АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
24 Ноябрь 2022, 20:25

КӘКҮК ӘСӘ (Булған хәл)

Айһылыу бала саҡтан уйсан булды, тәбиғәтте яратты. Болондар буйлап еләк, файҙалы үләндәр йыйып үҫте. Сәскәләрҙең көләс йөҙөнә, һәр япраҡтың үҙенсәлекле һырҙарына һоҡланыр ине.

КӘКҮК ӘСӘ (Булған хәл)
КӘКҮК ӘСӘ (Булған хәл)

Кәкүк әсәй
(булған хәл, исемдәре үҙгәртелде)
автор: Баймырҙина Римма

Айһылыу бала саҡтан уйсан булды, тәбиғәтте яратты. Болондар буйлап еләк, файҙалы үләндәр йыйып үҫте. Сәскәләрҙең көләс йөҙөнә, һәр япраҡтың үҙенсәлекле һырҙарына һоҡланыр ине. Хатта елдә елферләгән ағас япраҡтарына ла үҙ итеп бағыр булды. Ҡыҙҙың хисле күңеле һәр тереклекте яратып, аҡҡан һыуҙарҙың серле бер моң көйләп сылтыраған тауышына ғашиҡ булды. Төпһеҙ киңлектәрҙә йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап, тик ҡыҙҙар күңеленә генә һыя алған һөйөү менән инанды был тормошҡа.
Мәктәптә уҡығанда ирекле темаға инша яҙғас, уҡытыусы уҡып һәләтен күреп һоҡланыуын йәшерә алманы:

--Айһылыу, һинән журналист йә башҡорт теле уҡытыусыһы сығасаҡ, уҡыуҙы тамамлағас та ҙур уҡыу йортона кереп, уҡырға кәрәк,--тип киҫәтеп әйтеп ҡуйҙы. Имтихандарға әҙерлек башланды, Айһылыу ирекле тема яҙыр өсөн, атаһы мәрхүмдең журналдарын аҡтарып инша өсөн материал эҙләне.
Эх, ошо күрәсәген алдан белгән булһа, бәлки ҡағылмаған да булыр ине, бөхтә итеп теҙелгән журналдар өйөменә. Шул журнал араһынан иҙәнгә төшкән, һарғайып бөткән ҡағыҙ, бөтөнләйгә яҙмышын үҙгәртте ҡыҙҙың.
Шул ҡағыҙҙа яҙылған алыш - биреш договорын уҡығас, үҙенең аҫырауға алынғанын да белгәс, шаҡ ҡатып телһеҙ ҡалды. Йөрәге йыш - йыш типте, йөҙөнә һалҡын тир бәреп сыҡты, тамағына төйөлгән төйөр тын юлын быуҙы, урғылып аҡҡан күҙ йәштәре, күҙ күрешен томаланы.
Сабый яҙмышы менән шаярған кешеләргә нәфрәтләнде. Ул ташландыҡ бала...Ул бит кемгәлер кәрәкмәгән...Үҙ әсәһе сабыйынан баш тартҡан...Ә тәрбиәгә алғандары балалары юҡлыҡтан, алыш - бирешкә дусар булғандар. Айһылыу әсәһенең ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды, ниһайәт, әсә ҡайтты, йөҙе ағарынған ҡыҙын күреп ҡото алынды. Ҡыҙ бала һорау артынан һорау яуҙырҙы, ә әсәһе илай - илай , түкмәй - сәсмәй һөйләп бирҙе, бер ни ҙә йәшермәй.
Айһылыуҙың тәүге кисереше, үҙ әсәһен эҙләп табып, күҙҙәренә ҡарап тик бер генә һорау бирәһе ине. Ваҡыт үтеү менән үҙенә маҡсат итеп ҡуйған ғәмәлдән, ниҙер тотҡарланы Айһылыуҙы.
Ҡарап үҫтергән әсәһен рәнйетеүҙәнме ҡурҡып, күңел түрендә тынғы бирмәгән һыҙлауыҡтан, нисек ҡотолорға белмәй йонсоны. Шул ҡағыҙ киҫәген бер алды, бер һалды, " ҡул тамғаһын ҡуйғанда, нисек ҡулы ҡалтырамаған кәкүк әсәнең тиеп" йөрәге телгәләнде. Ниһайәт, ул бер ҡарарға килде, ҡағыҙ киҫәген ботарлап йыртҡысланы ла, утҡа ырғытты. Ул тарих шул килеш, көлгә әйләнеп, елгә таралды.

