АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Ял минуттары
29 Августа 2022, 16:10

ОҠШАҒАНЫН ҺАЙЛАП АЛ

  Һүрәттәге айҙарҙың тиҙ генә береһен һайла һәм ҡылыҡһырламаны уҡы. Ысынлап, һинең характерға тап киләме? Тикшереп ҡара әле?

ОҠШАҒАНЫН ҺАЙЛАП АЛОҠШАҒАНЫН ҺАЙЛАП АЛ
ОҠШАҒАНЫН ҺАЙЛАП АЛ

Һүрәттәге айҙарҙың тиҙ генә береһен һайла һәм ҡылыҡһырламаны уҡы. Ысынлап, һинең характерға тап киләме? Тикшереп ҡара әле?

 

1-се ай. Һеҙ үҙ-үҙегеҙгә ныҡ ышанаһығыҙ, хаталарығыҙҙы күрмәйһегеҙ. Башҡалар ҙа яңылыша ала—ошо хаҡта онотмағыҙ.

 

2-се ай. Тормоштоң уңайлы һәм матур яҡтарын ныҡ баһалайһығыҙ. Дуҫтар араһында актив ял итергә яратаһығыҙ. Үтә ныҡ хисле булыуығыҙ ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға ҡамасаулай.

 

3-сө ай. Дуҫтар хыянатынан ҡасып, яңғыҙ ғына барыһына ла өлгәшергә күнеккәнһегеҙ. Тирә -йүндәгеләргә һәр саҡ шикләнеп ҡарау маҡсаттарға ирешергә ҡамасаулап та ҡуя.

 

4-се ай. Кеше проблемаларына «сумып» киткәнһегеҙ. Башҡаларға үтә ныҡ ярҙам итергә теләп тороуығыҙ үҙ хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.

 

5-се ай. Һеҙҙең башта пландар һәм идеялар күп, әммә һеҙ уларҙы нисек бойомға ашырырға белмәйһегеҙ.

 

6-сы ай. Һеҙ үтә лә сабырһығыҙ, тормош биргәненә ҡәнәғәтһегеҙ. Ә бына хыялығыҙҙа матур киләсәкте күҙ алдына килтерәһегеҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас