АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Декабрь 2022, 14:50

Яһил килен

-Рәшиҙә, таныштыр әле ағайың менән! Шәп кенә табип күренә, етмәһә үҙе тыйнаҡ, ипле бит әле! Ғүмер буйы аҡ халатлы кешегә кейәүгә сығырға хыялландым! Бәлки, ошо егет минең өлөшөмә төшкән көмөшөмдөр!—тип ҡаңғыртып сығарҙы дауаханала эргәһендә ятҡан йәш ҡатын. Ауырып ятҡанда ниндәй ир ҡайғыһы барҙыр, аптырарһың гүзәл заттарға, сирләп, һыу эскеһеҙ, әҙәмгә күтәрелеп ҡарағыһыҙ булып ятҡанда ла һәр ир-егеттә потенциальный ир күрә бит әле бынау,--тигән уй үтте Рәшиҙәнең башынан. -Йүнәлеп ал әле башта. Ағайым бында минең хәлде белергә генә инә. Кәләш эҙләп түгел,--тине ахырҙа Гүзәлгә яман итеп ҡарап. -Гел генә ауырып ятмайбыҙ ҙа баһа...Төҙәлеп сығам да Алла бирһә, шәхси тормошомдо яйға һалам! Бына күреп тор ағайыңды үҙемә ҡаратып алмаһаммы?—Гүзәл һаман үҙенекен тыҡый.

Яһил килен
Яһил килен

Рәшиҙә еңгәй булам тип әрһеҙләшкән Гүзәлгә иғтибарлыраҡ ҡарай: нәҙек оҙон кәүҙәле, ҡаҡса башҡорт ҡыҙы. Үҙен башҡорт тиһә лә телде бөтөнләй белмәй. Аңлай ул, тик һөйләшмәй. Һин эт кеүекһең, вис аңлайһың, түлке әйтә алмайһың, тип көлә үҙенән Рәшиҙә. Ҡала ҡыҙы, башҡаланан алыҫ булмаған ерҙә тыуған. Атаһы завод директоры икән, әсәһе яман сиргә һабышып өйҙә ултыра, нәҫелдән икән ауырыуҙары. Был ҡыҙҙа ла йәш булһа ла шул быуындан-быуынға күсеп килгән сирҙең сарпыуы. Дауахананан сығышмағанға ла ире ташлап сығып киткән. Өс йәшлек улын яңғыҙы ғына тәрбиләй. Өфөлә бер бүлмәле фатирым бар ти. Эше лә яҡшы, банк хеҙмәткәре. Ҡарап тороуға бөхтә, күрмәлекле былай. Тик бына ағаһы уға иғтибар итерме икән?

Улай тиһәң, бындай яһил еңгәһе булды уның. Төҫкә-башҡа матур булһаң шул етте, ҡалғаны ирҙең эше, тип уйлаған. Инәйем (атайымдың апайы) бөгөп ебәргән билмәндәрҙе һыуытҡыстан сығарып, ире ҡайтыуға бешереп ҡуйырға ла йыбанып ултырыр ине. Студент саҡта яратам да, яратам тип артынан ҡалмай эйәреп йөрөп үҙенә өйләндергәйне. Яңы эшләй башлаған табиптың аҡсаһы булауы йәш ҡатынды сығырынан сығарҙы. Етмәһә, улдары тыуҙы, фатирҙары юҡ, дөйөм ятаҡта торалар. Ирен оҙайлы ваҡытҡа яңғыҙын ҡалдырып, бер әсәйҙәренә, берсә ҡайныларына барып йәшәп, аралары һыуынып бөттө. Унан бер бай ир менән сыуалып, уның ғаиләһенән айыртып алып, Ҡаҙағстанға сыҡты ла киттеләр...

Артур башта балаһын һағынып бер булды, аҡса алған һайын бүләк, күстәнәстәр ебәрҙе. Ҡартатаһы менән ҡартәсәһе барып та күргеләне. Ҡартатаһы ҡапыл вафат булғас, аралар өҙөлдө, Артур ҙа буйҙаҡ тормошҡа өйрәнде. Нисек тә балаһын торлаҡлы итергә теләгән әсәһе Мәскәүгә эшкә сығып китеп, улына ер участкаһы алышырға ярҙам итте. Унан инде икәүләшеп булған аҡсаны төҙөлөшкә тыҡтылар. Артур эштән сыға ла участкаһына елдерә. Ул белә: ҡыҙҙарға аҡса кәрәк. Шуға ла улар яғына ҡарамаҫҡа тырыша. Улай-былай килеп эләккәндә, әлбиттә арҡыры ятҡанды буй һалып китмәй, әммә гүзәл затҡа битарафлыҡ һаҡлай. Әле лә һеңлеһенең хәлен белешергә генә ингән...Шул арала уны Гүзәл күҙләп өлгәргән...

