

Хикәйәт
Ҡартатаһына ейәне килгән. Ҡартатай ейәненән хәлен белешә, төрлө һорауҙар бирә. Әммә йәш егет әллә ни һөйләшеп бармай, теләр-теләмәҫ кенә яуаптар ҡайтара.
—Бик арыған һымаҡ ултыраһың, әйтерһең дә ауыр тормош юлы үткәнһең?—ти ҡарт.
—Эйе, тормошомдан уңманым, бер яҡшы яңылыҡ юҡ,—тип уфтана егет.
—Улым, мин һиңә бүләк әҙерләгәйнем,—ти ҡарт,—тик шкафтың ҡайһы ҡумтаһына һалғанымды онотҡанмын. Эҙләп тап әле, ул һинең кәйефеңде күтәрер.
Ейән ҡартатаһының иҫке генә, күп тартмалы шкафынан бүләк эҙләй башлай.
—Хәҙер тиҙ генә табам мин уны,—ти егет. Бер нисә тартманы асҡас ҡына беҙ яҙмаға юлыға. Унда: «Тормошта ишектәр бик күп булыр, шуның береһендә генә яҙмыш бүләге булыр»,—тип яҙылған була.
Аҡыл эйәләре лә: «Бер ишекте асыр өсөн ете ишекте шаҡы»,—тиҙәр.
Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.