Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
6 Сентябрь 2022, 19:25

Ирем бер нәмәһеҙ урамға сығарып ебәрҙе

Донъям селпәрәмә килде: ирем мине һөйәркәм менән тотто... Ә бит был аҙымға мине этәрҙе: сит-яттарға күҙ һалды, шуларға аҡсаһын туҙҙырҙы.

Уға үс итеп ошо аҙымға барҙым. Хәҙер бөтә мир алдында мин ғәйепле. Балалар мине күрә алмай, туғандар минән баш тартты, һине генә яратам тигән һөйәркәм дә мине ҡара исемлеккә тыҡты...

 Ҡайҙа яңылыштым мин дуҫтар? Ярҙам итегеҙ, зинһар! Миңә нисек итеп кире ғаиләмә ҡайтырға?!

 ... Ә бит бөтәһе лә матур ғына башланғайны: сәскәләр, бүләктәр, иғтибар, һөйөү...былар барыһы ла ваҡытлыса ғына булған икән...Уны ҡатыны ғәфү итте, ә мине ирем бер нәмәһеҙ урамға сығарып ебәрҙе...Эх, терһәкте тешләп булһа икән! Ғүмерҙә лә был аҙымға бармаҫ инем дә...Һуң шул, һуң...

 

Автор:гульдар кадаева