Хәҙер уның палатаға килеүен икәүләп көтәбеҙ. Тик ул көнө буйы операциялар яһап арый, кистәрен тағы төҙөлөшөнә бараһы бар. Инмәй ҙә, инмәй...Рәшиҙәнән алда Гүзәлде дауаханан сығарып та ебәрҙеләр. Хәҙер берәүҙе лә оҙаҡ һалмайҙар.

Гүзәл уй-вайына ҡуймай ағайымдың телефон һандарын яҙҙыртып алды. Бер көндө миңә инде ҡыуанып шылтырата: ағайыңды тәки тоттом, хәҙер ул минең тоҙаҡта, тимәһенме?!

Йәлләнем, ағайымды. Бисәләрҙе бөтөнләй айырмай шул. Бер үк тырмаға икенсегә баҫырға тота. Инәйемде йәлләйем: Артур был ҡатынға өйләнә ҡалһа, инәйем уның тупһаһына ла аяҡ баҫа алмаясаҡ. Ә бит шул донъяны ул төҙөштө, килгән-киткәндә үҙе инеп йөрөһә лә, Питерҙа уҡыған Айгөлгә туҡтар урын булһын тип...

Ысынлап та, Артур Гүзәлгә өйләнде. Ҡатынының фатирына йәшәргә барҙы. Улы ҡабул иткән итеүен, әммә атай ҙа, ағай ҙа тимәй, исеме менән өндәшә икән. Бер мәл Мәскәүҙән ҡайтышлай әсәһен фатирына алып ҡайтҡан. Уныһы инеп өлгөрмәгән, улы Гүзәлгә: “Мам, она на пол наступила!”—тип ҡысҡырып та ебәргән. Баҡтиһәң, ишек төбөндәге балаҫтан саҡ ҡына ситкә сығырға ярамай икән!

-Әсәй! Иғтибар итмә! Ул шулай таҙалыҡ яратҡан кеше! Мин хатта аш-һыу бүлмәһенә инеп үҙемә йомортҡа ҡурып та ашай алмайым. Плитәгә, стенаға май сәсрәтәһең, тип әрләнәм. Ә шифоньерҙы ҡара, бөтә нәмә ялт иитереп йыйыштырылған. Хатта нәскиләр үтекләнгән!

-Кит былайтып музейҙағы кеүек йәшәп! Ул да булмы йәшәү! Табаһың да инде Артур, береһенән-береһе странный бисәләрҙе...

Килене сәбәп табып фатирҙан сығып китте. Әсәйле-уллы рәхәтләнеп һөйләшеп алды. Улының күҙендә нур юҡлығын шәйләне әсә. Эш, өй, шулай йәшәйбеҙ инде, тигән булды. Әсәһе май сәсрәтәм тип ҡурҡып торманы, нимә бар шунан тәмле итеп ашарға бешерҙе. Хатта килененең улы яратып ашаны. Унан килене ҡайтты ла: -Нишләп шул тиклем бешерҙегеҙ ул? Уны кем ашай? Беҙ бит киске сәғәт алтынан һуң ашамайбыҙ, - тимәһенме? Нисек инде эштән ҡайтҡан ирҙе ашатмайһың? Ул бит ашханала эшләмәй. Көнө буйы аяғөҫтө тороп операциялар яһай.

Аптырай, ҡәйнә, әммә килененә ҡаршы өндәшмәй...

Иртәгеһенә улының янына эшкә дауаханаға бара. Бер юлы тикшеренеү үтергә лә теләп, табиптарға яҙыла. Бер белгес, яҙмаңды дискка күсереп бирәбеҙ, шунсама һум тип аҡса һорағас, улына мөрәжәғәт итһә, уныһы аҡсам юҡ, ти. Минеке бар ҙа ул, картала. 100 һум да аҡсаң юҡмы ни? – тип аптырай әсә. Ашарыңа һалдымы һуң?

-Юҡ, - ти улы. Ашарға һалмаған, аҡсаң юҡ, нимәгә өмөт итеп килдең ул эшкә? – туҙынған әсәһенә ул нимә тип әйтергә лә белмәй.

