АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
30 Ноябрь 2022, 21:15

Кейемемә ҡарап ҡаршы алғайнылар ҙа

Аҡ ҡурғаш туйыбыҙға ирем тун бүләк итергә вәғәҙә итте. Уның алыҫ Себер тарафтарынан эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Район үҙәгенә барып сауҙа үҙәктәрен ҡыҙырырға ниәтләнгән көндө иртәнсәктән ныҡ һыуытты. Шифоньерҙән ең ситтәре ҡырыла төшкән кәзә тунымды һөйрәп сығарҙым, башыма дебет шәлемде һалдым, аяғыма быйма кейҙем. Ирем минең өҫ-башыма артыҡ иғтибар итмәне, йылы кейенгәс булды тип уйлағандыр, машинанан төштө лә банкоматтан аҡса «сисергә» китте. Сауҙа үҙәгенә барып ингәс тә тундар бүлегенә юлландым. Барып еттем дә затлы әйберҙәрҙең күплегенә иҫем китте. Һатыусы минең ҡиәфәтемә аптыраңҡырап: «Һиңә бында нимә кәрәк, хәстрүш?»--тигән кеүегерәк күҙенең ҡырыйы менән ҡараны ла эргәһендә торған кеше менән гәпләшеүен дауам итте. «Миңә анау тунды күрһәтегеҙ әле? Ә быныһы күпме тора?»--тигән һорауҙарымды ҡолағына ла элмәй эрекәс ҡатын. Ныҡышыуымды дауам иткәс:«Һеҙгә ярамалы бер нәмә лә юҡ бында»--тине . Шул арала эргәмә ҡулында берәр, бишәр меңлек купюралар ялпылдатып ирем килеп баҫты.Теге һатыусы аҡсаларҙы күрҙе лә, берсә миңә, берсә иремә ҡарап алды. 

Кейемемә ҡарап ҡаршы алғайнылар ҙа
Кейемемә ҡарап ҡаршы алғайнылар ҙа

«Бына был тун яңы миҙгелдә генә килтерелде. Фасоны матур, тап һеҙҙең өсөн генә тегелгән. Быныһы ла һеҙгә килешергә тейеш»,--тип алдыма бер-бер артлы тундар ырғыта башланы.

 Мин уларҙы, кейеп-кейеп ҡараным да, әйҙә ҡалаға барайыҡ, бында, ысынлап та, миңә яраҡлы бер нәмә лә юҡ»,--тип башта үҙе ҡыланған кеүек эре ситтереп текә баҫып сығып киттем. Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар тиеүҙәре дөрөҫтөр. Аҡса батша булған заманда йәшәйбеҙ шул. Кешеләр ҙә кейемгә, аҡсаға ғына иғтибар итә. Ҡалаға килгәс, ирем иңемә шәшке тун һалды, һатыусылар ҡулаҡса менән иҫәпләшкән өсөн ташлама яһаны, бүләккә шампанский ҙа тотторҙо. Ярай әле ирем тышҡы ҡиәфәтемде түгел, эске донъям өсөн мине ярата тип уйлап ҡуйҙым.Ошоноһо--иң мөһиме.

Автор:Гульдар Кадаева