Күҙ ҡарашын йыраҡҡа төбәп, күҙ йәштәренә быуылып, оҙаҡ ҡына уйланып торҙо Тәскирә. Өҫтәүенә радио тулҡынынан яңғыраған йыр ҙа сәбәпсе булды, ниндәй моңло йыр, йөрәккә үтеп кереп күңел түрен айҡап сыҡты ла, үткәндәргә алып ҡайтты. Шулай итеп Тәскирә инәйҙең ғүмер йомғағы әкрен генә һүтелде, ә күҙ йәштәре туҡтауһыҙ түгелде лә түгелде.

Үтте лә китте йәшлегем
Үткәнендә тойманым,
Йә үтмә тип, йә китмә тип
Үҙем дә бит тыйманым...

Берәм - берәм күҙ алдынан үткәрҙе, бәхетле көндәре лә әҙ булманы, ҡайғы - хәсрәте лә ситләп уҙманы. Күңел түрендә һаҡлап йөрөткән ауыр таш, нисәмә йылдар инде тынғы бирмәй әйләнгән һайын иҫбатлап торҙо көс еткеһеҙ ауыр йөк ятҡанлығын, йөрәген тырнап ҡайтанан ҡайта ҡан һауып һыҡыратты. Оноторға тиеп күпме тырышһала онота алманы, ҡайҙа ғына барһа ла эҙәрлекләне, "минән ҡасып ҡотола алмаҫһың"- тигәндәй гел киҫәтеп торҙо.
Их, был йәшлек хатаһы, ниңә шул саҡта башына төшкән аңлайышһыҙ ҡатмарлы мәсьәләне ул ваҡытында хәл итә алманы???
Фәһемле генә кәңәш бирерлек, аҡыл өйрәтерлек берәр яҡын кешеһе булманымы??
Тормош юлының тәүге боролошонда уҡ ул абынды.
Ауырлыҡтанмы, яуаплылыҡтанмы ҡурҡып кеше башына һыймаҫлык яңылышлыҡ эшләне.
Яңлышлыҡ ҡына ла түгел, енәйәт ҡылды тиһәк дөрөҫөрәк булыр.

1936 йылдың йәмле йәйендә, ғаиләлә өсөнсө булып ҡыҙ бала Тәскирә тыуа. Ата - әсәһен һөйөндөреп тулы ғаиләлә татыу ғына ғүмер кисергәндә, ҡәһәрле һуғыш башлана. Биш йәшлек Тәскирә, оло апаһы һәм ағайы артынан эйәреп, ауыл осона саҡлы атаһын һуғышҡа оҙатып бара, атаһының бәләкәсем минең тип күтәреп күккә сөйгәне бөгөнгөләй иҫендә . Аслыҡ-яланғаслыҡҡа бирешмәй, ауырлыҡтан ҡурыҡмай бәләкәйҙән эшһөйәр тырыш булып үҫә Тәскирә.