Күп тә тормай, Артур ғаиләһен үҙ участкаһына күсереп алды. Был юлы әсәһе юлы төшкәндә уларға инеп сығырға уйлап, үҙе төҙөшкән йортҡа барһа, ҡапҡаһы бикле. Килене уның килерен белһә лә бикләп тороп сығып киткән. Ярай әле күршеләре яҡшы кешеләр, уны индереп, ашатып, улы ҡайтҡансы үҙҙәрендә булырға рөхсәт иткән. Шулай үҙ эшләгән өйгә үҙе инә алмай йөрөй әсә. Бер мәл ағас үҫентеләре алып килеп ҡойма буйҙарына сәнсеп сыҡҡайны, икенсе юлы килеүенә бер нәмә лә юҡ.

-Был һеҙҙең өйгөгөҙ түгел. Хужа булмағыҙ бында!--ти килене екереп.

Ярай өндәшмәне, әсә. Түҙҙе. Балалары булып китһә, ипкә килер, тип көттө. Тик был килен ни һып-һыпайта. Эсе арҡаһына йәбешкән килеш йөрөй бирҙе. Киске алтынан һуң был өйҙә берәү ҙә ашамағас, бөтәһе лә яп-ябыҡ. Хатта эт, бесәйҙәре лә. Бер мәл уға ағайы шылтыратты.

-Зөлфиә, һинең киленеңә нимә булған ул? Ғүмере ҡыланмағанды ҡылана, икмәк ашай! Ондан бер нәмә лә ашамаған киленең, представляешь, май һылап тороп икмәк йыпыра!

-Ыста, әллә...

Ауырлы булған икән, ҡыҙ табып алды. Дауахананан күмәкләшеп барып алдыҡ, ҡайтыуына бөтә нәмә әҙерләнек, өҫтәл тулы һый-ниғмәт. Бер мәл быныбыҙ бүлмәһенә сеп-сей балаһын усынан тотоп килеп сыҡты ла, һеҙ һаман бындамы ни, тигән кеүегерәк барыбыҙға ла ҡараны. Атаһы ырғып тороп ҡыҙына бер конверт аҡса һондо. Рәхмәт тә юҡ, шулай булырға тейеш тигән кеүек уны алды ла ишек яғына күрһәтте. Барыбыҙ ҙа шым ғына “ҡойроҡто һыртҡа һалдыҡ”.  

Улым йорто – ул минең дә йорт, тиһәм, улыңды тапҡанһың, үҫтергәнһең, хәҙер ебәр һәм килеп йөрөмә, уның үҙ тормошо, ти ҙә ҡуя. Ярай, һинең дә улың бар бит әле, тиһәң, мин дә шулайтам, өйләндерәм дә сығарып ебәрәм, һинең кеүек бимазалап йөрөмәйем, ти.  

Ә минең ейәнсәремдең нисек үҫкәнен күргем килә. Улымдың ғаиләһе менән рәхәтләнеп аралашҡым килә.

Бәхеткә күрә, райондағы йортомдо һатып, аҡса ҡушып, башҡаланан фатир алдым. Улым эшкә китешләй инеп ашарына ала, ҡайтышлай ҙа инеп ял итеп сыға.

-Әсәй, бисәнән бисә артыҡ булмай инде. Икенсе баланы етем итә алмайым бит! Ярар, ипкә килеп, яйланыр, ти.

Ә мин ул бисәне күрә алмайым. Башҡа балаламайым, тигән бисә тағы ул табырға ултыра.

Улымды йортон, үҙенең фатирын һатып, элиталы ҡасабанан йорт алырға күндереп маташа икән.

-Артур, аҡылыңда бул! Мин нисек үҙем эшләгән йортҡа инә алмай йөрөйөм, һин дә шулай ҡасаба ситендә торасаҡһың, өйөңә түгел, урамыңа ла үтә алмай! Ҡасаба ситендә торған һаҡсыларға беҙҙә ундай кеше йәшәмәй, үткәрмәгеҙ! – тип кенә ебәрәсәк. Һин шуны теләйһеңме?

Их, шул бисәнең улы үҫеп етеп, кәләш алып йәшәүен күрергә насип инде Аллам! Ул да минең кеүек килененең тупһанына үтә алмай торормо икән? Торор... Миңә күрһәткәнде ул да, моғайын, күрер. Уның улы икәү әле, минеке ярар, берәү...

 

Автор:Гульдар Кадаева