Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
20 Сентябрь 2022, 08:39

Өс юлсы

Эңер мәлендә бер крәҫтиән үҙенең иҫке генә өйөнөң тупһаһында ял итеп ултыра, тей. Йорто эргәһенән ауылға инеүсе юл үтә икән. Юл буйлап китеп барған әҙәм ҡартты күреп : “Был бик ялҡау кеше, бер ҡайҙа эшләмәй, оҙон көн буйы тупһаһында буш ултыра”, - тип уйлаған.

Бер аҙҙан икенсе юлсы күренгән. “Был кеше юлдан үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙләп ултыра. Бик йөрөмтәл ахры”, - тип уйлаған.

Өсөнсө юлсы: “Был – бик тырыш, эшһөйәр кеше. Көнө буйы эшләп арыған да кискә ҡарай хәле бөтөп ял итеп ултыра”, - тип һығымта яһаған.

... Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ был крәҫтиән тураһында бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. Ә бына ауылға инеп барыусы өс юлсы хаҡында күпте әйтә алабыҙ. Уларҙың тәүгеһе – ялҡау, икенсеһе – йөрөмтәл, өсөнсөһө – эшһөйәр. Һәр кем үҙ кимәленән сығып фекер йөрөтә. Һин әйткән бөтә нәмә лә – үҙең тураһында. Айырыуса һин кемдер берәү тураһында әйтһәң...

Автор:гульдар кадаева