АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Ял минуттары
28 Августа 2022, 09:34

Һәр мәлебеҙҙең ҡәҙерен беләйек!

Йәйҙәр әйләнер ҙә килер, йәш ғүмерҙәр генә китһә кире килмәҫ. Һәр мәлебеҙҙең ҡәҙерен беләйек!

Йәйге ҡояш яңы ғына әле
Ҡалҡып килә ине ул саҡта...
Беҙ йүгерҙек күмәк, беҙ йүгерҙек
Тау башында ятҡан ҡояшҡа.

Кем иң элек уға барып етә,
Кем нур-ялын һыйпай иң элек!
Бер-беребеҙҙе уҙып, сыр-сыу килеп
Беҙ ҡояшҡа табан йүгерҙек.

Эй йүгерҙек!.. Йылға, тауҙар аша -
Малайҙарҙың сыбар төркөмө...
Бына-бына етер кеүек инек,
Тик ул... күккә ырғып өлгөрҙө!

Баҫып торҙоҡ оҙаҡ, ҡолас йәйеп,
Һоҡланышып, тирләп, әлһерәп...
Кемдер шунда: "Тотор инек, - тине, -
Эх, йүгерһәк, - тине - шәберәк..."

ә һеҙ йәй бөтөүгә ҡайғыраһығыҙмы?
эйе
юҡ
Ответить
Автор:гульдар кадаева
Читайте нас