Атаһы һуғыштан еңеү яулап иҫән - һау әйләнеп ҡайта. Тик әсәһе генә күрә алмай, ҡаты сирҙән һуң, аяҡҡа баҫа алмай гүр эйәһе була. Ир - атҡа ҡытлыҡ саҡта икенсе ҡатын табыуы ауыр булмағанлыҡтан, әнейҙәрен Мәстүрә инәй алыштыра. Уның ире һуғышта вафат була, ул да өс бала эйәртеп килә. Ғаилә һаны йылдан - йыл ишәйә, бер - бер артлы уртаҡ ҡыҙ - улдары тыуа.
Тәскирә бик һылыу зифа буйлы, мөләйем йөҙле, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, муйылдай сөм - ҡара күҙле ҡашыҡҡа ғына һалып йотарлыҡ һылыу ҡыҙ булып үҫҽп ҽтә. Һылыулығы менән ауылдаштарын ғына түгел, күрше тирә ауыл егеттәренең дә йөрәген ҽлкҽндҽрә. Ун һигеҙе тулғанда инде ул үҙе ғашик була, һомғол кәүҙәле, осҡон сәсеп торган ҡара күҙле күрше ауыл егете Сәлим, йәш ҡыҙҙың йөрәген бер күреүҙә әсирлеккә ала.
Ике йәш йөрәк берҙәй булып тибә, киләсәктәрен бер - береһенән башҡа күҙ алдына ла китерә алмайҙар. Күпме айлы төндәрҙе бергә үткәрҙеләр, көн үткәнен көтөп ала алмай һағынышып бөтәләр ине.
Һуңғы осрашыуҙары бөгөнгеләй иҫендә Тәскирәнең, ул көнде Сәлим ниңәлер иртәрәк килде, көтөү ҡайтып эңер төшә генә башлау менән килеп тә етте. Ниҙер һиҙенгән Тәскирә һораулы күҙ ҡарашын Сәлимгә төбәне. Осҡон сәсеп торған күҙҙәр моңһоу ине, башын түбән эйеп саҡ - саҡ өндәште Сәлим һөйгәненә "мин иртәгә китәм"- тип. Хеҙмәткә алыныры билгеле булһа ла, көтөлмәгән хәбәр кеүек ҡабул итте ҡыҙ.
" Һинһеҙ нисек йәшәрмен?"- тип үкһеп илап Сәлим күкрәгенә башын һалды, "йүләркәйем минең, мәңгелеккә китмәйем дә инде"- тип һөйгәнен тынысландырҙы егет. Көтәрһеңме мине тигән һорауға " көтәм, ғүмерем буйы көтәргә лә ризамын"- тине.
Сәлимде оҙатҡас күп тә үтмәй балаға уҙғанлығын аңланы Тәскирә, төн йоҡлай алмай тиҙерәк таң атҡанын көттө, бәлки бөгөн хат килер тип өмөтләнде, һөйгәнен шатлыҡлы хәбәр менән тәүгеләрҙән булып һөйөндөрәһе килде уның.
Юлдан ғына яҙған бер хаттан башҡа хат булманы, ай артынан ай үтте, илай - илай күҙ йәштәре кибеп бөткән Тәскирә һаман өмөтөн өҙмәне көттө...бәлки бөгөн... бәлки иртәгә...
Билгеһеҙлектән этләнеп, кеше күҙенә күренеүҙән оялып ни эшләргә лә белмәй йөрөгәндә, һөйөү емештәре донъяға килде, бер һөйөндө, бер көйөндө Тәскирә .
Ай яҡтыһында бүләк ителгәнгәме һөйөү емешенә Тәскирә Айһылыу тип исем бирҙе.
Хәбәрһеҙ юғалған Сәлимдең Саратов өлкәһендә хеҙмәт иткәнен, икенсе ҡыҙға өйләнгәнен ишеткәс, Тәскирә таш һын һымаҡ ҡатып ҡалды. Ни булды һуң? Кем гәйепле? Ниңә? Ни эшләп? Мең төрлө һорауҙар баш мейеһендә ҡайнаны, аяҡ аҫтында ер убылғандай, ҡояш та яҡтыртмаған һыу ағышы ла туҡталғандай тойолдо.
Ғәрлегенән ер тишегенә керергә әҙер ине ул, үгәй әсәһенең сәнскеле һүҙҙәре, атаһының ҡаш емереп ҡарауы, урамда бармаҡ төртөп күрһәтеп шырҡ- шырҡ көлөшкән бисәләрҙән ҡайҙа ҡасып ҡотолорға белмәне. Берҙән - бер көндө түҙемлеге бөтөп, йәшәүҙән төңөлгән Тәскирә сабыйын ҡосаҡлап оло юлға сыға. Үткән машинаға ҡул күтәреп туҡтатты, " һылыу, ҡайҙа бараһың"- тигән һорауға " ҡайҙа булһа ла"- тип яуапланы.
Ниһайәт, ул сит районда ине, мында уны бер кемдә белмәй, һәм мыҫкыллап көлмәйәсәк тә, иртәгә ни булаһын, ҡайҙа төн ҡунаһын башына ла китермәне. Балаһын күтәреп оҙак баҫып торҙо урғылып аҡҡан йылға яры башында, мына бит ҡотолоу ысулы тип шатланып уҡ ҡуйҙы. Бер кемдә белмәҫ, иҫкә алыусы ла булмаҫ, ниңә миңә был донъяла йәшәргә тип, урғылып аҡҡан ташҡын ҡосағына ынтылды.
--Һеңлем, ни эшләргә йыйындың?-- тигән тауышҡа һиҫкәнеп айнып китте, боролоп ҡараһа оло йәштәге ҡатын ҡулынан һөйрәй ине.
Түкмәй - сәсмәй башынан үткәндәрҙе һөйләне Тәскирә, икәүләшеп үкһеп -үкһеп ҡосаҡлашып илаштылар. Нәсимә апай ҙа үҙенең аһ - зарҙарын һөйләне, бала һөйөү бәхетенән мәхрүм икәнлеген, нисәмә йылдар һөйөкле тормош иптәше менән бала көткәндәрен. Йортона алып ҡайтты, ашатып йыуындырып йоҡларга урын түшәп бирҙе мөләйем йөҙлө фәрҽштә йәнлҽ Нәсимә.
Икенсе көнде иртән тороп сәй эсеп утырғанда, " миңә бала кәрәкмәй"- тип Тәскирә ҡырт киҫеп әйтте лә һалды.

