АТАЙСАЛ
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
18 Октябрь 2022, 13:05
БЕР АЙ ҺӘМ... ҺЕҘ МАТУР
Һәр көн иртәнсәк ас ҡарынға 1 аш ҡалағы етен орлоғо ашағыҙ. Ныҡлап сәйнәп, артынан йылы һыу эсегеҙ. Ярты сәғәттән һуң ғына ашарға мөмкин. Был организмды таҙарата. Шул саҡ бит тиреһе тигеҙ һәм шыма булып ҡала. Яйлап ябығырһығыҙ ҙа. Сәс һәм тырнаҡты нығыта. Тик иҫегеҙҙә тотоғоҙ: организмда таш булһа, етен орлоғон ҡулланыу ярамай.

2. Мөмкин тиклем бешкән сөгөлдөр ҡулланығыҙ. Ул ҡанды таҙарта. Ә ҡаны һауҙың тән, бит тиреһе яҡшы була.
3. Көн дә, йоҡларға бер сәғәт ҡалғас, битегеҙгә глицерин менән Е витамины ҡатышмаһын һөртөгөҙ. Уны әҙерләү бик еңел. 30 грамм глицеринға 10 капсула Е витамины ҡушыла (капсуланы тишеп шыйыҡсаны һығып сығарығыҙ). Йыуылған биткә еңелсә массаж менән һөртөгөҙ. Глицерин һеңгәнсе бит йәбешкәк булыр. Иртәнсәк һырҙарҙың кәмей барыуына шаһит булырһығыҙ.
4. Көн дә 50 грамм сәтләүек ашағыҙ. Төрлөһөн, үҙегеҙгә оҡшағанын. Сәс һәм тырнаҡтар нығыр.
Өс көнгә бер ҡоро горчицанан сәстәргә маска эшләргә була. Бының өсөн уға үҫемлек майы (дегәнәк майы - репейное) ҡушып, бутҡа хәленә килтерегеҙ. Сәскә һөртөп, 20-30 минут тотҡас, йыуабыҙ. Бер айҙан сәсегеҙҙең ниндәй булыуын күрерһегеҙ.
Автор:
Резеда Валиева
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?