы, ҡулына бер эш тигеҙмәне, ныҡ ҡәҙер итте. Олоғайғансы матур йәшәнеләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, атайыбыҙ ҙа был яҡты донъяла юҡ инде. Апайыбыҙ иҫән, беҙҙең хәлде белешеп, ҡыҙыҡһынып тора.

Бына шулай атайымдың үҙ ҡулдары менән баҫҡан быймаһы әсәйемдең әжәленә сәбәпсе булды. Атайым әсәйемде үҙ ҡулдары менән ғазраилға тапшырҙы…Ҡәҙерлебеҙҙең көнө лә бөткән булғандыр, һулар һауаһы, ашар ризығы бөткәндер…

Уны алып китте аҡ буран...

Автор:Гульдар Кадаева