Яҙмышының шулай ҡырҡа үҙгәрҽүҽ, ҡырыҫлыҡ күрһәтҽүе, бөтөн килеп сыҡҡан уңайһыҙлыҡтарына шул сабый баланан ғәйеп эҙләне, күңеле ҡатты, күңел генә түгел йөрәге боҙға әйләнеп туңды. Гөмүмән ауыр мәсьәлә хәл ителде, ҡыҙын сабыйын сит кешегә ҡалдырып башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте.
Хушлашканда иларға тырышманы, үҙ ҡулдары менән договорга ҡул тамғаһын ҡуйып, юллыҡ аҡса алып, "башҡаса һеҙҙе борсомам "- тип китеп барҙы.
Үзбәкҽстан яғында йыраҡ туғандарына барып урынлашты, төҙөлөшкә эшкә кереп тормош юлын өр - яңынан башлап ебәрергә тырышты. Йәшлек үҙенекен итте, йөрәк һыҙлауы онотолғандай, ҡылған хатаһы юйылғандай тойолдо, яңынан ғашик булып кейәүгә сыҡты, оҙаҡ йылдар йәшәнеләр тик балаға уҙа алманы. Табиптарға күренеп ҡараны, бер ниндәйҙә сәбәп табылманы. Ире миңә бала тапмаған ҡатын кәрәкмәй тип айырып ебәрҙе. Бер - нисә тапҡыр ҡабатлана шул хәл, юҡ балаға уҙа алмай. Тәскирә әлеге үҙҽ ташлап киткән баланы ғәйҽпләнҽ , рәнйеше төштө ахырыһы, шуға күрә Аллаһ Тәғәлә миңә бала бирмәй тип үҙен тынысландырҙы.
Ғүмере бик күңелле үтте, уйнап - көлөп, үҙ - үҙен генә ҡарап, үҙен яратып йәшәне. Йәшлек сибәрлеге лә ҡояшта уңған сепрәк кеүек төҫөн бик тиҙ юғалтты, ғаилә ҡора алмай, ирһҽҙ, балаһыҙ яңғыҙы ҡалды, бәхҽтлҽ өй тулы балаһы булып сабыр ғына парлы донъя көткәндәргә көнләшҽп ҡараны.
Уның да бит ысын барлыҡта баш тартҡан ҡыҙы бар Айһылыуы. Уңа ла хәҙер 60 йәш тирәһе, ейән - ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшкәнен ишетеп белә инҽ Тәскирә. Тик ғәфү һорап барырға ғына баҙнат итмәне, ҡарттар йортона килеп эләккәс тә өмөтләнеп ниҙер көттө, тәҙерәнән күҙен алмай, шешенеп бөткәнсе илап көттө.
Тәскирәнең йөрәгенә шырау булып ҡаҙалған яңылышлыҡ, ваҡыт-ваҡыты менән иҫкәртеп торҙо, урамда бала күрһә тотоп һөйәһе килде, күҙ йәштәренә мансылып күпме иланы, йөрәге һулҡылдап һыҙланы. Тик терһәк яҡын ғына булһа ла тешләргә бик ауыр һәм ғөмүмән бик һуң ине инде...

Яҙмыш кешене күп төрлө ауырлыҡтар биреп һынай, һәр кемдең үҙ ихтияры, кемдер яҙмышына бойһонып йәшәй, кемдер үҙгәртергә тырышып һуңғы көсөнә, һуңғы һулышына саҡлы көрәшә. Көслө рухлылар, сабырҙар ғына маҡсаттарына ирешә һәм бәхеткә лайыҡ була ала.
Яҙмышты үҙгәртеп булһа ла, яңылышты төҙәтеп булмай икәнлеген, "яҙмыш һинең теҙ аҫтыңа китереп һуҡһа - йығылмаҫ өсөн яғаһына йәбеш"- тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә Тәскирә яңы ғына төшөндө...

Ғаилә ул - тормоштың нигеҙе, ата - әсә уның тотҡаһы, ә балалар ғаиләнең көҙгөһе.
Ғаиләне балаларһыҙ күҙ алдына китереүе бик ауыр. Улар беҙең тормошобыҙ йәме, биҙәге, ғүмер сәскәһе.
Еңел генә уйлап, ауырлыҡтан, яуаплылыҡтан ҡурҡып яңылышмаһаҡ ине. Был донъяға "йәшәргә килдем"- тип ауаз һалған бер гонаһһыҙ сабыйҙан баш тартмаһаҡ, әсәй исеменә тап төшөрмәһәк ине.
Бала Аллаһ биргән иң ҡиммәтле бүләк икәнен онотмай, ҡәҙерләп, һаҡлап, яратып балам тип йән атып йәшәһен ине һәр ӘСӘ...

 

Автор:Резеда Валиева